Тереғолов Айрат Рәүеф улы

башҡорт рәссамы, график

Тереғолов Айрат Рәүеф улы (30 октябрь 1957 йыл) — башҡорт рәссамы, график. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт[2] (2016) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) премиялары лауреаты. 1991 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. 2015 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры.

Тереғолов Айрат Рәүеф улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө30 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөрәссам
Уҡыу йортоМифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Тереғолов Айрат Рәүеф улы Викимилектә

Биографияһы

Айрат Рәүеф улы Тереғолов 1957 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡәҙимге мәктәптә уҡыу менән бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә. Республикала киң билдәле музыкант Михаил Ефимович Швайштейн класында скрипкала уйнау серҙәрен үҙләштерә.

Рәсем сәнғәте менән Быҙаулыҡ ҡалаһында әрмелә хеҙмәт иткәндә ҡыҙыҡһына башлай: быға Ырымбур рәссамы менән танышыу булышлыҡ итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, рәссам-биҙәүсе, биналар интерьеры буйынса дизайнер булып эшләй.

...Я заполняю любым пачкающим материалом пространство полотна, буквально терзая его, пока не почувствую: вогнал туда всю свою энергетику, чтобы работа зазвучала в унисон с твоей душой.

А. Терегулов. "Из интервью Елене Шаровой" (газета "Республика Башкортостан")

1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай.

Ижади эшмәкәрлеге

Эштәре Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында, галереяларында һәм шәхси коллекцияларында ҡуйылған. Өфөлә йәшәй һәм эшләй."Айрат Тереғолов — ижадында бөгөнгө Рәсәй графикаһының күп һыҙаттары: художество теле экспрессивлығы, форма һәм аралыҡ менән иркен файҙаланыу, образлы гротеск, графиканан уның бөтә техник мөмкинлектәрен «һығып сығарырға» маташыу — тупланған рәссам.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән «Акбузат: башкирский эпос» һәм «Akbuzat: A Bashkirian Epic» китаптарында баҫылған «Аҡбуҙат» эпосына һүрәттәр серияһы өсөн Айрат Тереғолов республиканың 2016 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[2].

Күргәҙмәләре

Республика, Зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, персональ (Өфө, Силәбе, Копенгаген), Төркөм, Сит илдәр (Австрия, Италия, Франция, Эфиопия), Халыҡ-ара графика (Канада, Польша, Көньяҡ Корея, Англия, Испания, Румыния, Ҡытай).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2016)
  • Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1990)
  • Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы дипломы
  • IХ Халыҡ-ара баҫма миниатюра Биенналеһы Гран-Прийы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Художники Республики Башкортостан: альбом-кат. Уфа, 2009.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат