Үгеҙ (Бөрө районы)

Үгеҙ (рус. Угузево) — Башҡортостандың Бөрө районындағы ауыл, Үгеҙ ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше[1].Почта индексы — 452468, ОКАТО коды — 80213843001.

Ауыл
Үгеҙ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрө районы

Координаталар

55°16′29″ с. ш. 55°41′19″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 213 843 001

ОКТМО коды

80 613 443 101

ГКГН номеры

0521249

Үгеҙ (Рәсәй)
Үгеҙ
Үгеҙ
Үгеҙ (Бөрө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Үгеҙ

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бөрө): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 60 км

Үгеҙ (Таулах) ауылы Таулы (Рәйәз) йылғаһы буйында, район үҙәге Бөрө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 километр һәм Өфө тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 60 километр алыҫлыҡта Өфө-Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан[2].

Тарихы

Үгеҙ ауылына 1677 йылда купчий ҡағыҙы буйынса Уҫы даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙе мишәрҙәре нигеҙ һала.

Уҫы даруғаһында 1725 йылда булып киткән Көңгөр бургомистры Юхнев былай тип яҙған: «Бында үҙ йорттарында башҡорттар йәшәй. Икмәктәре күп, һөрөнтө ерҙәре лә етерлек, йәйгеһен күсенеп йөрөмәйҙәр»[3][4].

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Йылан улусыөйәҙеҠазан даруғаһыРәсәй Империяһы
1816-сы йорт10-сы Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-сы йорт10-сы Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-сы йорт10-сы Башҡорт кантоныБөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-сы йорт10-сы Башҡорт кантоныБөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895улусыБөрө өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920улусыБөрө өйәҙеАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926улусыБөрө кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Үгеҙ ауыл советыБөрө районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Үгеҙ ауыл советыБөрө районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Үгеҙ ауыл советыБөрө районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны

Үгеҙ ауылында башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл760
1920 йыл 26 август926
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар890
1959 йыл 15 ғинуар711
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар443
2002 йыл 9 октябрь411
2010 йыл 14 октябрь41419222246,453,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (34 %) йәшәй[5]

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылғы X мәғлүмәттәре буйынса 48 йортта 164 ир-егет, 158 ҡатын-ҡыҙ керҙәш йәшәгән[6]).

1865 йылда 49 йортта 343 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, училище, 5 ел тирмәне булған. Продукцияны һатырға Бөрө ҡалаһы баҙарҙарына йәки Ағиҙел йылғаһындағы пристандә һатҡандар, йыш ҡына тауарҙарҙы натураль аҙыҡҡа алмашҡандар.

XIX быуаттың 2-се яртыһында — Иҫке Үгеҙ булараҡ теркәлә.

1897 йылғы рәүиз мәғлүмәттәренән: "Пономарёвка улусында Үгеҙ көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнсығышҡа табан тулҡынға оҡшаған ике ҡаяла, Таулы йылғаһы буйында, төньяҡҡа табан, Бөрө ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл эргәһендә тирмән ҡуйыу өсөн уңайлы Яланкүл бар. Халҡы — керҙәшлек килешеүе менән индерелгән башҡорттар. 141 рәүиз йәненә ер бүлемдәре бер участкала бирелгән. Һөрөнтө ерҙәр көнсығышҡа табан тулҡынға оҡшаған битләүҙә һәм көньяҡ-көнбайышта текә битләү буйында. Ул 70 йыл элек һөрөлөп үҙләштерелгән…

Тупрағы — көрән, ҡатлаулы, ҡомло балсыҡлы, тәрәнлеге 4-9 ҡарыш, урыны менән ҡомло. Тупраҡ аҫты — һыҡы ҡыҙыл балсыҡ.

Ауылда 3 елгәргес, 7 данаһы янған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Көтөүлек ауыл янында. Баҫыу бесәнлеге. Бесәнһеҙлек хәленән сыға алалар. Сабынлыҡтар уртаһында урман һибелгән, мал тапаған, лапы, киҫкәләр таралып ята. Урманды хужалыҡ мәнфәғәттәренән сығып ҡырҡалар. Йорттарҙы ҡаҙна урманынан һатып алынған утын менән йылыталар.

Һәр береһенең майҙаны 7,5-шәр дисәтинә булған 5 тирмән урыны бар, йыл һайын дүрт урындың һәр береһенә 35 һум түләп һәм бишенсе урын өсөн 30-ар һум түләп, 12 йылға ҡуртымға бирелә.

Кәсептәре: ҡышын ағасты пристангә алып киләләр; бер ат менән идара итеүсе кеше 10 һумға тиклем аҡса эшләй. Баҡса йәшелсәһе үҙ мәнфәғәттәре өсөн үҫтерелә. Хужалыҡтарында мал аҫырайҙар. Һөрөнтө ерҙәр аҙ[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 3 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Совет осоронда ауыл биләмәһендә ике совхоз булған. Урындағы халыҡтың күпселеге «Шишмә» совхозында эшләне, төп продукция — еләк плантациялары. Мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы төҙөлә, үҙәк һыу үткәргесе үткәрелә.

Хәҙерге Рәсәй этабында Үгеҙ ауылында газ үткәрелгән, автомобиль юлына асфальт түшәлгән[8].

Әлеге көндә төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Ҡайынлы урам (рус.  Берёзовая (улица)
  • Революцион урамы (рус.  Революционная (улица)
  • Социалистик урамы (рус.  Социалистическая (улица)
  • Коммунистик урамы — (рус.  Коммунистическая (улица)
  • Шалҡанлы урамы (рус.  Репная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Баҡса урамы — (рус.  Садовая (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылға-күлдәр:

  • Таулы (Рәйәз), Теҙгенде йылғалары
  • Урманкүл, Яланкүл, Ҡәҙриә күле

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт ҡомартҡылары:

  • Үгеҙ ауылы эргәһендәге 1912 ҡарағай культураһы һәм ҡарағастарҙың ҡарт культуралары.

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары