Эстәлеккә күсергә

Ҡарабалыҡ (күл, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарабалыҡ
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекСиләбе өлкәһе
УрынАрғаяш районы
Карта

Ҡарабалыҡ - рус. Карабалык, Линевое озеро - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынындағы күл[1].

Этимологияһысығанаҡты үҙгәртеү

Силәбе өлкәһенең киң билдәле географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Карабалык, озеро, Аргаяшский район. Так башкиры называют линя, отсюда — Линевое озеро[2][3].

Ысынлап та, күлгә исем үҙендә иң күп осраған балыҡ - ҡарабалыҡтан бирелгән булған.

Географияһысығанаҡты үҙгәртеү

Ҡарабалыҡ - ҙур булмаған күл, Арғаяш районының Ҡарабаш ҡалаһынан көньяҡтараҡ, Арғужа һыуһаҡлағысынан көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Силәбегә тиклем аралыҡ – 85 км, Екатеринбургҡа – 200 км, Мейәскә – 70 км

Географик координаттары: оҙонлоғо - 60°17′2.84″E (60.284123), киңлеге - 55°21′15.13″N (55.354202) [1].

Эргәһендәге һыу ятҡылыҡтары: Тәрәнкүл, Арғужа һыуһаҡлағысы, Сереккүл, Кәрәмәткүл[4].

Тасуирламаһысығанаҡты үҙгәртеү

  • Уртаса тәрәнлеге: 1,5 м
  • Максималь тәрәнлеге: 2,5 м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1*0,4 км
  • Һыу сығанағы: башлыса ер аҫты һыуҙарынан туҡлана. Көньяғынан бер шишмә ҡоя,төньяғынан ағып сыға һәм Арғужа һыуһаҡлағысына ҡоя
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 293м
  • Майҙаны: 0,4км2
  • Һыу ятҡылығының хасил булыуы: эрозия-тектоник ҡуҙғалыштан барлыҡҡа килгән.
  • Күл буйындағы тораҡ пункттар: Ҡарабалыҡ ауылы
  • Күл төбө: ләмле, ташлы [4]..

Флораһы һәм фаунаһысығанаҡты үҙгәртеү

Ярҙарын урмандар ҡаплаған, башлыса ҡарағай ҡатнаш ҡайынлыҡтар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күлгә исем биргән балыҡ - ҡарабалыҡ бында юҡҡа сыҡҡан. Күл менән файҙаланыусы ойошма даими рәүештә селбәрә ебәреп торған, әммә һуңғы йылдарҙа бынан баштартырға булғандар. Һуңғы тапҡыр күлгә балыҡ 2009 году йылда ебәрелгән (табан балыҡ, карп). Ротан менән гольян бар [5].

Шулай уҡ ҡарасығанаҡты үҙгәртеү

Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

Һылтанмаларсығанаҡты үҙгәртеү

Сығанаҡтарсығанаҡты үҙгәртеү

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 636-сы бит/ Ҡарабалыҡ
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат