Һунар

Башҡорттарҙың боронғо шөғөлө

Һунар — ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар аулау менән бәйле хужалыҡ итеү.

Һунар
Рәсем
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсемал һуйыу[d] һәм поедание[d]
Башланыу датаһынекорректная дата (недостижимая точность) һәм некорректная дата (недостижимая точность)
Ҡайҙа өйрәнеләохотоведение[d] һәм лесоведение[d]
Святой покровительСвятой Эгидий[d], Великомученик Евстафий[d] һәм Святой Губерт[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр203 245
 Һунар Викимилектә
Ф. Рубо. Император Александр II янында башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүе
М. И. Зичи. Ыласын тотҡан башҡорттар

Һунар — Һунарсылыҡ ресурстарын эҙләп табыу, тотоу, беренсел эшкәртеү һәм транспорт менән оҙатыуҙы үҙ эсенә ала[1].

Һунарсылыҡ төрҙәре

Һөнәри һунарсылыҡ — юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар һунар продукцияһын әҙерләү, етештереү һәм һатыу маҡсатында һунар итеүе[2]. Шулай уҡ уның маҡсатына хәүеф тыуҙырған һәм зарарлы, йә артыҡ үрсеп киткән хайуандарҙы аулау ҙа инә[3]. Һунар төшөнсәһенә кейектәрҙе тереләй тотоп үрсетеү, икенсе төбәктәргә күсереү, циркта һәм зоопаркта, фәнни тикшеренеүҙәрҙә һәм башҡаларҙа ҡулланыу ҙа инә[4]

Һәүәҫкәр йәки спорт һунарсылығы — физик берәмектәрҙең шәхси мәнфәғәттәрҙә рекреацион маҡсаттарҙа һунар итеү.

Башҡорттарҙың боронғо шөғөлө

Ҡасим Дәүләткилдеев. Һунарсы башҡорт. Портреттың артында рәссам былай тип яҙып ҡуйған: "Бигарҫлан Солтанов, һунарсы, 30 йәш, 20 айыу алған, 16 бүре тотҡан. Партиялы, инвалид. Инвалидлығын һунарҙа алған. Эте Бурзик

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө. Һунарсылыҡ башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙең тәбиғәтенә, климат һәм хужалыҡ тотоу үҙенсәлектәренә бәйле.

Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡыуып, ҡамап, суҡмар менән һуғып, уҡ менән атып, ҡапҡанға төшөрөп, мисәүләп тотҡандар. Урал аръяғы биләмәләрендә, дала яҡтарында тәүге ҡырпаҡта ат менән ҡыуып һунарға сыҡҡандар. Ҡар күтәрткәндә ҡоралайға, ҡыр кәзәһенә, болан менән мышыға ҡалтағай менән дә барғандар.

Ҡуянға, шәшкегә, бурһыҡҡа, һуҫарға, төлкөгә эт менән һунар иткәндәр.

Айыуҙы таҙғаҡ ҡуйып, йәки айыу һөңгөһө менән алғандар. Уны ғәҙәттә солоҡ ағасы янында, эргәләге ағасҡа ҡатмарлы баҫма ҡуйып, аңдығандар.

Һунар ҡоштары ла ҡулланғандар (бөркөттәр менән һунар итеү). Бөркөт, ыласын, ҡарсығаны махсус өйрәткәндәр һәм улар ярҙамында затлы тиреле кейектәргә, бүрегә, төрлө ҡоштарҙы ауларға йөрөгәндәр.

Ҡоштарҙы шулай уҡ япма, әүен, йәтмә менән дә тотҡандар.

Соҡор ҡаҙып ҡуйыу, ҡапҡан (тәпе), тоҙаҡ, атма ҡуйыу кеүек ябай ысулдар ҙа ҡулланылған.

Тарихынан

1856 йылда Фәхретдин Өмөтбаев Мәскәүҙә император Александр II коронацияһына башҡорт делегацияһын алып бара. Таж кейҙереү тантаналары ваҡытында бөркөттәр менән һунар итеүҙе ойоштора Шуның өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа гәүһәр йөҙөк бүләк итә.

Рәссам Ф. Рубоның «Александр II ҡатнашлығында башҡорттарҙың ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһы 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында баҫылып сыға[5]

Һунар ҡоралдары

Һунар ҡоралдары ябай, әммә ярайһы күп төрлө булған. Мәҫәлән, ҙурлығы 1,5 метрға еткән йәйә, әҙернә, уҡ, киҫтән, суҡмар, бысаҡ, мылтыҡтар ҡуллнылған.

Ян — ябай һәм ҡатмарлы, ҡатмарлыһы ҡайын һәм шыршынан, туҙ менән көпләп эшләнгән. Уҡтар һөйәк йәки тимер башаҡ ҡуйып эшләнгән.

Һунар табышын, аҙығын һалып йөрөргә һунарсылар алап артмаҡлап ала торған булған. Аяҡ кейемен ат, һыйыр йәки мышы бәкәленән һыҙырып алынған тиренән теккәндәр. Ул бышымлы ҡынйыраҡ тип аталған.[6]

Табышты тауар әйләнешендә ҡулланыу

Башҡорт ерҙәре затлы тиреле кейектәргә бай булған. Тап шуның өсөн дә яһаҡтың күп өлөшө тире тәшкил иткән. Тире менән төрлө илдәрҙә һәм халыҡтар араһында сауҙа иткәндәр.

Һунарсылыҡтың кәмеүе

Һунар итә торған урындар ырыуҙар, аралар араһында килешеп, бүленгән булған. Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуы, тау сәнәғәте үҫеш алыуы, ситтән кешеләрҙең күпләп күсенеп ултырыуы был биләмәләрҙең кәмеүенә килтергән. Һунарсылыҡ яйлап кәмегән, ҡоштар менән һунар итеү бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан[7].

СССР-ҙа һунарсылыҡ

СССР сәнәғәт кимәлендә һунарсылыҡ башлыса РСФСР-ҙа (Европа яғында ла, Азия өлөшөндә лә) үҫешкән. Затлы тире етештереү буйынса Советтар Союзы донъяла беренсе урын яулай.

Шулай уҡ спорт төрө булараҡ та ҡулланғандар. Һунарсылыҡ йәмғиәттәрен ойоштороу, һунарсылыҡ фондын дөрөҫ файҙаланыу, уны үҫтереү һәм яҡшыртыу буйынса саралар күрелә.

Һунар махсус закондар һәм ҡағиҙәләр менән көйләнә. Дәүләт һунар инспекциялары һәм ирекле һунарсылыҡ йәмғиәттәре һунарсылыҡты контролдә тота, һунарға сығыу улар биргән махсус билеттар менән генә рөхсәт ителә.

Әҙәбиәт

  • Безобразов С. В., Тривус М. Л. Охота // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Краев Н. В. Предписания о приравнивании к охоте исключают презумпцию невиновности //Современные проблемы природопользования, охотоведения и звероводства. — Киров, 2012. — С.271
  • Краев Н. В., Матвейчук С. П. Ответственность за незаконную охоту.- Киров: ВНИИОЗ, 2002. — С. 137—145.
  • Макарова Д. С., Пушкин А. В. О некоторых проблемах в сфере терминологии охотничьего законодательства //Современные научные тенденции в животноводстве, охотоведении и экологии. — Киров: ФГБОУ ВПО Вятская ГСХА, 2012. — С. 109—115.
  • Туркин Н. В. Закон об охоте 3 февраля 1892 года. С историческим очерком и мотивами, с приложением оставшихся в силе законоположений об охоте и таблиц сроков охоты. М., 1892., 154 с.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары