Стрельна

СтрельнаРәсәйҙә Санкт-Петербургтың Петродворцовый районы составындағы ҡала эсе муниципаль берәмеге, ҡасаба. Фин ҡултығының көньяҡ ярында, Стрелка һәм Кикенка йылғаларында урынлаша.

Стрельна
Флаг[d]
Рәсем
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекПетродворцовый район[d][1]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Халыҡ һаны14 818 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Почта индексы198515
Рәсми сайтmo-strelna.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты1500
Урындағы телефон коды812
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Стрельне[d]
Карта
 Стрельна Викимилектә

Константин һарайы фонында G8 саммиты ҡатнашыусылары

Стрельна йылғаһы аша Петергоф юлы үтә, ә унда тамамланған 36-сы трамвай маршруты — Ораниенбаум электр линияһының уникаль мираҫ транспорты — Рәсәй империяһында тәүге ҡала яны электропоездары проекты, — ул Стрельнаны Нарва заставаһы менән тоташтыра башлай. Шулай уҡ муниципаль берәмек биләмәһе аша Октябрьск тимер юлының Балтик линияһы участкаһы үтә, уның буйынса шул иҫәптән Стрельна станцияһында туҡталыш менән ҡала яны электропоездары йөрөй.

Тарихы

Беренсе тапҡыр 1500 йылғы Водская пятинаһы Яҙма китабында телгә алына[3]

Столбово солохонән һуң был ерҙәр Швецияға китә, һәм 1630 йылда Стрельнала швед сәйәсмәне Иоганн Шюттеның барон усадьбаһы барлыҡҡа килә. Усальбала пристань, һыу тирмәне, быуа, оранжерея һәм бәләкәй сиркәү була.

Стрельна ауылы 1676 йылда швед материалдары тарафынан төҙөлгән А.И. Бергенгеймдың Ингерманландмя картаһында күрһәтелә[4].

XVIII быуат башында Пётр I бында ҡала сите резиденцияһын булдырырға ниәт итә. Петр ваҡытында Петр I (1711—1717) ағас һарайы төҙөлә, Константин һарайы (төҙөлөш башы — 1720), Стрельна паркына нигеҙ һалына (архитекторы Ж.-Б. Леблон һәм Н. Микетти, майҙаны 140 га ашыу). 1722 йылда Пётр I һарайҙы ҡыҙы Елизаветаға бүләк итә. Ҡала сите резиденцияһы роле Петергофҡа күсә, ә Стрельнаға «юл резиденцияһы» роле бирелә, әммә ул 1917 йылға тиклем император ғаиләһенә ҡарай.

XVIII быуат аҙағында Стрельна шәхси кенәз биләмәһе була — 1797 йылда уны Павел I үҙенең икенсе улына — бөйөк кенәз Константин Павловичҡа бүләк итә, парк һәм ҙур һарай шул арҡала исем ала, ул исеме әлегә тиклем һаҡлана. Комплекстың архитектур доминантаһы — Константин һарайы — 1720 йылда Н.Микетти проекты буйынса төҙөлә башлай. 1750 йылдарҙа уны архитектор Б. Растрелли төҙөп бөтә, ә 1803 йылдағы янғындан һуң А.Н. Воронихин һәм Р. Руска индергән үҙгәрештәре менән тергеҙелә, 1847—1851 йылдарҙа Х. Ф. Мейер, А И. Штакеншнейдер һәм А.Н. Брюллов тарафынан яңыртыла.

XIX быуат башында Стрельна тирә-яғындағы дачалар урыны барлыҡҡа килә. 1830—1840 йылдарҙа Стрельнала һарай һәм усадьба ҡаралтылары менән Орлов паркы (яҡынса 19 гектар) төҙөлә.

1936 йылда ҡасаба халҡы 13 800 кеше тәшкил итә. Ҡасабала канифоль-скипидар заводы, 3-сө мәктәп һәм Краснозорьский аграр педагогия техникумы эшләй[5].

1941—1944 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, бында Ленинград утҡа тотоу өсөн плацдарм йәйелдерелә. Орлов һарайы тулыһынса емерелә, ансамблдең бөтә ҡаралтылары һәм пакр ансамбле зыян күрә. Стрельнаны һәм Петергофты 1944 йылдың 19 ғинуарында Ҡыҙыл армия азат итә.

Константин һарайында революциянан һуң балалар мәктәбе-колонияһы, шифахана урынлаша, һуғыштан һуң тергеҙелгән бинала 1991 йылға тиклем Арктика училищеһы урынлаша, 90-сы йылдарға бина ташландыҡ хәлгә килә.

2003 йылда дәүләт «Конгресстар һарайы» комплексы булараҡ тергеҙелә.

Иҡтисады

Стрельнала 2010 йылдан һыуытҡыстар һәм кер йыуыу машиналарын етештереү буйынса BSH Bosch und Siemens Hausgeräte GmbH немец компанияһыһы урынлаша, уның төҙөлөшө барышы менән танышыу өсөе Стрельнаға Санкт-Петербург губернаторы Валентина Ивановна Матвиенко килә. Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул «„Нойдорф“ сәнәғәт зонаһы һәм Петродворец районы өсөн предприятиеның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып,[6]:

Беҙҙә яңы юғары технологиялы производство барлыҡҡа килде. Шундай заводты төҙөү бөтә был территорияны үҙгәртеп ҡороуға килтерәсәк һәм был районда яңы производстволар үҫешенә этәргес буласаҡ'

Санкт-Петербург Хөкүмәтенең топономик комиссияһы Рәсәйҙә немец компанияһы мәнфәғәтен яҡлаусы фирманың Стрельна ҡасабаһында йөрөү урынына „Бош-Сименс урамы“ исемен биреү буйынса тәҡдимде ҡарай. Һөҙөмтәлә, «рус теле ҡағиҙәләрен һәм Петербург топонимикаһы йолаларын иҫәпкә алып», Комиссия коммерсанттарға альтернатив сифатта «Карл Сименс урамы» вариантын тҡдим итә[7]. Шулай уҡ ҡасабала айырым «Нойдорф» технико-ғәмәлгә индереү иҡтисади зонаһы төҙөлә.

Стрельнаның һарай-парк ансамбле

Парктар

  • Константин һарайы
  • Орлов паркы

Спорт

2014 йылдан ҡасабала «АСК-С» боҙ комплексы урынлаша, ул «СКА-Стрельна» хокекей мәктәбенең база майҙансығы булып тора ( СКА хоккей клубы академияһына инә)[8][9].

Стрельна менән бәйле кешеләр

Данлыҡлы кешеләре
  • Андреев Николай Семенович (1915—1986) — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан орденының тулы кавалеры.
  • Инге Юрий Алексеевич (1905—1941) — совет шағиры һәм хәрби корреспондент, КБФ караптарының Таллин кисеүе ваҡытында һәләк була.

Иҫкәрмәләр

ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 540-014
рус.англ.фр.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат