Соколов Владимир Михайлович

Соколов Владимир Михайлович (15 март 1939 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).

Соколов Владимир Михайлович
рус. Владимир Михайлович Соколов
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай СССР
 Рәсәй
Ҡыҫҡаса атамаһыВладимир Соколов
Тыуған көнө15 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө11 ғинуар 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыныОмск, Омск өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрөвелогонщик
Спорт төрөвелосипедный спорт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы заслуженный работник физической культуры Российской Федерации заслуженный мастер спорта СССР «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

Владимир Михайлович Соколов 1939 йылдың 15 мартында Өфөлә тыуған. 1960 йылда Омск ҡалаһына күсеп китә.

1961 йылда студенттар араһында СССР чемпионы.

1963 йылда —РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы еңеүсеһе.

1971 йылда велосипед ярышында донъя еңеүсеһе. (Варшава — Берлин — Прага).

1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпиада өсөн велосипедта ярышыусылар командаһына күнекмәләр үткәрә.

1988 йылда — 1988 йылғы Олимпиада өсөн велосипедта ярышыусылар командаһын әҙерләй.

1995 йылда «Вело-Омск» ҡала веломарафонын ойоштора.

В. М. Соколов физик культура һәм спорт буйынса Себер дәүләт университетында күп йылдар велосипед һәм коньки ярышы спортының кафедра мөдире булып эшләй. 1998 йылда уға «профессор» ғилми дәрәжәһе бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1980)
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970)
  • «Намыҫлы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл уңайынан» миҙалы (1970)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
  • «Рәсәй дәүләт спорт комитетына 80 йыл» миҙалы (2003)

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат