Турат (тау)

Ырымбур өлкәһе

Турат (рус. Турат, Турайка, Турай-гора) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы (хәҙерге Ҡыуандыҡ ҡала округы) тау.

Турат
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекЫрымбур өлкәһе

Географияһы

Турат тауы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округында 1990 йылда юҡҡа сыҡҡан Имәнле-Покровка ауылы эргәһендәге тау.Тау ауылдан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл атамаһына Имәнле ҡушымтаһы юҡҡа ғына бирелмәгән — ул ошо йылға буйында урынлашҡан булған. Тау ҙа Имәнле йылғаһы буйында. Үҙ сиратында йылғаға атамаһы ярҙарындағы имәнлектәргә күрә бирелгән[1].

Этимологияһы

Тау атамаһының килеп сығышын Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников яҙып алған. Уның «Кувандыкский край в географических названиях» тигән китабында ошондай риүәйәт килтерелә: башҡорт ауылында бер ярлы егеттең Турат ҡушаматлы шәп аты булған. Атҡа ҡыҙығыусылар күп булған, бер мәл егет, эҙәрлекләүсе дошмандарҙан ҡасып, ошо бейек тауға сабып менеп киткән. Тау итәгенә, Имәнле йылғаһының башына төшөргә ниәтләнгән, мәгәр текә ҡаянан аты менән ҡолап төшөп һәләк булған. Уларҙың иҫтәлегенә бағышлап тауға Турат исеме бирелгән[2]

Билдәле булыуынса, Имәнле-Покровка ауылы 1884 йылда Орск өйәҙе Үҫәргән улусы ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, беренсе булып күсеп килеүселәр Преображенск заводының иҫке дин тотоусылар, икенселәре буйынса Воронеж һәм Харьков губерналарынан күсеп килгән урыҫтар һәм украиндар булған.[3]. Тимәк, егет икенсе бер ауылдан сабып килгән.

Турат атамаһы башҡорт телендәге туры һәм ат һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, тип яҙа С. М. Стрельников.

Башҡорт теленең һүҙлегендә туры һүҙе былай тип аңлатыла: Ҡараһыу ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара (йылҡы төҫөнә ҡарата)[4]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 416-сы бит
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары