Эстәлеккә күсергә

Ҡайғы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡайғы
АтамаһыГоре
Сәнғәт формаһыхикәйә
Баҫма йәки тәржемәWoe[d]
АвторЧехов Антон Павлович
Әҫәрҙең телеурыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты25 ноябрь (7 декабрь) 1885
БаҫылғанПёстрые рассказы[d][1] һәм Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы🅮[d] һәм 🅮[d]

Ҡайғы  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 25 ноябрендә «Петербург гәзитенең» 324-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.

Баҫмаларсығанаҡты үҙгәртеү

А. П. Чеховтың «Ҡайғы» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 25 ноябрендә «Петербург гәзитенең» 324-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла. 1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығында сыға, яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһын А. Ф. Маркс нәшер итә. 1895 йылда хикәйә айырым баҫма итеп сығарыла.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, норвег, серб-хорват, словак, чех һәм швед телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡитсығанаҡты үҙгәртеү

Хикәйә Чеховтың Чикиндәге(Воскресенск) дауаханала эшләгән саҡтағы тәьҫораттары нигеҙендә яҙылған. Тәнҡитсе Звенигородцев былай тип яҙған: «Воскресенскиҙан ике саҡрымда билдәле табип П. А. Архангельский эшләгән Чикин земская дауаханаһы бар. Шул дауаханала Чехов Архангельский менән танышып китә һәм уның ауырыуҙарҙын ҡабул итә, ғөмүмән, Чикинола булырға ярата. Дауахана уның «Хирургия», «Ҡайғы», «Ҡасаҡ» хикәйәләрен яҙырға темалар бирә»[2].

Л. И. Пальмин Чеховҡа: «Минеңсә, был хикәйә Һеҙ яҙғандар араһындағы иң шәбе. Был тормош дөрөҫлөгө тулы очерк сәйер тәьҫораттар тыуҙыра, көлкөлө лә , ҡыҙғаныс та булып китә. Хикәйәлә халыҡ тормошондағы кеүек үк көлкө менән тормоштоң бойоҡһоҙлоғо бер береһенә үрелеп бара. Шуныһы ғына йәл: Һеҙҙең был иң яҡшы хикәйәгеҙҙе „Осколки“ журналында баҫтырмауығыҙ»,-тип яҙа.

В. А. Гольцев хикәйәне баһалағанда: «…ҡарт һәм иҫерек токарь ауырыу ҡатынын табибҡа алып китеп бара. Юлда уның ҡатыны йән бирә, токарь үҙенең мәңге унан туҡмалып, ғазапланып йәшәгән ҡатынын ныҡ йәлләй һәм үҙенең хатаһын таный. Уның рухи хәлен Чехов шул тиклем уға ғына хас көс, ҡыҫҡалыҡ һәм яһалмаһыҙлыҡ менән күрһәткән», - тип билдәләй[3]. Л. Н. Толстой «Ҡайғы» хикәйәһен Чеховтың иң һәйбәт хикәйәләре иҫәбенә индерә.

Персонаждарсығанаҡты үҙгәртеү

  • Григорий Петров, токарь, 60 йәштәр самһы.
  • Матрена, Петровтың ҡатыны.
  • Павел Иваныч, табип.

Сюжетсығанаҡты үҙгәртеү

Токарь Григорий Петровтың ҡатыны Матрена ҡышҡыһын бик ҡаты ауырып китә, токарь уны күршеһенең аты егелгән санала земство дауаханаһына алып китә. Дауаханаға тиклем 30 саҡрым бараһы. Юлда барғанда ул ҡатыны менән һөйләшә, уны әҙерәк түҙергә өгөтләй. Ҡатынының йөҙөндәге ҡарҙың иремәгәнен токарь ҡапыл күреп ҡала. Петровҡа ҡурҡыныс булып китә. Ҡатынының һыуыҡ ҡулын тотоп ҡарағас, ул Матренаның үлгәнен аңлай.

Токарь ҡысҡырып илап ебәрә һәм атын ауылға табан бора. Ҡайтып барғанда ул 40 йыл буйына Матрена менән бергә йәшәгәнен, үҙенең эсеп иҫергәнен хәтерләй. Уның «яңынан йәшәй башлағыһы» килә.

Иҫенә, хәҙер докторға түгел, ә ауылға ҡайтырға кәрәк тигән уй төшөп, ул атын кирегә бора. Юлда ҡараңғы төшә, ел көсәйә, һәм токарь йоҡоға тала.

Ул ҡояш төшөп ныҡ яҡтыртҡан ҙур бүлмәлә уянып китә, күҙҙәрен аса. Үҙенең алдында ул доктор Павел Иванычты күрә. Григорий түшәгенән һикереп төшөргә итә, тик булдыра алмай — аяҡ-ҡулдары уны тыңламай. Доктор Григорийға аяҡ-ҡулын туңдырғанлыҡ арҡаһында уларһыҙ ҡалыуын аңлатып бирә. Табип үҙ һүҙҙәрен: «Хоҙайға рәхмәт әйт, ошо тиклем йәшкә еткәнең өсөн! Моғайын, алтмышты тултырғанһыңдыр — шул етер һиңә!»,- тип тамамлай. Быны әйткәс, доктор палатанан сығып китә.

Әҙәбиәтсығанаҡты үҙгәртеү

  • Чехов А. П. Горе // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмаларсығанаҡты үҙгәртеү

Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат