Ҡабатлау таблицаһы

Ҡабатлау таблицаһы, шулай уҡ Пифагор таблицаһы — юлдарҙа һәм бағаналарҙа ҡабатлашыусылар ҡуйылған, ә күҙәүҙәрҙә ҡабатландыҡ урынлашҡан таблица. Уҡыусыларҙы ҡабатларға өйрәтеү өсөн ҡулланыла.

Тарихы

Һуғышыусылар батшалығы осорондағы ҡабатлау таблицаһы, (Ҡытай, б. э. тиклем 305 йыл)

Иң боронғо билдәле булған ҡабатлау таблицаһы Боронғо Вавилонда табылған һәм йәше яҡынса 4000 йыл. Ул алтмышарлы иҫәпләү системаһына нигеҙләнгән[1]. Иң боронғо унарлы ҡабатлау таблицаһы Боронғо Ҡытайҙа табылған һәм б. э. тиклем 305 йылға ҡарай

Ҡайһы берҙә ҡабатлау таблицаһын Пифагор уйлап тапҡан тип иҫәпләйҙәр, төрлө телдәрҙә таблица уның исеме менән атала, шул иҫәптән француз, урыҫ һәм итальян телдәрендә[2].

493 йылда Викторий Аквитанский 98 бағаналы таблица төҙөгән, унда Рим һандарында 2-нән 50-гә тиклемге һандарҙың ҡабатландығы һөҙөмтәләре бирелгән[3].

Джон Лесли Arithmetic Philosophy of The китабында (1820)[4] 99-ға тиклемге һандарҙың ҡабатлау таблицаһын баҫтырған, ул цифрҙарҙы парлап ҡабатлау мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ ул 25-кә тиклем һандарҙы ҡабатлау таблицаһын ятларға тәҡдим итә.

Өйрәнеү

Үҙ ваҡытында яттан ятланған ҡабатлау таблицаһын индереү телдән һәм яҙма иҫәптә революция яһай. Быға тиклем бер урынлы һандарҙы ҡабатлауҙың төрлө хәйләкәр ысулдары ҡулланыла, улар бөтә процесты тотҡарлайҙар һәм өҫтәмә хаталар сығанағы булып торалар.

Рәсәй мәктәптәрендә ғәҙәттә ҡиммәттәр 10×10-ға тиклем етә. Бөйөк Британияла 12×12-гә тиклем, был инглиз берәмектәр системаһында оҙонлоҡ үлсәү берәмеге (1 фут = 12 дюйм) һәм аҡса әйләнеше (1971 йылға тиклем булған: 1 фунт стерлинг = 20 шиллинг, 1 шиллинг = 12 пенс) менән бәйле.

Советтар Союзында, ғәҙәттә, ҡабатлау таблицаларын 1-се кластан һуң «йәйгелеккә биргәндәр», ә 2-се класта дәрестәрҙә нығытҡандар (8 йәштә). Рәсәй мәктәптәрендә ҡабатлау ғәҙәттә 2-се класта өйрәнелә. Инглиз мәғариф стандарты буйынса мәктәптә ҡабатлау таблицаһы 11 йәшкә тиклем ятлап алынырға тейеш (талапты 9 йәшкә тиклем тип ҡатыландырыу планлаштырылған)[5]

Ябай ҡараш

Унарлы иҫәпләү системаһында ҡабатлау таблицаһы
×1234567891011121314151617181920
11234567891011121314151617181920
2246810121416182022242628303234363840
33691215182124273033363942454851545760
448121620242832364044485256606468727680
55101520253035404550556065707580859095100
66121824303642485460667278849096102108114120
7714212835424956637077849198105112119126133140
881624324048566472808896104112120128136144152160
9918273645546372819099108117126135144153162171180
10102030405060708090100110120130140150160170180190200
11112233445566778899110121132143154165176187198209220
121224364860728496108120132144156168180192204216228240
1313263952657891104117130143156169182195208221234247260
1414284256708498112126140154168182196210224238252266280
15153045607590105120135150165180195210225240255270285300
16163248648096112128144160176192208224240256272288304320
171734516885102119136153170187204221238255272289306323340
181836547290108126144162180198216234252270288306324342360
191938577695114133152171190209228247266285304323342361380
2020406080100120140160180200220240260280300320340360380400

Ҡабатлау таблицаһы буйынса һөҙөмтәне нисек табырға

Ҡабатлау таблицаһы буйынса 4×8 ҡабатландығы һөҙөмтәһен белер өсөн, һул яҡ бағанала дүрт цифрын һәм өҫкө юлда һигеҙ цифрын табып, 4-тән горизонталь һыҙыҡ һәм 8-ҙән вертикаль һыҙыҡ үткәрәләр. Һыҙыҡтар киҫешкән шаҡмаҡта торған һан ҡабатландыҡ булып тора (был осраҡта 32).

×12345678910
112345678910
22468101214161820
336912151821242730
4481216202428323640
55101520253035404550

Ҡулланыу

Классик ҡабатлау таблицаһын киң билдәле натураль һандарҙы ҡабатлауҙың практик күнекмәләрен булдырыу өсөн ҡулланыуҙан тыш, уны ҡайһы бер математик иҫбатлауҙа ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, натураль һандарҙың кубтары суммаһы формулаһын сығарғанда йәки квадраттар суммаһы өсөн аңлатма сығарыу өсөн[6].

Дөйөмләштереү

Ҡабатлау таблицаһы менән бер рәттән, ҡайһы бер осраҡта ҡушыу таблицаһы уңайлы була.

Кэль таблицаһы

Кэль таблицаһы — дөйөм алгебрала, бер бинарлы операциялы сикле алгебраик системаларҙың структураһын һүрәтләүсе таблица ул. Инглиз математигы Артур Кэль хөрмәтенә аталған. Дискрет математикала мөһим әһәмиәткә эйә, атап әйткәндә, төркөмдәр теорияһында, унда ғәмәлдәр сифатында ҡушыу һәм ҡабатлау ҡарала. Таблица, төркөм абелев төркөмө буламы икәнлеген билдәләргә, төркөм үҙәген һәм был төркөмдәге башҡа элементтарға ҡарата кире элементты табырға мөмкинлек бирә.

Юғары алгебрала Кэль таблицаһы ялан, балдаҡ һәм башҡа алгебраик структураларҙағы бинар операцияларҙы билдәләү өсөн ҡулланылырға мөмкин. Шулай уҡ улар был структураларҙа ғәмәлдәр үтәгәндә уңайлы.

Модуляр арифметика

Натураль һанға бүлеүҙән бөтә ҡалдыҡтар балдаҡ, ә ябай һандарға бүлеүҙән ҡалдыҡтар — ҡырҙар барлыҡҡа килтерә. Был ҡабатлау таблицаһы ярҙамында иллюстрациялана:

8 модуле буйынса бүлеүҙән ҡалдыҡтар балдағында ҡабатлау таблицаһы.

×01234567
000000000
101234567
202460246
303614725
404040404
505274163
606420642
707654321

5 модуле буйынса бүлеүҙән ҡалдыҡтар балдағында ҡабатлау таблицаһы.

×01234
000000
101234
202413
303142
404321

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары