Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы

тарихсы-журналист

Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы (1 июнь 1968 йыл) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)

Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин
Тыуған көнө

1 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (55 йәш)

Тыуған урыны

Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

тележурналист, тарихсы

Наградалары һәм премиялары
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1991—92 йылдарҙа «Истоки» газетаһы хәбәрсеһе. 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында: телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, «Йәшлек» ИБ етәксеһе, «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе, «Ғилем» ИБ мөхәррире, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ИБ мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, ТВ студияһының танып -белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе.

«Историческая среда» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы һәм етәксеһе[1].

Өйләнгән, улы бар.

Хеҙмәттәре

  • Образование «Большой Башкирии». Как это было… — Уфа, 2008. (авторҙаш)
  • Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, 2013[2]
  • История башкирских родов. Многотомник. (Составитель и редактор). — Уфа, 2014—2019. (авторҙаш)

Фильмография

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

Ваҡытлы матбуғат уның тураһында

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
  • [6].
  • Нафикова А. ТЕЛЕВИДЕНИЕ В ЛИЦАХ. Салават Хамидуллин: Я занимаюсь тем, что мне интересно. Просветительские программы востребованы всегда. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 19 март[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Документаль фильмдар өсөн

  • II Халыҡ-ара «Мәңгелек ут» фестивале (Волгоград, 2000): «Генерал Шаймуратов» фильмы — I урын;
  • «Ер һәм кешеләр» республика телефестивале (Өфө, 2002): «У слияния трех рек» фильмы — I урын;
  • Республика киң мәғлүмәт сараларының «Баш ҡалаға — 430» конкурсы (Өфө, 2004): «Богоспасаемый град Уфа» фильмы — II премия.
  • «Тэфи-регион-2007» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы: «Под знаком Сатурна» фильмы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары