Фортран

Фортра́н (ингл. Fortran) —тәүге юғары кимәлдәге тормошта ҡулланыш тапҡан трансляторлы программалау теле [2].

Фортран
Нигеҙләү датаһы1957
Логотип
Кана әлифбаһында исемеフォートラン
Производная работаGfortran[d], FORMAC[d], SLIP[d] һәм Ratfor[d]
Баҫма йәки тәржемәFortran 2018[d]
Йоғонто яһаусыSpeedcoding[d]
Парадигма программированияструктурное программирование[d], объектно-ориентированное программирование[d], процедурное программирование[d], обобщённое программирование[d], императивное программирование[d] һәм векторное программирование[d]
ЭшләүсеIBM[1] һәм Джон Бэкус[d][1]
ПроектлаусыДжон Бэкус[d]
Репозиторий исходного кодаgithub.com/fortran-lang
Рәсми сайтfortran-lang.org
Тасуирлау биттәреtapor.ca/tools/484
marketplace.sshopencloud.eu/…
Лицензиялицензия MIT[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусызащищено авторским правом[d]
Типизация данныхЯвное назначение типов[d], статическая типизация[d] һәм Строгая типизация[d]
Расширение файла.f, .for йәки .f90
 Фортран Викимилектә
An IBM 704 mainframe computer

1954 менән 1957 йылдар араһында Джон Бэкус етәкселегендәге IBM корпорацияһы программистар төркөмө тарафынан булдырылған[3]. Fortran атамаһы FORmula TRANslator ( формулалар трансляторы) тигән һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып яһалған. Фортран тәү сиратта фәнни һәм инженер хисаплауҙары өсөн кәрәк. Фортрандың өҫтөнлөгө шунда: уны ҡулланып яҙылған программалар һәм унан айырымланған программа китапханалары күп[4].

Фортранда яҙылған бик күп ( башлыса телдең иҫке версияларында ) матрица алгебраһы һәм һыҙма тигеҙләмәләр системаларын сисеү өсөн математика китапханалары, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сисеү өсөн китапханалар, [интеграль тигеҙләмәләр]] һәм уларҙың системаларын, функциялар аппроксимациялау, махсус функциялар, Фурьеның тиҙ үҙгәртеүҙәрен, математик статистика һәм башҡа математика фәндәре өсөн китапханалар бар. Был китапханаларҙы компилятор менән бергә һаталар. Ҡайһы бер пакеттар тиҫтәләрсә йылдар буйы эшләнгән һәм фән өлкәһендә әле лә ҡулланыла, мәҫәлән— IMSL[5][6].

FORTRAN code on a punched card, showing the specialized uses of columns 1–5, 6 and 73–80

Бындай китапханалар ысын мәғәнәһендә кешелектең байлығы: уларҙың тәүге кодтары аңлайышлы, документтар менән нигеҙләнгән, яйға һалынған һәм бик файҙалы.

Хәҙерге Фортрандың (Fortran 95 һәм Fortran 2003) файҙалы программалау, яңы хисаплау архитектураһы өсөн кәрәкле һыҙаттары бар; хәҙерге программалау, мәҫәлән, дөйөмләштерелгән һәм модулле программалауҙы, объектҡа йүнәлтелгән (ООП) технологияны ҡулланырға мөмкинлек бирә , шул уҡ ваҡытта элекке версиялар менән бәйләнеш тә һаҡлана. Хәҙерге Фортран үҫеш төп концепцияларының береһе — параллеллекте тәьмин итеү саралары һәм вектор операциялары[7].

Тел стандарттары эволюцияһы

Фортран — ныҡ стандартлаштырылған тел, шуға ул төрлө платформаларға ла еңел генә күсерелә. Яңы тел стандарттары иҫкеләре менән бәйлелекте һаҡлай, был элек яҙылған программалар кодтарын ҡулланырға һәм модификацияларға мөмкинлек бирә[7]. Тел үҫешкән һайын иҫкергән, киләсәктә бәлки алып ташланасаҡ конструкциялар тураһында иғлан ителә [8].

Башҡа телдәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе

Күп программалау системалары Фортран программаһын трансляциялау һөҙөмтәһендә объект файлдарын башҡа телдәр компиляторҙарынан алынған объект файлдары менән бергә тупларға мөмкинлек бирә. Был яраҡлаштырып булған (гибкий) һәм күп функциялы ҡушымталар эшләп сығарыу мөмкинлеге бирә. Фортран теле өсөн бик күп китапханалар асыҡ: классик хисаплау мәсьәләләрен сисеү программаларының айырымланған төрҙәрен һаҡлағаны (LAPACK, IMSL, BLAS), бүлгеләнгән хисаплау ойоштороу (MPI, PVM), график интерфейстар төҙөү (Quickwin, FORTRAN/TK) йәки СУБД –ға (Oracle) инеү мөмкинлеге менә бәйле мәсьәләләрҙе сисеү .

Фортран СССР-ҙа

Фортран СССР – ға Көнбайышҡа ҡарағанда һуңыраҡ килә, башта СССР-ҙа Алгол алдынғы тел тип иҫәпләнә. Фортранды индереү совет физиктарының CERN (Ядро тикшереүҙәре буйынса Европа ойошмаһы) физиктары менән аралашыуына бәйле, сөнки СERN-да 1960 йылдарҙа бөтә хисаплауҙар ҙа тиерлек Фортранда бара[9].

Тәүге совет Фортран компиляторы 1967 йылда Минск-2 компьютеры өсөн эшләнә , тик ул әллә ни ҡулланышта булмай. Фортран 1968 йылда БЭСМ-6 машинаһы өсөн ФОРТРАН-ДУБНА компиляторы эшләнгәс кенә тиҙ тарала башлай. Фортран — АСВТ һәм СМ ЭВМ өсөн төп тел, йыш ҡына РАТФОР препроцессоры менән бергә ҡулланылған. 1972 йылда сыҡҡан ЕС ЭВМ машиналарында баштан уҡ Фортран трансляторы торған IBM/360 –тан башҡа программа тәьминәте менән бергә « күсереп алынған» («позаимствованный» ).

1970 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһы ( ИПМ) тарафынан ГРАФОР график китапханаһы («Графическое РАсширение ФОРтрана») эшләп сығарыла[10].

1980 йылдар аҙағында —1990 йылдар башында физик Андрей Зарецкийбалалар өсөн китап яҙа, унда төп геройҙарҙың береһе профессор Фортран аңлайышлы телдә балаларға компьютер грамотаһы и программалау нигеҙҙәрен аңлата [11][12].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Языки программирования

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары