Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы

Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (21 ноябрь 1859 йыл7 декабрь 1919 йыл) — суфыйсылыҡ вәкиле, ишан, ахун (1890), сәйәсмән һәм йәмәғәтсе.

Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы
Тыуған көнө

21 ноябрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Вафат булған көнө

7 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (60 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы

Биографияһы

Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы Ҡорбанғәлиев 1859 йылдың 21 ноябрендә Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Мөхәммәтҡолой улусының Миҙиәк ауылында ишан Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев ғаиләһендә тыуған. Ҡорбанғәлиевтар нәҫеленән.

Троицк ҡалаһындағы мәҙрәсәлә уҡый. 1883 йылдың 28 мартында тыуған ауылы мәсетенә имам-хатип итеп тәғәйенләнә. 1885 йылда мәсет эргәһендә Миҙиәк ауылы мәҙрәсәһен аса һәм уның мөҙәрисе була[1]. Дин тәғлимәтенә һәм мәғрифәткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ҡырҡа консерватив һәм монархик ҡараштарҙы үҙ итә.

1890 йылдың 28 ноябрендә ахун дәрәжәһенә үрләтелә. 1912 йылда 1912—1913 йылдарҙағы Балҡан һуғышы менән бәйле рустарға ҡаршы вәғәз һөйләүҙә ғәйепләнеп, бөтә вазифаларынан бушатыла һәм Петропавловскиға һөргөнгә ебәрелә. 1915 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Февраль революцияһы башланғас, ул үҙенең балалары һәм уҡыусылары менән берҙәм Рәсәй дәүләте сиктәрендә башҡорт халҡының үҙбилдәләнеш алыуын теләй, Башҡорт Хөкүмәте иғлан иткән Башҡортостан территориаль автономияһын ҡабул итмәй, әммә ергә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлауҙы һәм таныуҙы шарт итеп ҡуя.

1918 йылдың июнь-июль айҙарында Башҡорт хөкүмәтенең Силәбелә булған мәлендә, Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. Уның улы Мөхәммәтһарун 1-се батальон командующийы итеп ҡуйыла.

Башҡорт хөкүмәтенең һәм ғәскәренең большевиктар яғына сыҡҡанынан һуң, үҙенең арҡаҙаштары (М. Л. Мортазин, Ғ. Ғ. Таған һ.б.) менән Колчак яғында ҡала. Ҡыҙылгвардеецтар Силәбене алғас, ул үҙенең улы Мөхәммәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев менән Себер яҡтарында большевиктарға ҡаршы көрәшеүсе «Мөхәммәт полкы» тип йөрөтөлгән кавалерия полкы төҙөй[2].

Яҡынса 2500 башҡорт ғаиләһе (10 мең кеше), шул иҫәптән ахундың ғаиләһе лә, сигенеүсе Аҡтар армияһы артынан ҡаса. Күп тә үтмәй, Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев 16 йәшлек улы Ғәбделвәли менән ҡыҙылдарға пленға эләгә.

Башревком рәйесе Ә.-З. Вәлидов ҡарары буйынса ҡулға алына. 1919 йылдың 7 декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы төрмәһендә атып үлтерелә[3].

Ғаиләһе

Улдары: Мөхәмәтғәбделхәй, Мөхәмәтһарун, Абдулвәли, Мөхәмәтансар, Заҡуан һәм Абдулла[4].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Юнусова А. Б. Курбангалиевы. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: «Башкирская энциклопедия», 1996. — С. 358. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • Валеев Г. К. Курбангалиевы. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 179—180. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары