Сеусо хазинаһы

Һуңғы Рим империяһы осорондағы ун дүрт көмөш әйберҙән торған хазина,

Сеусо хазинаһы[комментарий 1] (мадьярса  Seuso-kincsek, хорв. Seusovo blago) ― Һуңғы Рим империяһы осорондағы ун дүрт көмөш әйберҙән торған хазина, уның килеп сығышы һәм тарихы аҙағына тиклем билдәле түгел.

Һунарсылар һүрәте төшөрөлгән тәрилкә
Сеусо хазинаһы
Дәүләт Венгрия
 Сеусо хазинаһы Викимилектә

Тарихы

Тәрилкәләрҙең беренә һырлап һуғылған һүрәт

Элекке Венала йәшәгән антиквариат менән сауҙа итеүсе ике сауҙагәр ҡарамағында булған хазиналар 1980 йылда Лондон баҙарында документациялары менән бергә һатыуға ҡуйыла. Улар Ливандың Тира һәм Сидон райондарында табылыуы тураһында мәғлүмәт бирелә. Шул уҡ йылда хазинаны маркиз Нортгемптон[1] һатып ала. Нортгемптон хазиналарҙы Лос-Анджелестағы Гетти музейына 10 миллион долларға һатырға тырышып ҡарай.

1990 йылда хазина Нью-Йоркта Сотби аукционында пәйҙә була, әммә һуңынан хазина тураһындағы документация ялған тип таныла, ә Венгрия, Югославия һәм Ливан хөкүмәттәре хазиналарға уларҙың милек хоҡуғы булыуы тураһында белдерә. Был илдәрҙең милек хоҡуғына дәғүәләре АҠШ суды тарафынан кире ҡағыла, һәм хазина маркиз Нортгемптон биләмәһендә ҡала. Скотланд-Ярдта әлегә тиклем хазиналар буйынса эш алып барыла.

Хазинаның килеп сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел. Хазинаның беренсе тапҡыр 1970-се йылдарҙа Венгрияның археологик участкаһында венгр һалдаты законһыҙ ҡаҙыныуҙар эшен алып барыуы мәлендә хазинаны таба, тик хазиналарҙы ҡулға төшөү маҡсатында ул үлтерелә. Шул ваҡиғаларҙан һуң хазинаның нисек табылыуы тураһында бик күп фәнни дәлилдәр бар.[2]

Эстәлеге

Һауыттар

Хазина ун дүрт бай итеп биҙәлгән көмөш һауыттарҙан һәм улар урынлаштырылған баҡыр һауыттарҙан тора. Хазина беҙҙең эраның дүртенсе быуаты аҙағында, йәки бишенсе быуатында эшләнгән. Иң иғтибарға лайыҡһы — диаметры 70 см һәм ауырлығы 9 кг тиерлек булған ҙур тәрилкә, унда латин телендә түбндәге яҙыу бар:

Hec Sevso tibi dvrent per saecvla mvltaPosteris vt prosint vascvla digna tvis

Тәржемә иткәндә был һүҙҙәр түбәндәгеләрҙе аңлата:

Хазина [Сеусо] оҙайлы быуаттарға һеҙҙең милек булырға яҙһын. Был һауыттар һеҙҙең артабанғы вариҫтарығыҙға ла лайыҡлы хеҙмәт итһен.

Бәхәстәр

Тәүге бәхәстәр

Йожеф Сумег
Хазиналағы һауыттарҙың бер өлөшө

Венгрия властары раҫлауынса, хазинаны йәш һалдат Йожеф Сумег яҡынса 1975—1976 йылдарҙа Үҙәк Венгриялағы Полгарди[en] ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә таба. Сумегтың кәүҙәһе 1980 йылда табыла.[3] Рәсми тикшереү уның үҙ-үҙенә ҡул һалыуын асыҡлай, әммә һуңыраҡ полиция уның үлтерелеүе тураһындағы һығымтаға килә.[4]

Югославиянан хәбәр итеүҙәренсә, хазина тәүҙә 1960 йылдың 30 июнендә Истрияның Барбарига ауылында, хәҙерге Хорватия[5], территорияһында табыла. Ауыл боронғо Рим дәүерендә нигеҙ һалынған Пула ҡалаһынан төньяҡҡа табан яҡынса 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Урындағы халыҡтың һүҙҙәре буйынса, хазина Югослав халыҡ армияһы (ЮНА) комплексының иҫке окоптары ятҡан территориялағы иҫке окоптарҙа табыла. 1980-се йылдарҙа ЮНА урындағы археологтарға шул урында археологик ҡаҙыныу эштәрен алып барырға рөхсәт бирә. Шаһиттарҙың рәсми рәүештә раҫланмаған хәбәрҙәре буйынса был урында табылған 14 артефакт ғәйәт күп ҡомартҡылар булған урындан сығарылған хазинаның бик бәләкәй өлөшө генә. Шул урында табылған тарихи ҡомартҡыларҙы теркәү өсөн алты көн талап ителә. Әммә мәғлүмәттәрҙең күбеһе киң йәмәтселеккә еткерелмәй, сөнки ҡаҙыныу урыны тулыһынса граждандар өсөн ябыҡ хәрби зонала була[5]. Югославия археологтары, артефакттарҙа табылған тупраҡ ҡалдыҡтары был райондағы тупраҡ өлгөләренә тап килеүе иҫбатланһа ла, хазиналарҙың килеп сығышы тураһында бер ниндәй ҙә ышандырырлыҡ дәлилдәр таба алмай[5]. Югославия тарҡалғандан һуң Хорватия хазина тураһында суд эшен аса, уға тупраҡ ҡалдыҡтарына яһалған анализ һөҙөмтәләрен дә ҡушып, Нью-Йорк судына хазинаға милек хоҡуғына дәғүә итеүе тураһында рәсми рәүештә мөрәжәғәт итә[5].

1993 йылдың ноябрендә Нью-Йорктың Апелляция суды дәғүәләрҙе кире ҡаға һәм маркиз Нортгемптондың хазиналарын тартып алыу өсөн нигеҙ таба алмай.[6] Артефакттар банктың һаҡлағысында бикләнә, шуға күрә артабан суд тикшереүе үткәрелә.[7]

1999 йылдың 25 июнендә Британия хөкүмәте хазиналарҙың кемдеке булыуы менән ҡыҙыҡһынмауын раҫлай һәм эште ҡуҙғытмаҫҡа ҡарар итеүен белдерә[8].

Тәрилкәләрҙең береһенә «Pelso» һүҙе һырып яҙылған

Венгрияның хазиналарға ҡарата дәғүәһенең ғәҙел булыуын тәрилкәләрҙең береһенә «Pelso» һүҙенең һырып яҙылыуы ла раҫлай. «Pelso» һүҙе Венгрияла урынлашҡан Балатон күленең латинса атамаһы ул. Күл хазина табылған урындан көнбайыштарәҡ урынлашҡан. 1873 йылдат шулай уҡ күлдән алыҫ түгел урында боронғо рим өстағаны табылған; ғалимдар фекеренсә, был әйбер, Сеусо хазинаһы кеүек үк уға ла һырып биҙәк һалынған[9]. Өстаған һәм хазиналағы һауыттар бер үк оҫта тарафынан эшләнгән тигән фараздар бар. Хәҙер өстаған Будапештта[10] Венгрия милли музейында һаҡлана.

Ваҡиғаларҙыы сиседаше

2006 йылдың сентябрендә Лондондың Bonhams аукцион йорто киләсәктә хазинаны үҙ аукционына ҡуясағын иғлан итә. Венгрияның мәғариф һәм мәҙәниәт министры, «хәҙер был хазинаны һатыуға ҡуйыу мөмкин түгел», тип белдерә[11]. 2006 йылдың 12 октябрендә Бөйөк Британия парламентының лордтар палатаһы Венгрияға яҙма рәүештә түбәндәге яуапты бирә: «Венгрия 2004 йылда Европа Союзына ингәндән алып хазинаға ҡарата уның дәғүәләре ҡайтанан ҡарауға ҡуйылыуы ихтимал»[12]. Bonhams 2006 йылдың 17 октябрендә хазина күргәҙмәһен үткәрә.

2007 йылдың мартында The Art Newspaper нәшриәте хәбәр итеүенсә, тағы ла 187 алтын ялатылған көмөш ҡумта, эсемлек өсөн 37 алтын ялаланған көмөш сынаяҡ һәм 5 көмөш туҫтаҡ бар, улар Сеусо хазиналарының бер өлөшө булып тора; әммә был мәғлүмәт әлегә бер кем тарафынан да раҫланмай[13].

2008 йылдың февралендә венгр археологы Жольт Визи үткәргән тикшеренеүҙәр хазинаның Венгриялағы Балатон күле районынан булыуы ихтимал тигән фекерҙе нығыта[14].

2008 йылдың декабрендә Channel 4 каналы программаһы хазиналар тураһында махсус сығарылыш әҙерләй. План буйынса программа хазинаның килеп сығышы ихтималлығы булған районы Венгрияла, Полгарди ҡалаһынан алыҫ түгел булыуын иҫбатларға тейеш була[15]. Әммә маркиз Нортгемптон программала ҡатнашыуҙан баш тарта, ә Channel 4 Лондондағы[16] Bonhams аукцион йортонда һаҡланған хазиналарҙы төшөрөргә рөхсәт ала алмай.

Хазинаның Венгрияға ҡайтыуы

2014 йылдың 26 мартында Венгрия премьер-министры Виктор Орбан Сеусо хазинаһының яртыһын (ете предмет) Венгрия 15 миллион евроға һатып алыуы тураһында иғлан итә. Был ете артефакт 2014 йылдың 29 мартында Венгр парламенты бинаһында ваҡытлыса экспозицияға ҡуйыла[17][18][19].

2017 йылдың 12 июлендә ҡалған ете артефакт шулай уҡ Венгрияға кире ҡайтарыла. Улар 28 миллион евроға һатып алына. 2018 йылда хазиналар Будапешт һынлы сәнғәт музейына[20] күсерелә.

Галерея

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары