Копенгаген

Данияның баш ҡалаһы

Копенга́ген (дан. København [kʰøb̥ənˈhaʊ̯ˀn][4]  , 1906 йылға тиклем — Kjøbenhavn[5], иҫке дан телендә: Køpmannæhafn — «сауҙа гаване»; лат. Hafnia) — Данияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, Зеландия, Слотсхольмен һәм Амагер утрауҙарында урынлашҡан. Тарихи ҡаланың халҡы 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ҡала яны биҫтәләре менән бергә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡаланың бер өлөшө үҙ-үҙен иғлан иткән Христиания ирекле ҡалаһы өлөшләтә үҙидаралыҡта тора.

Ҡала
Копенгаген
дан. København
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Дания

Өлкә

Ховедстаден

Коммуна

Копенгаген

Координаталар

55°41′13″ с. ш. 12°35′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Софи Хесторп Андерсен[d][1]

Нигеҙләнгән

1167

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XI быуат

Ҡала с

XIII быуат

Майҙаны

86,40[2] км²

Климат тибы

диңгеҙ

Халҡы

615 993[3] кеше (2018)

Тығыҙлығы

6214,7 кеше/км²

Этнохороним

копенгагенлы

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+45

Почта индексы

1050–1778, 2100, 2150, 2200, 2300, 2400, 2450

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kk.dk
 (дан.) (инг.)

Копенгаген (Дания)
Копенгаген
Копенгаген

Ҡала Данияның мәҙәни, иҡтисади һәм хөкүмәт үҙәге, Копенгаген фонд биржаһы менән Төньяҡ Европаның иң ҙур финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Эресунн күпере төҙөлөп бөткәс, Копенгаген Швецияның Скания провинцияһы һәм уның иң ҙур ҡалаһы Мальме менән тығыҙ интеграциялана, Эресунн төбәген барлыҡҡа килтерә.

1479 йылда нигеҙләнгән Копенгаген университеты Данияның иң боронғо университеты булып тора.

Этимологияһы

1043 йылда хәҙерге ҡала урынында Хавн (дан. havn — «пристань») балыҡсылар ауылы, уның янында 1167 йылда замок төҙөлә. Был ауылдан һәм замоктан үҫкән ҡаланы 1231 йылда Кьобмансхавн (Kjobrmannshavn — «сауҙагәрҙәр пристане», kjobmann — «сауҙагәр, һатыусы», һәм havn — «пристань»), ә һуңынан Кьобенхавн (Kjøbenhavn) тип атайҙар. Хәҙерге дан формаһы — Кёбенхавн (дан. København); «Копенгаген» атамаһы Копенха́ген (Kopenhagen) топонимының немец формаһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән[6].

Тарихы

Копенгаген урынында XII быуатта ҙур булмаған Хавн ауылы булған, уны епископ Абсалон 1167 йылда замок төҙөлгәндән һуң нығытмалы ҡала тип үҙгәрткән. 1254 йылда Копенгаген беренсе ҡала привилегияларын ала. 1416 йылда король Эрик Померанский Копенгагенды яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы иткән[7].

Граф һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡаты ҡамауға дусар була, ә 1658-1659 йылдарҙа Швеция ғәскәренән батырҙарса һаҡлап ҡалына[7].

1728 йылда Копенгаген янғыны ҡала ҡоролмаларының дүрттән бер өлөшөн юҡ итә.

Копенгаген XIX быуатта

1807 йылда Копенгаген инглиздәрҙең бомбаға тотоуынан ныҡ зыян күрә[8], ә алты йыл элек ҡала янында билдәле диңгеҙ алышы була[7].

Кастеллет цитаделе ғына һаҡланып ҡалған иҫке нығытмалар урынында бульварҙар төҙөлә, уларға тиҙ үҫкән биҫтәләр (Вестербро, Нерребро һәм Эстербро) тоташа, һуңғы йылдарҙа улар ҡала менән ҡушылған тиерлек. Көнбайышта Фредериксберг (46 954 кеше), төньяҡ-көнбайышта Уттерслев (2596 кеше) һәм Амагере утрауында Зундбьерне (13310 кеше) ҡалалары хужалыҡ йәһәтенән Копенгаген менән бер бөтөн булып тора. Копенгаген ҡеүәтле диңгеҙ форттары менән нығытылған[7].

Копенгаген картаһы, 1844 йыл.

XIX быуат башындағы бәлә-ҡазаларға ҡарамаҫтан, Копенгаген Данияның «Алтын быуаты» булараҡ билдле булған интенсив мәҙәни ижад осорон кисерә.

Копенгаген XX быуатта

XX быуат башына ҡарай Копенгаген сәскә атҡан сәнәғәт һәм административ ҡалаға әйләнә. Яңы ратуша һәм тимер юл вокзалы төҙөлгәндән һуң үҙәк көнбайышҡа күсә[9]. Амагерҙың Төньяҡ өлөшө Һәм Велби шулай уҡ 1901-1902 йылдарҙа Копенгаген составына индерелә[10]. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Данияның нейтралитеты Һөҙөмтәһендә Копенгаген Бөйөк Британия һәм Германия менән сауҙа итеүҙән сәскә ата, ә ҡаланы һуғыш ваҡытында яҡынса 40 000 һалдат һаҡлай[11].

1920-се йылдарҙа халыҡ өсөн тауарҙар һәм торлаҡ йорттар етмәүе күҙәтелә. Кристиансхавндың иҫке өлөшөн емереп, ҡаланың иң насар ярлы йорттарынан ҡотолорға ниәтләйҙәр[12]. Шуға ҡарамаҫтан, тик 1930-сы йылдарҙа ғына, 5 ҙур торлаҡ йорт төҙөү өсөн, Кристианхавендағы Torvegade урамының бер яғы емерелә[12].

Копенгаген XXI быуатта

2013 йылда Британияның Monocle журналы төҙөгән донъялағы йәшәү өсөн иң ҡулай ҡалалар рейтингында Копенгаген беренсе урынды биләй[13].

Халҡы

Копенгаген — Данияның иң күп халыҡ йәшәгән ҡалаһы һәм Скандинавия илдәренең иң ҙур ҡалаларҙың береһе. Копенгаген муниципалитеты төп ҡалала — 591 481 кеше (2016 йылдың 1 ғинуарынан)[14]. XXI быуаттың 1990-сы һәм XXI быуаттың беренсе ун йыллығында демографик шартлау була, был башлыса Данияға иммиграциялауға бәйле була.

Административ бүленеше

Индре Бю
Ҡала округтарыБашҡа зоналар
  1. Индре Бю (ҡала үҙәге) (Зеландия һәм Амагер утрауҙарында, Кристианхаун районында, шул иҫәптән Христиания ирекле ҡалаһында, Холмерҙа урынлашҡан)
  2. Эстербро
  3. Нёрребро
  4. Вестербро
  5. Вальбю
  6. Ванлёсе
  7. Брёнсхёй-Хусум (шул иҫәптән Тинбъерг)
  8. Биспебъерг
  9. Амагер Эст
  10. Амагер Вест (шул иҫәптән Эрестад районы)
  • Фредериксберг (ҡала эсендәге ҡала)

Климаты

Ҡала климаты — уртаса диңгеҙ климаты. Копенгаген климаты өсөн температураның бик аҙ йыллыҡ тирбәлеүе хас. Йәй бик һалҡын, ҡыш бик йомшаҡ.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C10,915,820,826,228,532,733,033,829,823,216,612,533,8
Уртаса максимум, °C3,23,46,111,316,419,322,021,717,412,67,64,312,1
Уртаса температура, °C1,31,23,37,512,315,518,017,613,99,75,42,59,0
Уртаса минимум, °C−0,9−0,90,53,78,211,614,114,110,97,23,40,46,0
Абсолют минимум, °C−24,2−20−18,5−8,8−3,41,04,00,6−3,2−7−15,2−16−24,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм463039345064617062595350618
Һыу температураһы, °C54581215161715128510
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C2,72,86,712,216,819,822,721,818,212,78,24,712,4
Уртаса температура, °C1,10,93,88,212,615,818,718,014,910,46,53,19,5
Уртаса минимум, °C−0,5−0,90,84,28,511,814,714,311,78,04,91,66,6
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Иҫтәлекле урындары

Һыуһылыуҙың һәйкәле — бөә донъяға билдәле ҡаланың символы

Төп ғибәҙәтханалары

  • Ҡотҡарыусы сиркәүе (90 метр бейеклектәге башняһы менән);
  • Богородица сиркәүе (дан. Vor Frue Kirke, 1807 йылда инглиздәр тарафынан бомбаға тотоу ваҡытында емерелгән Һәм 1811-1829 йылдарҙа Ганзен тарафынан базилика стилендә, колоннадаһы һәм Торвальдсендың билдәле әҫәрҙәре (Христос, 12 апостол) менән яңынан төҙөлгән;
  • Фредерик cиркәүе
  • Грундтвиг cиркәүе
  • Александр Невскийҙың православие сиркәүе;
  • Копенгагендың ҙур мәсете (Хәмәдә бин Хәлифә цивилизация үҙәге).

Һарайҙар, замоктар һәм парктар

Һарайҙар: Христиансборг элекке король резиденцияһы (1884 йылда яна; һарай сиркәүе генә һаҡланған һәм картиналар галереяһы ҡотҡарылған); Амалиенборг (ҡышҡы резиденция), Людовик XV стилендә; Розенборг (нидерланд ренессансы стилендә), парк һәм Ханс Кристиан Андерсен статуяһы менән. Шулай уҡ Копенгаген университеты биналары (тарихи фрескалар менән), «Бристоль» ҡунаҡханаһы, Берсен биржаһы (нидерланд ренессансы стилендә), ратуша, художество музейы иғтибарға лайыҡ. Ҡала үҙәгендә Үҙәк вокзал янында Тиволи паркы урынлашҡан. Копенгагендан төньяҡта, Клампенборгта, Баккен күңел асыу паркы урынлашҡан[15]. Парк 1583 йылда асыла. Парктың тулы исеме Dyrehavsbakken («Убалағы болан паркы» тип тәржемә ителә). Паркка инеү бушлай.

Копенгаген тирәһендә Бернсторф һәм Фреденсборг король замоктары (Дания монархтарының резиденцияһы), Дания король фарфор мануфактураһы урынлашҡан. Ҡаланан көнбайышта Фредериксборг урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары