Фәйезов Рөстәм Шәриф улы

Фәйезов Рөстәм Шәриф улы (4 ноябрь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм бобслей буйынса тренеры. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта РСФСР (1987—1991), Рәсәй (1992 йылдан) йыйылма командалары тренеры һәм Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһының (2010 йылдан) өлкән тренеры; 2009 йылдан — Өфө ҡалаһындағы 15-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең бобслей буйынса тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001), бөтә Рәсәй категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2006).

Фәйезов Рөстәм Шәриф улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө4 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыныӨфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөтренер
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России СССР-ҙың спорт мастеры Халыҡтар дуҫлығы ордены

Биографияһы

Рөстәм Шәриф улы Фәйезов 1950 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. Баш ҡаланың 45-се мәктәбендә уҡый.

1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[1].

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1981—1986 йылдарҙа эске эштәр органдарының транпорт милицияһының енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләй.

1986 йылдан «Спартак» ДСО‑һының Башҡортостан өлкә советы тренеры, 1987 йылдан — Башҡортостан профсоюздары спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры була.

1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры булып эшләй.

2009 йылдан — Өфө ҡалаһындағы 15-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбендә бобслей]] буйынса тренер.

Бер үк ваҡытта 1987—1991 йылдарҙа бобслей буйынса РСФСР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһының йыйылма командалары тренеры вазифаһын башҡара[1].

1998, 2002, 2006 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы тренеры.

2010 йылдан бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры вазифаһын үтәй.

Уның уҡыусылары биш ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан. Тәрбиәләнеүселәре араһында С. В. Голубев, А. Ю. Зубков, В. А. Любовицкий, О. Н. Некрасова, О. Ю. Петров, А. Н. Селивёрстов, Т. А. Трапезникова, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры И. И. Хужин, шулай уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары