Санна Нильсен

швед йырсыһы, «Евровидение 2014» йыр кокурсында үҙенең «Undo» йыры менән сығыш яһаған Швеция вәкиле

Санна Виктория Нильсен (швед. Sanna Victoria Nielsen; 27 ноябрь 1984 йыл, Швеция, Брумёлла) — йырсы[4], «Евровидение 2014» йыр конкурсында үҙенең «Undo» йыры менән сығыш яһаған Швеция вәкиле[5][6][7].

Санна Нильсен
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Швеция
Тыуған көнө27 ноябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][1] (39 йәш)
Тыуған урыныИветофта[d], Bromölla Municipality[d], Кристианстад[d], Швеция[1]
Туған телшвед теле
Һөнәр төрөисполнитель шлягеров, композитор, телетапшырыуҙар алып барыусы, певец танцевального коллектива, поп-певец
ҠатнашыусыЕвровидение-2014[d], Melodifestivalen 2001[d], Melodifestivalen 2003[d], Melodifestivalen 2005[d], Melodifestivalen 2007[d], Мелодифестивален 2008[d], Мелодифестивален 2014[d], Musikkalendern[d] һәм Melodifestivalen 2011[d]
Музыка ҡоралыгубная гармоника[d] һәм вокал[d]
ДискографияSanna Nielsen discography[d]
Жанрпоп-музыка[d], шлягер[d] һәм скандинавская танцевальная музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблыWarner Music Group[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтsannanielsen.com
Тасуирлау биттәреbingolottowiki.se/index.…
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр115 000 ± 999[3]
 Санна Нильсен Викимилектә

Карьераһы

1996 йылдың майында ун бер йәшендә Санна Нильсен «Till en fågel» йыры менән Svensktoppen швед хит-парадында алда барған[8] Сентябрҙә уның тәүге дебют Silvertoner альбомы сыға.[9]. 1997 йылда Санна Min önskejul раштыуа альбомын сығара (2001 йылда альбом яңынан баҫылып сыға).

2001 йылда Нильсен тәүге тапҡыр Мелодифестивалендә — Евровидениела Швецияны күрһәтеү хоҡуғын биргән швед музыкаль конкурсында ҡатнаша. Ул «Igår, idag» йыры менән сығыш яһай һәм һәм өсөнсө урын яулай. 2003 йылда ул конкурсҡа яңынан әйләнеп ҡайта һәм «Hela världen för mig» йыры менән бишенсе урынға сыға. Санна өсөнсө тапҡыр 2005 йылда ҡатнаша, ул Фредрик Щемп менән «Du och jag mot världen» йырын башҡара һәм һигеҙенсе урында була.

2006 йылда Санна үҙенең Nära mej nära dej исемле икенсе студия альбомын сығара[10]. 2007 йылда ул дүртенсе тапҡыр Мелодифестивалендә («Vågar du, vågar jag» йыры[11] менән сығыш яһай һәм Sanna 11-22 беренсе компиляцион альбомын сығара[12]. Шулай уҡ 2007 йылдың йәйендә Санна Ширли Клэмп һәм Соня Альден менән бергә «Tre S» триоһы составында Швеция буйлап тур үткәрә.

2008 йылда Санна Мелодифестивалендә бишенсе тапҡыр ҡатнаша. 16 февралдә Санна «Empty room» йыры менән икенсе ярым финалында сығыш яһай, утыҙ меңдән ашыу тауыш айырмаһы менән беренсе урынды биләй[13]. 15 мартта финалда Санна илле меңдән ашыу тамашасы тауышы буйынса Шарлотта Переллины урап үтә, әммә жюри тауыш биргәндән һуң, Перелли еңеүсе тип табыла, ә Нильсен икенсе юлға төшә[14]. Һуңыраҡ «Empty room» OGAE Second Chance Contest-та, 91 мәрәй өҫтөнлөк менән, еңеү яулай. Шулай уҡ 2008 йылда Нильсен үҙенең инглиз телендәге Stronger тәүге альбомын сығара, һәм милли хит-парадта беренсе юлда була[15].

2011 йылда Санна Мелодифестиваленда тағы ла бер ҡатнашҡан. Бер ай элек кенә дүртенсе урында[16] булһа ла, икенсе ярым финалда «I’m in love» йыры менән сығыш яһап, ул беренсе урын биләй һәм финалға үтә[17]. Шулай уҡ 2011 йылда Нильсендың конкурс йырының исемен йөрөткән бишенсе альбомы сыға[18].

2014 йылда Санна Нильсен Мелодифестиваленға етенсе тапҡыр кире ҡайта. Икенсе ярым финалда ул «Undo» композицияһын башҡара, тамашасылар Саннаға тауыш биреп ярҙам итә, һәм был уға финалда вакантлы урындарҙың береһен биләү мөмкинлеген бирә. 8 мартта Melodifestivalen 2014 финалында Санна Нильсен 8-се һан аҫтында «Undo» йыры менән сығыш яһай. Халыҡ-ара жюриҙан 90 мәрәй һәм тамашасыларҙан 122 мәрәй отоп, Санна конкурста еңеүсе була һәм 2014 йылғы Евровидение йыр конкурсында Швеция вәкиле була. Шуның менән Санна һәм «Busy Doin’ Nothing» йыры менән икенсе урын алған Эйс Вайлдер араһында айырма ни бары ике мәрәй генә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара жюри тауышы менән Эйс отҡан.

2014 йылдың көҙөндә Санна Нильсен «Евровидение 2015» конкурсына «Melodifestivalen 2015» швед һайлап алыу конкурсын етәкләйәсәге билдәле була.

Дискографияһы

Альбомдары

  • 1996 — Silvertoner
  • 1997 — Min önskejul
  • 1999 — skapelsen Människan och
  • 2001 — Min önskejul
  • 2006 — nära dej mej Nära
  • 2007 — 11-22 Sanna
  • 2008 — Stronger
  • 2011 — m in Love I'
  • 2012 — Vinternatten
  • 2014 — 7

Сингдары

  • 1996 — «en fågel Till»
  • 1998 — «the Summertime I Love»
  • 1999 — «Time to Goodbye Say»
  • 1999 — «i by vår Fest»
  • 2001 — «I går, i dag»
  • 2002 — «stjärnor Prinsessans»
  • 2003 — «mig Hela för världen»
  • 2005 — «jag och världen mot Du»
  • 2005 — «hem Vägen»
  • 2006 — «min själ Rör vid» / «Koppången»
  • 2007 — «du Vågar, vågar jag»
  • 2008 — «Room Empty»
  • 2008 — «You Nobody Without»
  • 2009 — «Catch I Can the Moon»
  • 2010 — «Devotion»
  • 2010 — «Part of Me»
  • 2011 — «I’m in Love»
  • 2011 — «stop can't Tonight Love»
  • 2014 — «Undo»
  • 2016 — «med Dansar bort någon annan»
  • 2017 — «ok Inte»
  • 2017 — «mig Innan lämnar du»

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат