Соңғорйылға
Соңғорйылға[1] (иҫкесә Соңғор-Йылга[2][3]; — Башҡортостанда Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһендәге гөрләүек[4], Һәләүек йылғаһының һул ҡушылдығы, Баймаҡ районында Һаҡмар һәм Көҫәбе йылғаһының һул ҡушылдығы.
Соңғорйылға | |
Ҡайҙа ҡоя | Һәләүек |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Оҙонлоҡ | 4,6 km |
Гөрләүектең оҙонлоғо — 4,60 км[2]. Сәлих ауылынан көньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта урман массивында башлана.[5]. Төньяҡҡа табан аға, ауылдың көньяҡ өлөшөндә Һәләүек йылғаһына ҡоя.
Соңғорйылға гөрләүегенең тирә-яғында нефть сығарыу эштәре бара.
Исеменең килеп сығышы
Исеме башҡорт телендәге соңғор диалектынан «йырын, соҡор» һәм башҡорт телендә «йылға» һүҙенән килеп сыҡҡан. Башҡортса Соңғорйылға һүҙенә ҡәрҙәш — Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы янындағы йылға, Йылайыр районының Мәҡсүт ауылы эргәһендәге йылға, Бөрйән районы (Әбедлмәмбәт ауылы), Учалы районының Наурыз ауылы янындағы бәләкәй йылғалар аталған. Шаран районында Соңғор ауылы, Стәрлетамаҡ районында Соңғор ҡасабаһы бар.
Тел белгесе А. К. Матвеев, Соңғор оронимының килеп сығышын аңлатып, был диалект тураһында былай тип яҙа:
Башҡорт диалекты соңғор — «соҡор», «йырын»... Башҡорт һүҙе соңғор рус топонимдары формаларында сунгур тип даими бирелә (сағыштырығыҙ башҡорт исемдәре Соңғор, Соңғорйылға, Соңғор -тау һәм уларҙың русса бирелеше — Сунгур, Сунгуръелга, Сунгур-Тау — Башҡорт АССР-ы Зиянчура районындағы тау исеме).[6]