Сол Беллоу

йәһүд сығышлы Америка яҙыусыһы, прозаик, педагог һәм шулай уҡ эссеист булараҡ билдәле

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэрСол Беллоу (ингл. Saul Bellow, ысын исеме Соломон Беллоус[1]; 10 июнь 1915(19150610) йыл, Лашин, Квебек, Канада — 5 апрель 2005 йыл, Бруклайн Массачусетс, АҠШ) — йәһүд сығышлы Америка яҙыусыһы, прозаик, педагог һәм шулай уҡ эссеист булараҡ билдәле. Әҙәби эштәре өсөн Пулитцер премияһына, 1976 йыл өсөн әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы һәм сәнғәт өлкәһендә АҠШ Милли миҙалына лайыҡ була. Нәфис әҙәбиәт өсөн Милли китап премияһына өс тапҡыр лауреат булған берҙән-бер яҙыусы. 1990 йылда Америка әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Милли китап премияһын ала. Америка философия йәмғиәте ағзаһы (1998)[2].

Уның билдәле эштәре араһында: «Приключения Оги Марча[en]», «Хендерсон, повелитель дождя[en]», «Герцог[en]», «Планета мистера Сэммлера[en]», «Лови момент[en]», «Подарок Гумбольдта» һәм Равельштейн[en]. Беллоуҙың үҙенең раҫлауынса, «Хендерсон, повелитель дождя» китабынан бөтә пресонаждарҙан уның үҙенә оҡшаған Юджин Хендерсон була[3]. Сол Беллоу 20-се быуаттың иң бөйөк яҙыусыларының береһе булараҡ билдәле була.

Биографияһы

Иртә йылдары

Сол Беллоу 1915 йылдың 10 июнендә Канаданың Квебек провинцияһының Лашин ҡалаһында (хәҙер Монреаль составында) тыуа. Тыуғанда Соломон Беллоус тип атала[4]. Уның ата-әсәһе, Леша (ҡыҙ фамилияһы Гордин) һәм Авраам Беллоус [5] Санкт-Петербургтан (Рәсәй империяһы) күсеп киткәндән һуң ике йыл үткәс, тыуа[4][6]. Уның өс өлкән ағаһы һәм апаһы була — апаһы Зельда (һуңыраҡ Джейн, 1907 йылда тыуған), ағайҙары Мойша (һуңыраҡ Морис, 1908 йылда тыуған) һәм Шмуэль (һуңыраҡ Самуил, 1911 йылда тыуған)[7]. Беллоу ғаиләһе литва-йәһүд ғаиләһе була[8][9] уның атаһы Вильнюс ҡалаһында тыуа.

Беллоуға туғыҙ йәш булғанда, уның ғаиләһе Чикагоның көнбайыш яғындағы Гумбольдт паркы районына күсенә. Был ҡала уның күп романдарының фоны була. Беллоуҙың атаһы, Авраам, һуған импортёры була. Ул шулай уҡ икмәкханала эшләй, күмер ташый һәм бутлегер булып эшләй[6]. Беллоуҙың әсәһе, Лиза, малайға 17 йәш булғанда вафат була. Ул бик дини кеше була һәм кесе улы Солдың раввин йә концерт скрипкасыһы булып китеүен теләй. Әммә ул һуңғараҡ үҙенең дини тәрбиәһен «тосоҡтороусы ортодоксия» тип атай һәм йәш саҡта яҙа башлай[6].

Бала сағында Сол күп ауырый һәм шул осорҙа уҡырға әүәҫләнә. Гарриет Бичер-Стоуҙың «Хижины дяди Тома» китабын уҡығас, яҙыусы булырға ҡарар итә. Беллоуҙың Библияға мөхәббәте дүрт йәшендә ивритты ятлағас башлана. Беллоу шулай уҡ Уильям Шекспирҙы һәм XIX быуат рус классиктарын уҡырға ярата[6]. Ул Чикаго Антропософ йәмғиәтендә антропософ тикшеренеүҙәрендә ҡатнаша[10].

Белеме һәм карьераһының башы.

Беллоу Чикагоның көнбайыш өлөшөндә Тулей урта мәктәбендә уҡый, унда башҡа яҙыусы Айзек Розенфельд менән дуҫлаша. Үҙенең 1959 йылғы «Хендерсон, повелитель дождя» романында Беллоу Розенфельд образын Дафу королендә ҡуллана[11].

Сол Беллоу исемендәге китапхана (Лашин, Квебек)

1933 йылда мәктәпте тамамлай һәм Чикаго университетына уҡырға инә, ике йылдан Төньяҡ-көнбайыш университетҡа күсә. 1937 йылда ошо университетты антропология һәм социология фәндәре бакалавры дәрәжәһе менән тамамлай. Миннесота, Нью-Йорк, Бостон һәм Чикаго университеттарында профессор була Троицкист булараҡ, Сол Беллоу, Лев Троцкий менән осрашыу өсөн, Мексикаға юллана, әммә улар осрашҡанға тиклем үк тегенеһенә үлемесле һөжүм яһала, һәм Беллоу революционерҙы инде үлем түшәгендә күрә.

Яҙыусы карьераһын Беллоу әҙәби күҙәтеүҙәр һәм идиштан тәржемәләр баҫтырыуҙан башлай. Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре үк уға Американың иң көслө XX быуат романистарының береһенең данын тәьмин итә.

Сол Беллоу һәм Деян Стоянович (Чикаго, 1992 гй)

Нобель премияһы һәм наградалары

Уға уның тәүге «Между небом и землёй» (1944) романы танылыу килтерә, уның төп проблемаһы ‒ йәмғиәт һалған социаль, милли һәм әхлаҡи йөкләмәләр хаосында кешенең үҙенең «мин»ен һаҡлап ҡалыуы. Был тема Беллоу ижадында төп урынды биләй. «Приключения Оги Марча» (1953) романы йылдың иң яҡшы китабы булараҡ Милли премияға лайыҡ була. «Герцог» (1964; шулай уҡ премияға лайыҡ була, 1965) романы сит буржуаз донъяла үҙенә урын таба алмаған интеллигенттың фажиғәһенә арналған.

1976 йылда Беллоу әҙәбиәт буйынса Нобель премияһын «гуманистик тәьҫирлелек һәм заманса мәҙәниәтте нескә анализлағаны өсөн» ала. 1983 йылда Франция президенты Беллоуҙы Почетлы легион ордены менән бүләкләй.

1988 йылда сәнғәт өлкәһендә Америка Ҡушма Штаттарының Милли миҙалына лайыҡ була.

Ғүмеренең һуңғы йылдары һәм үлеме

1995 йылда балыҡ менән көслө ағыулана[12].

2005 йылдың 5 апрелендә Бруклайн ҡалаһында вафат була (Массачусетс штаты). Братлборола Морнингсайд зыяратында ерләнә

Библиография

Проза әҫәрҙәре

  • Между небом и землёй / ингл. Dangling Man (1944)
  • Жертва / The Victim (1947)
  • Приключения Оги Марча / The Adventures of Augie March (1953)
  • Лови момент / Seize the Day (1956, экранизирован в 1986)
  • Хендерсон — король дождя / Henderson the Rain King (1959)
  • Герцог / Herzog (1964)
  • Воспоминания Мосби и другие рассказы / Mosby's memoires and other stories (сборник рассказов) (1968)
  • Планета мистера Заммлера / Mr. Sammler’s Planet (1970)
  • Подарок от Гумбольта / Humboldt’s Gift (1975) — Пулитцеровская премия 1976 года
  • Декабрь декана / The Dean’s December (1982)
  • Простофиля и другие рассказы / Him with His Foot in His Mouth (сборник рассказов) (1984)
  • More Die of Heartbreak (1987)
  • Вор / A Theft (1989)
  • В связи с Белларозой / The Bellarosa Connection (1989)
  • На память обо мне / Something to Remember Me By (1990)
  • The Actual (1997)
  • Равельштейн / Ravelstein (2000)
  • Избранные рассказы / Collected Stories (2001)
  • Серебряное блюдо и другие рассказы / A Silver Dish and Other Stories
  • рассказы:
  • Оставить голубой дом
  • По-прежнему
  • В поисках мистера Грина
  • Рукописи Гонзага
  • Стать отцом
  • Родственники

Пьесалары

  • «Последний анализ» / The Last Analisis (1964?)

Биографик эсселар

  • «В Иерусалим и обратно: личные впечатления» / «То Jerusalem and Back: A Personal Account» (1976 год)
  • It All Adds Up (1994)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары