Хювинкяа

Хювинкяа, шулай уҡ Хювинкяй йәки Хювинкя[9] (фин.Hyvinkää [ˈhyʋiŋkæː], швед.Hyvinge) — Финляндияла Уусимаа провинцияһындағы ҡала, баш ҡалаһы Хельсинкинан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала статусын 1960 йылда ала. Көньяҡ Финляндия губернаһына (ляни) ҡарай. Халҡы — 44 306 кеше (2007).

Хювинкяа
фин. Hyvinkää
швед. Hyvinge
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1917
Рәсем
Рәсми атамаһыHyvinkään kaupunki һәм Hyvinge stad
Рәсми телФин теле[1][2]
Дәүләт Финляндия
Административ-территориаль берәмекУусимаа[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая областьХельсинки[d][3] һәм Большой Хельсинки[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округыUusimaa[d]
Хөкүмәт башлығыИоганна Луукконен[d]
Закондар сығарыу органыHyvinkää City Council[d]
Халыҡ һаны46 925 кеше (29 февраль 2024)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек100 метр
Туғандаш ҡалаКострома[5], Херсфельд-Ротенбург[d][5], Кечкемет[d][5], Мутала[d][5], Эйгерсунн[d][5] һәм Куньшань[d][5]
СиктәшХаусъярви[d][6], Лоппи[d][6], Мянтсяля[d][6], Нурмиярви[d][6], Рийхимяки[d][6], Туусула[6] һәм Вихти[d][6]
Майҙан322,69 км² (1 ғинуар 2023)[7]
Рәсми сайтhyvinkaa.fi
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппенавлажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Citizen's initiatives URLkuntalaisaloite.fi/fi/ha…[8]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[8]
Карта
 Хювинкяа Викимилектә

Автомобиль магистрале һәм тимер юлдары арҡаһында Хювинкяа Оло Хельсинкиның иң мөһим биҫтәһе булып тора.

Хювинкяала билдәле архитектура ҡоролмалары — Хювинкяа сиркәүе (1961, Руусувуори Аарно) һәм Кютяйя поместьелары бар. Бында Фин тимер юл музейы урынлашҡан.

Ҡалала KCI Konecranes предприятиеһы күтәргес крандар етештерә һәм хеҙмәтләндерә.

Тарихы

XVI быуатта бында таверна булған, ул Хельсинки һәм Хямеэнлинна араһында урынлашҡан. Беренсе һалым белешмәләре был урында бер нисә йортто билдәләгән.

Хювинкяа ауылы XIX быуатта бөтә Финляндия буйынса 1861 йылда тимер юлдары селтәре төҙөү арҡаһында шаҡтай ҙурая.

Ҡаланың үҙәге Хельсинки-Хямнелинн тимер юлы станцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Ханко — Хювинкяа тимер юлы Финляндияла беренсе шәхси тимер юлы була. Ул 1875 йылда Finnish State RR Co тарафынан төҙөлә. XX быуат башында Хювинкяа ауылы Ханконан Төньяҡ Америкаға яңы тормош эҙләп юлланыусы эмигранттар өсөн ике аралағы пункт булып тора.

Ҡарағай урмандары арҡаһында Хювинкяала бик саф һауа. 1880-се йылдарҙа Хельсинки ҡалаһынан бер төркөм табиптар бында шифахана аса.

Индустриялаштырыу ваҡытында Хювинкяала йөн фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа фабрика эшләүҙән туҡтай. Хәҙер уның кирбес биналарында күргәҙмәләр урынлашҡан.

Хювинкяаның осоу майҙаны Икенсе донъя һуғышынан һуң Финляндияның төп аэропорты була, сөнки Хельсинкила Малмилағы аэропорт союздаштарҙың контроле аҫтында була. Осоу яланы янында автоспорт үҙәге урынлашҡан.

Халыҡ һаны

ЙылХалыҡ һаны
19177 657
19207 641
19258 641
19309 133
193510 424
194012 222
194513 244
195028 792
195523 438
196027 109
196530 952
197034 282
197536 218
198037 297
198538 742
199040 665
200543 837
200744 390

Иҫтәлекле урындары

Фин тимер юл музейы
  • Сәнғәт музейында фин һәм сит ил сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә.
  • Шулай уҡ күргәҙмәләрҙе Променадигаллерия ойоштора
  • Фин тимер юл музейы
  • Иҫке йөн фабрикаһы
  • Артту Виллаһы — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2005 йылдың ноябрендә асылған мәҙәни үҙәк.
  • Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәнғәт үҙәге
  • Валвилла йөн фабрикаһы музейы
  • Вилла театрҙары
  • Хумала һәм Крапула студиялары
  • Плюш айыу музейы
  • Хювинкяа залы
  • Хювинкяа сиркәүе
Файл:Hyvinkaa logo.png
Хювинкяа ҡаланың логотип

Спорт ҡоролмалары

Хювинкяа сиркәүе
  • Кютяйя-Усми, Свеитси, Хакаланмяки, Эркюла, Мартти-Тансикаллио һәм Пуолиматка саңғы юлдары
  • Боҙ һарайы
  • Перттула футбол яланы
  • Урхейлопуйсто, Паллокентя, Перттула футбол яландары
  • Мартинхалли, Хакала, Вехкоян, Ванха Арэна спорт залдары
  • Свеитси һыу һәм саңғы үҙәге
  • Урхеилупуисто еңел атлетика стадионы

Мәғарифы

Хювинкяала 6 ябай мәктәп, 1 швед телле мәктәп , 2 махсус мәктәп бар.

  • Медицина институты
  • Хювинкяа бизнес-колледж
  • Техник институты
  • Ауыл хужалығы колледжы
  • Сәнғәт мәктәбе
  • Свеитсин лукио (тәбиғи фәндәр)
  • Юхтеискоулун лукио (сәнғәт)

Билдәле кешеләре

  • Осси Саволайнен — Хювинкяа мэры
  • Эса Сааринен — философ
  • Хелена Шерфбек — рәссам
  • Маркку Уусипаавелниеми — керлингист
  • Хейкки Миккола — мотокросс буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • Лаури Туконен — хоккейсы, НХЛ уйынсыһы
  • Юрья Сааринен — рәссам
  • Леена Вилкка — философ
  • Раптори — рэп-төркөм
  • Тюко Саалинен — рәссам
  • XL5 — поп-төркөм
  • Хейди Парвиайнен — фин музыканты, Amberian Dawn симфо-пауэр-метал төркөмөнөң элекке йырсыһы
  • Микаэль Саари - йырсы, Евровидение-2013 һәм 2016 милли һайлап алыуҙа ҡатнашыусы .
Кютаярви күле

Фестивалдәр

Йәй һыра фестивале үтә, унда Скандинавиянан рок-төркөмдәр ҡатнаша. Яҡынса 10000 кеше килә.

Хювинкяаға инеү урыны

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Массовое убийство в Хювинкяа

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат