Чех бәлештәре

Колач (бәлеш) - (чех kolache,kolace,kolacky, словак. koláče,koláč) - чех һәм словак халыҡтарының емеш-еләк, эремсек (сыр) эслек менән бешерелгән ҡамыр аштары.

Чех бәлештәре
Рәсем
Ил Чехия
 Чех бәлештәре Викимилектә
Колач бешереү

Этимологияһы

Ризыҡ атамаһы чех (протославян, боронғо славян) телендәге "коло"- "түңәрәк", "ҡулса" тигәндән килеп сыҡҡан. Клобачник тигән ҡамыр ашы менән бер үк тип һанаусылар бар, әммә клобачник колбаса йәки ит менән генә бешерелә, колач иһә итле генә түгел, емешүеләк, эремсек эслек менән дә бешерелә

Урыҫ һәм башҡорт теленә инеүе

"Колач" һүҙенән урыҫ телендәге шундай таныш һүҙ рус. калач танылып тора. Ысынлап та, улар бер - боронғо славян тамырлы [1]

Урыҫ телендәге "калач"тан башҡорт теленә "ҡалас" булып килеп ингән [2]

Тик был халыҡтарҙа ҡалас бәлеш түгел, ә юғары сортлы ондан әсетеп бешерелгән икмәк.

Колач байрамдары

Чехияла хатта Колач байрамы (чех Kolache Festival) үткәрелә. Был байрамда төрлө бәлештәр, ҡаластар, ҡамыр аштары бешерелә. Уларҙы әсетелгән ҡамырҙан еләк-емеш йәки татлы сыр эслектәр менән әҙерләйҙәр. Уларға шәкәр онтағы йә мәк һибеп бирәләр [3].

АҠШ-ҡа күсеп киткән чехтар ул илдә лә төрлө ҡалаларҙа "колач байрамы" үткәрә. Мәҫәлән, Оклахома штатында Прага тигән ҡала бар, һәм унда йыл да майҙың беренсе шәмбеһендә Колач фестивале үткәрелә[4]

Ходтарҙың бәлеше

Чехияла ход тигән халыҡ йәшәй. Өс яҡтан немецтар менән күршеләш йәшәһәләр ҙә, улар үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡала алғандар.

Хотдарҙың ҡалас байрамы 1851 йылдан билдәле, тап ошо йылда уларҙың Тәре йөрөшө тураһында документ һаҡланып ҡалған. Улар өҫтө асыҡ итеп бешерелгән ҙур-ҙур бәлештәр тотоп алған булған (chodské koláče).

Ход бәлештәре ҙур итеп бешерелә. Хужабикәләр төнөн йылы урынға әсетергә ҡуйылған ҡамырҙы өс тапҡыр төшөрөп баҫып ала торған булған. Бәлеште аҡ май йәки туңмай ҡушып баҫылған ҡамырға эремсек, мәк һәм повидло эслек һалып бешерәләр. Эремсекте ике яҡтан башҡа эслектәр менән уратып һалалар. Эслекте шулай һалғанда килеп сыҡҡан биҙәк ходтар йәшәгән ерҙәрҙең сиктәрен хәтерләтә. Мәк менән повидло урман һәм көтөүлектәрҙе, миндаль менән йөҙөм боронғо харабаларҙы һынландыра.

Һәр 11 ход ауылы бәлешен үҙенсә биҙәй.

Әммә төп ике ысул бар.Беренсе вариант - ҡамырҙың өҫтөнә тотош йәйеп эремсек һалына, ә уның өҫтөнән мәк, повидло, йәҙөм һәм миндаль һалына.Икенсе вариант - эслекте түңәрәтеп һалыу - башта эремсек, шуның эргәһенән уратып мәк һәм уларҙы уратып повидло һалына. Тәүге варианты тигеҙлектә йәшәгән байыраҡ ғаиләләрҙә бешерелгән, икенсеһе - тауҙарҙа йәшәгән фәҡирерәктәрҙә [5].

Колач-бәлештәр галереяһы

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Ходский калач. История и рецепт//Чешская кухня[5]
  • Традиционные чешские десерты[6]
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары