Ҡарабалыҡты

Ҡарабалыҡты (башҡ. ҠарабалыҡтыҠарабалыҡты) —Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы күл. Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышта 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостандың Урал аръяғы райондарындағы иү ҙур күлдәрҙең береһе.[1]

Озеро
Ҡарабалыҡты
башҡ. Карабалыкты
Морфометрия
Абсолют бейеклеге434 м
Үлсәме2,12 × 1,23 км
Майҙаны2,6 км²
Иң тәрән урыны6 м
Уртаса тәрәнләк3,5 м
Гидрология
Минераллығыкальций гидрокарбонатлы 
Бассейн
Площадь бассейна18,3 км²
Урынлашыуы
53°37′45″ с. ш. 58°41′19″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000211112200000439
Регистрационный номер в ГКГН: 0525838
Рәсәй
Точка
Ҡарабалыҡты
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡарабалыҡты
 Ҡарабалыҡты Викимилектә

Һүрәтләү

Кесе Ҡыҙыл йылға бассейнына ҡарай һәм уның һыу бүлеү өлөшөндә урынлашҡан. Сабаҡты күленән һөҙәк тауҙар менән айырыла.

Ҡарабалыҡты күленең төбө параболоид (табаҡ) формаһында һәм тиктаник һыныуҙар ваҡытында барлыҡҡа килгән. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км², ә һыу йыйыу майҙаны — 18,3 км².

Күлдең һыу баҫыу туғайҙары асыҡ күренә, беренсе һәм икенсе һыу баҫыу киртләстәре бар. Күлдең пляжына төрлө төҫтәге ҡом һәм ваҡ ҡырсынташ ултырған. Ҡарабалыҡты аҡмай торған тымыҡ күл, күп йыллыҡ күҙәтеү барышында һыу кимәленең ни бары 1.3 м үҙгәреүе күҙәтелгән.[2]

Гидрокарбанатлы һәм кальцийлы күл һыу сөсө һәм үтә күренмәле.

Этимология

Атамаһы күлдә тереклек иткән ҡарабалыҡ исеменен алынған.

Ҡыҙыҡ факттар

  • Күлдең көнбайыш ярында Уралдағы боронғо Урта-түбә палеолетик тораҡ табылған. Бында табылған материалдар Уралда неандерталецтар йәшәүен раҫлай.[3].
  • Балыҡсылар селтәргә, был ерҙәргә хас булмаған, 4 йәшлек 2 кг ауырлыҡтағы паринье балығын тотҡан.[4].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат