Үрге Сәлим

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районындағы ауыл

Үрге Сәлим (рус. Верхнесалимово, элекке исеме Сәлим) — Башҡортостан Республикаһынң Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 174 кеше[2].Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227825003.

Үрге Сәлим
Үрге Сәлим
Рәсми телбашҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекМатрай ауыл Советы (Йылайыр районы)
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d]
Халыҡ һаны174 кеше (2010)[1]
Почта индексы453694
Карта


Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[3]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар106594755,744,3
1959 йыл 15 ғинуар1827111139,061,0
1970 йыл 15 ғинуар28013614448,651,4
1979 йыл 17 ғинуар26813912951,948,1
1989 йыл 12 ғинуар21411210252,347,7
2002 йыл 9 октябрь187959250,849,2
2010 йыл 14 октябрь174839147,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 63 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Матрай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 110 км

Урамдары

  • З. Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • М. Ғафури урамы (рус. М.Гафури (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))[4]

Тарихы

1950 йылдарҙың аҙағына тиклем районда Сәлим (Түбәнге Сәлим) һәм Үрге Сәлим исемле ике ауыл булған. Бөгөн уларҙың береһе генә бар — Үрге Сәлим.

Беренсе Сәлим ауылы (Түбәнге Сәлим) Йылайыр районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Быҙаулыҡ йылғаһы һәм уға көнсығыштан ҡойған Суртанлы-Үҙәк йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Үрге Сәлим ауылы Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярында, Быҙаулыҡ йылғаһы ағымы буйлап беренсе ауылдан 2 км бейегерәк урынлашҡан, унда уға көнбайыштан ауылдың төп өлөшөн ярымутрауҙа ҡалдырып, Ҡамышлыүҙәк йылғаһы ҡоя.

Сәлим ауылы тураһында рәсми документ X ревизия (1859 йыл) ваҡытынан алып һаҡланған. Ошонда уҡ уның IX ревизия (1850 йыл) менән иҫәпкә алыныуы хаҡында күрһәтмә бар. Тимәк, Сәлим ауылы 1850 йылға булған. Ләкин, әйтелеүенсә, VIII ревизия (1834 йыл) һәм 1842 йылғы материалдарҙа уның тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Сәлим, ауыл булараҡ, 1842-се һәм 1850-се йылдар араһында хасил була. Тәүҙә ул Мәҡсүт ауылының утары була. Мәҫәлән, XIX быуаттың Ырымбур өйәҙе картаһында «Быҙаулыҡ» йылғаһының һул ярында «Мәҡсүт утары» күрһәтелгән һәм был урын Сәлим ауылы тәүге урыны менән тап килә[5].

Матбуғатта

  • Үрге Сәлим ауылында яңы ФАП төҙөлә[6]

Видеофильмдар

Тарихи урындары

  • Ҡасаба янында, Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярынан көнбайышҡа табан, Ҡамышлы-Үҙәк йылғаһын киҫеп үтеп, боронғо сауҙа юлы — «Ҡанифа юлы» урынлашҡан, ул ҡасандыр Башҡортостанды Азия илдәре менән тоташтырған. «Ҡанифа юлы» Төньяҡ түңгәүерҙәрҙең Һаҡмар башы ауылы (Әбйәлил районы Әхмәт ауылы) ерҙәренән килеп сыға һәм Аҡтүбәгә, йәғни Аҡтүбә ҡалаһына барып етә[7].
  • Байтаҡ атамалары археологик ҡомартҡылар менән бәйле. Уларҙың иҫәбендә бейеклеге яҡынса 4 метрлыҡ «Ҡәҙир убаһы» ла бар. Легенда буйынса, бында Түңгәүер ырыуы батыры Ҡәҙир ерләнгән. Быҙаулыҡ йылғаһы буйында «Ереклек» («Ольховый») болонында «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй» байрамдары уҙғарылған. Ошо урында бейеклеге яҡынса 1,5 метрлыҡ боронғо мәжүсиҙәр менгиры ла урынлашҡан. Бер легенда буйынса, бында атлы яугирҙар — башҡорт казактары ерләнгән, икенсеһе буйынса, йәнәһе лә был таш ер аҫтынан үҫкән[8].

Ер-һыу атамалары

«Ете аршин»«Ат йөҙҙөргөс»«Тәрән ятыу»«Ҙур Ҡабаҡҡайын»«Бәләкәй Ҡабаҡҡайын»«Аҡбулат сыбаһы»«Ҡоҙоҡ аҫты»«Ташүҙәк»«Әҙел үҙәге»«Оҫҡон үҙәге»«Әҙел ташы»«Сусаҡтау»)«Ҡаятау»«Малҡантау»«Ҡәһәрмән туғайы»«Кәрим үҙәге»[9]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары