Тәфтиләү

(Тәфтиләү (йыр) битенән йүнәлтелде)

Тәфтиләү — башҡорт халыҡ йыры.

«Тәфтиләү»
Йыр Карабулатов Расуль
Сөләймән Абдуллин
Рамазан Йәнбәков
Абдулла Солтанов,
Роберт Юлдашев,
Азат Айытҡолов
Рәхмәтуллин Айбулат
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт

Дауамлығы

4:17, 6:37

Авторы

халыҡ

Риүәйәте

… Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —

Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.

Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
Йыр йырламай күңел асылмаҫ.
Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.
Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…

Тәфтиләү" йырынан

«Тәфтиләү» көйөнөң тарихы 1735—1736 йылдағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа үтә лә ныҡ ҡанһыҙлыҡ күрһәткән Ырымбур экспедицияһы етәксеһең ярҙамсыһы мырҙа Ҡотломөхәмәт Мамешевтың (христиан диненә күскәс — Алексей Иванович Тевкелев) исеме менән бәйле.

Ҡатындарҙы, балаларҙы йыртҡыстарса үлтереп үсен ҡандырған палач Алексей Тевкелевҡа мәңгелек ҡарғыш һаҡлана.

1736 йылда Полковник Тевкелев һәм Мартынов отрядтары 50-нән ашыу башҡорт ауылдарын утҡа тота. 2000 кеше үлтерелә. Балыҡсы улусының Һөйәнтүҙ ауылын бер төн эсендә көлгә әйләндерә. 1000 кеше һәләк була. Һөйәнтөҙ фажиғаһенән ихтилал ҙур көс менән яңынан тоҡана, был башҡорт халҡы тарихындағы һуғыштарҙың иң ауыры була.

1739—1740 йылдарҙа 725 ауыл яндырыла. Край тулыһынса бөлгөнлөккә төшә һәм аслыҡҡа дусар ителә.

1735 йылдан 1740 йылға тиклемге осорҙа ихтилалдарҙа үлтерелгән, аҫылған, каторгаға оҙатылғандар менән бергә башҡорт халҡы 60 мең кешеһен юғалта. Әммә азатлыҡ өсөн ҡанлы көрәш туҡталмай. Ошондай фетнәләрҙе баҫтырыр өсөн батша генералдары Румянцев, Соймонов, Татищев, Урусов Башҡортостанға ебәрелә.

Алексей Ҡотломөхәмәт Тевкелев Тәфтиләү башҡорт ауылдарын яндырып дан-шөһрәт ҡаҙана, генерал-майор исеменә үрләй, бүләккә крепостной крәҫтиәндәр менән ауылдар, имениелар ала. Түрәлек менән маһайып көн итә. Уның улын, Осип Тевкелевты Пугачев яуында Алдар батырҙың ейәне Ҡаранай батыр аҫып үлтерә.

Нотаһы

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары