Ҡар ишелмәһе

Ҡар ишелмәһе (нем. Lawine, лат. labina  — ишелмә, шыуышма, ишелгән (шыуған) ер) — тау битенән шыуып, ишерелеп төшөүсө ҡар массаһы. Ҡар ишелмәләрендә кешеләр (йыш ҡына альпинистар, һәүәҫкәр тау саңғысылары һәм сноубордистар) ҡорбан була һәм ҙур ғына матди заян күрелә. Ҡайһы саҡта ҡар ишелмәләренең эҙемтәләре һәләкәтле була (1999 йылдың февралендә массаһы 170 мең т. ҡар ишелмәһе Автрияның Гальгут ҡасабаһын тулыһынса емерә, 30 кеше ҡорбан була[1], ә 2012 йылдың март башында Афғанстанда ҡар ишелмәләре серияһы торлаҡтарҙы емерә һәм 100-ләп кеше һорьан була[2]).

Һималайҙа ҡар ишелмәһе,Нупцзе

Ҡар ишелмәләре Рәсәйҙең[3] һәм донъяның барлыҡ таулы райондарында бар[4]. Ҡыш ваҡытында улар тауҙарҙың тәбиғи хәүефлелеге булып тора.[5]

Барлыҡҡа килеү сәбәптәре

Яуым-төшөм менән яуған ҡар ышҡылыу көсө иҫәбенә тау битендә тотҡарланып ҡала (уның дәүмәле бик күп факторҙар менән бәйле, шул иҫептән ҡарҙың дымлылығы, тау битенең ауышлығы). Ҡар массаһы баҫымы ышҡылыу көсөнең артыҡ булһа, ҡар шыуыша башлай.[6]

Ҡар ишелмәһе барлыҡҡа килеү өсөн тау битенең 25—45° ауышлығы уңайлы, шулай ҙа тау битенең ауышлығы 15—18° булғанда ла ҡар ишелмәһе булған осраҡтар билдәле. Ауышлығы 15° тау бите һәм 15 см ҡар ҡатламы булғанда ҡар ишелеү ҡурҡыныса бар тип иҫәпләнә, бының өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш, мәҫәлән, епшек көндә һәм ҡояш йылытҡанда ҡар ирей, һуңынан тиҙ генә һыуыта, шуға боҙло тау барлыҡҡа килә, өҫтөнә ҡырпаҡлаған ҡар яуа.

Ауышлығы 50° булғанда ҡар ҙур күләмдә тотороҡланмай һәм әҙләп шыуып төшә бара[7], 15° һөҙәгерәк һәм 60° текәрәк булғанда тулыһынса ҡар ишелеү ҡурҡынысы бар тип иҫәпләнә.

Тау битендә йыйылған ҡар массаһын, ғәҙәттә, климат сәбәптәре ҡуҙғалта: һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе (шул иҫәптән атмосфера баҫымы, дымлылыҡ үҙгәреү), ямғырҙар яуыуы, мул ҡар яуыуы, һәм шулай уҡ таш шыуыуы, ер тетрәүе кеүек механик тәҫир. Ҡайһы саҡта, ышҡылыу көсө һәм баҫым көсө араһындағы тигеҙләнеште бәләкәй генә һелкенеүҙе боҙоп ҡар ишелмәһе барлыҡҡа килтерә (мәҫәлән мылтыҡ атыу тауышы, саңғысының йәки сноубордистың ҡарға баҫымы).[6]

Хёфершпитц тауында ҡар ишелмәһенә ҡаршы барьер, Форарльберг (көнбатыш Австрия)

Ҡар ишеменең күләме бер нисә миллион кубик метр булыуы мөмкин. Ғүмер өсөн 5 м³ ҡар ишеме лә хәүефле булыуы мөмкин.[8]

Классификация

Ҡар ишеменең бер нисә квалификацияһы бар, мәҫәлән:

  • Күләм буйынса.
  • Ҡар йыйылыу һәм ҡар ишелеү юлы рельефы буйынса (улаҡлы ҡар ишеме, һикереүсе ҡар ишеме).
  • Ҡар консистенцияһы буйынса (ҡоро, дымлы, еүеш ҡар ишеме).

Ҡоро ҡар ишемдәре, ҡағиҙә буларыҡ, яңы яуған ҡар һәм аҫтағы боҙло ҡатлам менән тотҡарланыу көсө ҙур булмағанлыҡтан барлыҡҡ килә.[6] Ҡоро ҡар ишелмәһенең хәрәкәт итеү тиҙлеге 20—70 м/с (125 м/с-ҡа тиклем) тығыҙлығы 0,02 дән 0,3 г/см³ булғанда[9]. Ҡоро ҡар ишерелеүе ҙур ғына емереүҙәр яһаусы ҡарлы һауа тулҡыны барлыҡҡа килтереүе мөмкин.

Еүеш ҡар ишелмәләре тотороҡһоҙ һауа шарттарында барлыҡҡа килә, уларҙың сәбәбе төрлө тығыҙлыҡтағы ҡар ҡатламы араһында һыу һыҙаты барлыҡҡа килеүе. Еүеш ҡар ишелмәһенең тиҙлеге ҡоро ҡар ишелмәһенән түбәнерәк 10—20 м/с ( 40 м/с-ҡа тиклем) һәм тығыҙлығы 0,3—0,4 г/см³[9]. Ҡар тығыҙлығы юғары булғанда ҡар ишеме туҡталғас ҡар массаһы тиҙ генә туңа һәм ҡотҡарыу эштәрен ҡатмарлаштыра.[6]

1993 йылдан Европала ҡар ишелмәһе барлыҡҡ килеү хәүефен билдәләү квалификациялау системаһы бар, ундай урындар тау саңғылары курорттарында тейешле флагтар менән билдәләнә (бындай квалификация Рәсәйҙә лә ҡулланыла):

Хәүеф кимәлеҠарҙың тотороҡлолоғоФлагҠар ишелеү хәүефе
1 — ТүбәнҠар, башлыса, тотороҡло. Текә тай битләүҙәренә йоғонто яһамағанда ҡар ишелеү хәүефе түбән. Үҙенән үҙе ҡар ишелеү ихтималы бик түбән.
2 — СикләнгәнҠайһы бер текә урындарҙа ҡар тотороҡлолоғо уртаса. Башҡа урындарҙа тоторороҡло. Текә тау битләүҙәрендә ҡар массаһына ҙур йоғанто былғанда ҡар ишелеүе мөмкин. Теләһә ниндәй үҙенән үҙе барлыҡҡ килгән ҡар ишелмәләре көтөмләй.
3 — УртасаТекә тау битләүҙәрендә ҡар уртаса һәм аҙ тоторороҡһоҙ. Күп кенә тау битләүҙәрендә ҡар массһына көсһөҙ йоғонто яһағында ҡар ишелеүе ихтимал. Ҡайһы бер тау битләүҙерендә уртаса һәм ере үҙенән үҙе ҡар ишеме барлыҡҡа килеүе ихтимал.
4 — ЮғарыКүп кенә тау битләүҙәрендә ҡар тотророҡһоҙ. Күп кенә тау битләүҙәрендә ҡар массһына көсһөҙ йоғонто яһағында ҡар ишелеүе ихтимал. Ҡайһы бер урындарҙа уртаса һәм ере үҙенән үҙе ҡар ишеме барлыҡҡа килеүе ихтимал.
5 — Бик юғарыҠар тотороҡһоҙ. Хатта һөҙәк тау битләүҙәрендә лә эре ҡар ишемдәре барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Францияла ҡар ишеменән үлем осраҡтары 3-тән 4-кә тиклем хәүеф осраҡтарында теркәлә, ә Швецарияла 2-нән 3-кә тиклем (бындай айырма милли менталитет үҙенсәлеге менән һәм хәүеф кимәлен төрлөсә аңлау менән аңлатыла).[10]


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары