Тайминя Дайна

Дайна Тайминя Яновна (латыш. Daina Taimiņa, ингл. Daina Taimina; 19 август 1954 йыл, Рига) — латыш сығышлы америка математигы. Математика фәндәре докторы.

Тайминя Дайна
латыш. Daina Taimiņa
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Латвия
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө19 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыныРига, Латвия ССР-ы[d], СССР
Хәләл ефетеDavid W. Henderson[d]
Һөнәр төрөматематик, тополог, популяризатор науки, университет уҡытыусыһы, деятель изобразительного искусства
Эшмәкәрлек төрөтопология, геометрия[1][2], математика[2], геометрия Лобачевского[d][2], теория автоматов[d][2], история математики[d][2], Халыҡ сәнғәте кәсептәре[2] һәм вязание крючком[d][2]
Эш урыныКорнелл университеты[d]
Уҡыу йортоЛатвия университеты[d]
Беренсе дәүләт гимназияһы[d]
Ғилми етәксеФрейвалдс, Русиньш Мартыньш[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтpi.math.cornell.edu/~dta…
Вики-проектПроект:Математика[d]
Число Эрдёша3
 Тайминя Дайна Викимилектә
Файл:Tamborētas hiperboliskās plaknes.gif
Одна из моделей гиперболических плоскостей Дайны Таймини

Биографияһы

Дайна Тайминя Ригала 1954 йылда тыуған. Рига гимназияһын һәм Латвия дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған (1977). 1990 йылда Белоруссия Фәндәр академияһының математика институтында «Behavior of Different Types of Automata and Turing Machines on Infinite Words» кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1992 йыл Латвия университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Латвия университетында һәм Ригалағы Уҡытыусыларҙы уҡытыу институтында уҡыта.. 1992 йылдан 1996 йылға тиклем «Zvaigzne» и «Mācību grāmata»ғилми нәшриәттәрендә мөхәррир булып эшләй. 1997 йылдан 2006 йылға тиклем Корнелль университетында ассоциацияланған профессор.

2007 йылдан Дайна Таймина Нью-Йоркта Корнелла Университетында профессор сифатында математиканан уҡыта. 2010 йылда Diagram премияһы лауреаты була, премияны Британия журналы The Bookseller йыл һайын китаптың сәйер атамаһы өсөн бирә. Дайн Тайминяның китабы «Вязальные приключения с гиперболическими плоскостями» («Crocheting Adventures with Hyperbolic Planes») тип атала, һәм премия жюрийы был атаманы «тулыһынса аҡылһыҙлыҡ» тип атай[3][4]

Фәнни эшмәкәрлеге

Дайна Тайминя Евклидтыҡы булмаған геометрияның гиперболик яҫылыҡтарҙы күҙ алдына килтереү буйынса йөҙ йыллыҡ проблемаһын хәл итә[5][6]. Гиперболик яҫылыҡтар Евклидтыҡы булмаған геометрияға ҡағыла, уны ғәҙәттә күҙ алдына килтереүе ауыр. Дайна Таймина бәйләнгән туҡымаларҙы файҙаланып быны эшләй алған. Студия курсында Невклидтыҡы булмаған геометрияны ҡулланыу өсөн, гиперболик яҫылыҡтың беренсе моделен ул 1997 йылда ырғаҡ менән бәйләгән. Шул ваҡыттан алып ул йөҙҙән ашыу геометрик модель бәйләгән[7].

Баҫмалары

Китап авторы:

  • «Вязальные приключения с гиперболическими плоскостями» («Crocheting Adventures with Hyperbolic Planes») (AK Peters, 2009)
  • Experiencing Geometry: Euclidean and Non-Euclidean with History (co-author with David Henderson, 3rd edition, Pearson Prentice Hall, 2005)
  • «История математики» (1990 г.)
  • «Математика античности», Mathematics in antiquity (Латвия), рига: University Press, 1981

һ.б.

Рус, латыш һәм инглиз телдәрендә барлығы 47 баҫма.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат