Эдда

Эдда (бор..ислан. Edda) Скандинав мифологияһы һәм герман ауыҙ-тел ижадының төп әҫәре. Грек Одалары аналогы булып тора.

Эдда
Edda
Төп нөхсә теле

исланд

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1270

Атаманың этимологияһы

Снорри Стурлусондың «Эдда» китабы ни өсөн шулай аталыу сәбәбе билдәһеҙ.

Был һүҙҙең бер нисә этимологияһы бар.

  1. «Одди» һүҙенең сығарылмаһы. Снорри тәрбиәләнгән һәм, бәлки, үҙенең китабы өсөн материалдар тапҡан утар атамаһы. Был осраҡта «Эдда» «Одди китабы» тигәнде аңлата.
  2. óðr һүҙенең сығарылмаһы — ҡайһы берҙә «шиғриәт» мәғәнәһенә эйә. Был осраҡта «Эдда» «шиғриәт» тигәнде аңлата.
  3. «Эдда» һүҙе бер боронғо исланд йырында осрай һәм, күрәһең, «ҡарт өләсәй» тигәнде аңлата. Был осраҡта Снорри китабы ниңәлер «ҡарт өләсәй» тип аталған.

Был этимологиялар күптән тәҡдим ителгән булған һәм сиратлап яңынан тәҡдим ителә лә, тағы кире ҡағыла[1].

Оло һәм Кесе Эдда

Скандинав эпосы бер нисә өлөштән тора. Уға Оло Эдда һәм Кесе Эдда инә.

Епископ Бриньольв Свейнссон 1643 йылда, Стурлусон китабында тасуирланған илаһтар һәм геройҙар тураһында бер нисә йырҙан торған пергамент кодексын таба. Бриньольв, Урта быуаттарҙа халыҡ араһында ҡеүәтле күрәҙәсе булып танылған Сэмунд Мудрыйҙың әҫәрен таптым, тигән фекергә килә. Сэмандты универсаль аҡыл эйәһе тип атағандар, һәм Стурлусон үҙенең «Эдда»һында Сэмундтың әҫәренә нигеҙләнгән һымаҡ тойола. Бриньольв үҙе тапҡан кодекс исемлендә былай тип яҙған: «„Edda“ Saemundi multiscii», йәғни «Сэмунд Мудрыйҙың „Эдда“һы».

Ошо мәлдән алып «Эдда» һүҙе яңы мәғәнәгә эйә булған. Тиҙҙән ул матбуғатта ҡулланылған. Һуңынан Бриньольв тапҡан яҙмаларҙың «Эдда» атамаһына ла, Сэмундҡа ла бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауы асыҡлана, әммә атама уларға беркетелгән көйө ҡалған. Улар «Сэмунд Эддаһы», «Йыр Эддаһы» йәки «Оло Эдда» тип атала башлаған. Ә Снорри Стурлусондың китабы «Эдда Снорри» йәки «Кесе Эдда» тип атала[2].

Астрономияла

  • 1908 йылда асылған Эдда (673) астероиды Эдда хөрмәтенә аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары