Телевидение

Телеви́дение (грек. τήλε — «алыҫ» һәм лат. video — «күрәм»; яңы латин теленән televisio — «алдан күреү») — хәрәкәт итеүсе һүрәтте һәм тауышты алыҫ араға тапшырыу өсөн ҡоролмалар комплексы. Көндәлек тормошта телетапшырыуҙарҙы етештереү һәм таратыу менән шөғәләнгән ойошмаларҙы исемләү өсөндә ҡулланыла. Радиотапшырыу менән берлектә телевидение иң таралған киң (сәйәси, мәҙәни, ғилми-танып белеү һәм уҡыу) мәғлүмәт таратыу сараһы, тағы ла төп элемтә сараһы булып тора.

Файл:Big TV screens .jpg

Төп нигеҙҙәре

1000 кешегә телевизорҙар һаны
     1000+      500-1000      300-500      200-300      100-200      50-100      0-50      Мәғлүмәттәр юҡ

Телевидение радиосигнал ярҙамында йәки кабелдәр аша һүрәт элементтарын бер-бер артлы тапшырыу принцибында нигеҙләнгән[1].

Тарих

Йылдар буйынса донъяла телевидение индереү
     1930-1939      1940-1949      1950-1959      1960-1969      1970-1979      1980-1989      1990-1999      2000-2024      Телевидение юҡ      Мәғлүмәттәр юҡ
Нипков механик дискыһы менән совет телевизоры
1950-се йылдар телевизоры

Телевидение нигеҙендә 1873 йылда Уиллоуби Смит менән асылған селендағы фотоэффект ята. Һәм 1884 йылда Пауль Нипков сканерлаусы диск уйлап таба, ул Икенсе донъя һуғышына тиклем шөһрәт ала[2].

1907 йылда Рәсәй ғалимы Борис Розинг «Һүрәтте алыҫлыҡҡа электрлыҡ ярҙамында тапшырыу сараһына» патент ала, ә 1911 йылдың 9 майында донъяла тәүге тапҡыр ябай фигураларҙың һүрәтен телевизион тапшырыу һәм алыу тормошҡа ашыра.

Нипков дискыһы нигеҙендәге системалар 1925 йылда Джон Бэрд менән Бөйөк Британияла, Чарльз Дженкинс менән АҠШта, бер береһен айырым рәүештә И. А. Адамян һәм Л. С. Термен менән СССРҙа ғәмәләгә индерелә[П 1].

1923 йылда донъяла тәүге тапҡыр хәрәкәт итеүсе һүрәтте тапшырыу америкалы Чарльз Дженкинс менән тормошҡа ашырыла, әммә тапшырылған һүрәт силуэтлы һәм ярымтонһыҙ була. 1926 йылдың 26 ғинуарында шотланд уйлап табыусыһы Джон Бэрд хәрәкәт итеүсе полутон һүрәттәрен тапшырыуҙың механик системаһын эшләй һәм 1928 йылда Baird Television Development Company нигеҙ һала[3].

Башҡортостанда

1954 йылда Өфөлә тәүге һәүәҫкәр телеүҙәк барлыҡҡа килә, 1955 йылда документаль һәм нәфис фильмдар күрһтеү өсөн антенна менән мачта һәм телевизион тапшырғыс урынлаштырыла. 1958 йылда Яңауыл районында Ижевск телевидениеһы студияһының тапшырыуҙарын ҡабул итеү һәм тапшырыу өсөн телевизион ретранслятор ТРСО-20/7 урынлаштырыла.

1959 йылда радиотелевизион башняһы (бейеклеге 180 м) менән бергә Өфө телеүҙәге төҙөлә һәм Башҡортостан телевидениеһы студияһының регуляр тапшырыуҙары башлана. 1967 йылдан алып ике программалы тапшырыуҙар Өфөлә, ә 1971 йылдан алып — республика буйынса күрһәтелә башлай.

1966 йылдан алып Башҡортостанда Мәскәүҙән булған тапшырыуҙар даими рәүештә күрһәтелә башлай. 1978 йылда Өфөнән төҫлө һүрәттәге тапшырыуҙар башлана. 1986 йылда тәүге «Төмән — Өфө — Ҡазан» телекүпере уҙғарыла.

1990-сы йылдарҙа Башҡортотанда күп кенә телестудиялар барлыҡҡа килә. 1999 йылдан алып «Вся Уфа» телеканалы Өфөлә тапшырыуҙар күрһәтә башлай. 2001 йылда «Башкортостан» ДУП ТРК-һы төҙөлә һәм уның нигеҙендә «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» барлыҡҡа килә. 2009 йылдан алып «Туған Тел» һәм «Ҡурай» тәүлек буйы эшләүсе музыкаль күңел асыу телеканалдары эшләй башлайҙар.

Иҫкәрмәләр

Комментариҙар
Сығанаҡтар

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Өҙөмтә хатаһы: "П" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="П"/> тамғаһы табылманы

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары