Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәте — баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, шулай уҡ алтын һәм көмөш етештереүсе предприятие, Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында урынлашҡан.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Тармаҡтау эше
Нигеҙләү датаһы1961
Дәүләт Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыАсыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыУчалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
ПродукцияБаҡыр
Рәсми сайтugok.ru/ru/

Тарих

Үҙ йылға руднигы, Межозёрный ҡасабаһы.

1968 йылдын 13 мартында байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.

1968 йылдын 31 декабрендә «Төҙөлөүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһы тураһында» СССР-ҙың төҫлө метталургия министрлығының бойроғо сыға.

1990-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошманың акцияларын Урал тау-металлургия компанияһына һата. («Урал тау-металлургия компанияһы» холдингы — Екатеринбургтағы компания, ойоштороусыларының береһе, президенты һәм директорҙар советы рәйесе Искәндәр Мәхмудов[1], генераль директоры Андрей Козицин[2]).

Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй[2].

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан Кесе Учалы күле юҡҡа сыға. Ул комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.

Комбинат идаралығы янында «Таусы» һәйкәле

Структураһы

  1. Учалы ер аҫты руднигы
  2. Байыҡтырыу фабрикаһы
  3. Үҙйылға руднигы (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы Межозёрный ҡасабаһында урынлашҡан)
  4. «Горняк» хоккей командаһы
  5. «Горняк» футбол командаһы
  6. Санаторий-шифахана
  7. «Яшма» ҡунаҡханаһы
  8. «Горняк» спорт-техник клубы
  9. АТП
  10. Сибай филиалы һ. б.

Етештереү

2011 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етештергән— баҡыр — 62 364,3 тн;— цинк — 109 690,8 тн.;

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етештергән:— баҡыр −20029,9 тн.;— цинк −1855,9 тн.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары Силәбе цинк заводында эшкәртелә.

Етәкселәр

  1. 1974—1989 Беляев Михаил Андреевич
  2. 1998—2010 Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы. Ойошма тарихында Учалы районында тыуған беренсе етәксе.
  3. 2010 — июнь 2012 Маннанов Рәшит Шәүкәт улы
  4. 06.2012 йылдан Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәфҡәт улы, директорҙар советы рәйесе И. Г. Кудряшкин

Билдәле хеҙмәткәрҙәр

Йөк тейәп ебәреү пункттары

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 2ТЭ116-1106 тепловозы Рудная станцияһынан цинк-баҡыр концентраты ташый

Комбинат руданы 3 станция аша (Комбинатская, Рудная, Межозерная) артабан эшкәртеүгә ебәрә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары