Әрмәнстанда Ислам

Әрмәнстанда Ислам әлеге заманда бик киң таралмаған, мәгәр билдәле бер осорҙа Эриван ханлығында төп урында торған булған [1].

Әрмәнстанда Ислам
Дәүләт Әрмәнстан
 Әрмәнстанда Ислам Викимилектә

Тарихынан

Ислам Әрмәнстанға б.э. VII быуатында, ғәрәп яулап алыуҙары ваҡытында килеп ингән[2]Хәҙерге осорҙа Әрмәнстанда Ислам динен башлыса курдтар һәм фарсылар тота.

Мосолман курдтар йәмәғәте 2 мең кешенән тора һәм улар башлыса Абовян районында йәшәй. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң мосолмандар Әрмәнстан территорияһында даими кәмей барһа ла Ҡарабах хәлдәренә тиклем күп һанлы йәмәғәт булып ҡала ине әле. Әммә XX быуатта әзербайжандарҙы күсереү арҡаһында мосолмандар һаны ныҡ кәмей [3].

Хәҙерге Әрмәнстан биләмәләренә ҡарата мосолмандар йәшәгән урындар картаһы 18861890 :
Аҡһыл йәшел — Шиғыйҙар
Ҡара йәшел — Сөнниҙәр

1897 йылғы йәниҫәп буйынса, ул саҡтағы Эриван губернияһында 25218 мосолман йәшәгән (халыҡтың 27,3 % )[4], пикенсе белешмәләр буйынса[5] — халыҡтың 41 проценты (36,7 % — шиғыйҙар, 4,3 % — сөнниҙәр). 1896 йылда Яңы Баязет өйәҙендә 10 мәҙрәсә һәм 13 мәсет булған[6].

19061911 йылдарҙа бер Эриванда ғына ла, ҡаҙна һәм йәмәғәт биналары исемлеге буйынса, 8 мәсет булған[7].

XX быуат башында мосолмандар Эриван өйәҙендә йәшәгән халыҡтың 62 процентын тәшкил иткән (52,5 % — шиғыйҙар)[8], Эчмиадзи өйәҙендә йәшәгән халыҡтың 35,6 проценты мосолман булған (30 % - шиғыйҙар)[9]

Мәгәр әлеге көндә республика ерҙәрендә бары тик бер мәсет  — Ереван дағы Зәңгәр мәсет һаҡланған. Уны Эриван ханлығы осоронда Һөсәйен Али 1765 йылда төҙөткән булған[10]

Эриван күренеше, манаралар. 1796 йыл

Ереванда XVI быуатҡа тиклемге мәсеттәр һаҡланмаған, улар османдар и сәфәүиҙәр араһындағы һуғыш ваҡытында емертелеп бөткән[11]

XX быуат башында 49 % Эриванда 7 шиғый мәсете булған [12]

Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған Һөсәйен Али хандың Зәңгәр мәсетен иран оҫталары реставрациялаған. 1990 йылда Варданац урамындағы ҙур булмаған әзербайжан мәсете емереп ташланыла[13], быға Баҡылағы әрмән сиркәүе емертелгән тигән имеш-мимештәр сәбәпсе була; британ журналисы Томас де Ваал яҙғанса, «уның бәхетһеҙлегенә, мәсетте фарсылар төҙөгән тип тапмағандар һәм емереп ташлағандар»[14]

Эриван күренеше 1827 йылда.Манаралар. Рәссам Ф. Рубо

Археолог Филип Л. Коль Әрманстанда ислам ҡомартҡылары әҙ һаҡланыуына иғтибарҙы йүнәлтеп, былай тип яҙа[15]:

Ниндәй генә демографик статистиканы алһаҡ та, был төбәктә исламдың матди ҡомартҡылары күп һаҡланырға тейешлегенә бер ниндәй шик юҡ. Беҙҙең көндәрҙә уларҙың тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуы осраҡлы булыуы мөмкин түгел[16]

Галерея

Еревандағы Зәңгәр мәсет
Аргаванд ауылында Пир-Хөсәйен төрбәһе
Эривань. Ҡала мәсете манараһы
Эривандағы Геги мәсете
Эривандағы кесе Геги мәсете


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары