Әхмәтшин Рәлиф Фәйзел улы

Әхмәтшин Рәлиф Фәйзел улы (24 ғинуар 1963 йыл) — рәссам. РФ Рәссамдар союзы ағзаһы.

Әхмәтшин Рәлиф Фәйзел улы
Рәсем
Затир-ат
Тыуған көнө24 ғинуар 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (61 йәш)
Һөнәр төрөрәссам
Уҡыу йортоӨфө дәүләт авиация техник университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Рәлиф Фәйзел улы Әхмәтшин 1963 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Шамрат ауылында тыуа[1].

1970—1980 йылдарҙа Өфөнөң 26-сы урта мәктәбендә уҡый.

1980—1985 йылдарҙа — Өфө авиация институтында һөнәри белем ала. Юғары уҡыу йортоноң икенсе курсында һынлы сәнғәт (графика) менән шөғөлләнә башлай. Институт тамамлағандан һуң, ике йыл армияла — Совет Армияһы Хәрби-Һауа көстәренең авиация полктарының береһендә РЭО төркөмөндә хеҙмәт итә.

1989 йылда Өфө сәнғәт училищеһы>ның художество бүлегенә уҡырға инә.

Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында рәссам-биҙәүсе булып эшләй, бер үк ваҡытта Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбендә киске бүлектә шөғөлләнә.

Төрлө жанрҙа эҙләнеүҙәр һәм табыштарҙан һуң, һуңғы биш йылда пейзаж лирикаһына өҫтөнлөк бирә.

Әҫәрҙәре С. Т. Аксаков (Өфө) музейында, Италия, Рәсәй, Германия, АҠШ, Финляндия, Франция, Көньяҡ Корея, Японияның шәхси коллекционерҙарында һаҡлана.

Ижады

Рәлиф Әхмәтшин. Иҫке Өфө

Рәлиф Фәйзел улы Әхмәтшин Башкортостан, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ яр буйҙары пейзаждарын төшөрә. «Өфө урамдары», 2003 йыл; «Ялта», 2004 йыл; Ҡара диңгеҙҙә, 2006 йыл; «Ҡорам», 2008 йы; «Өфө ҡорамдары», 2008 йыл; «Йылға буйында», «Өфө пейзажы», «Тюлькин музейында», «Иҫке Өфө паркында», «Туҡай урамындағы мәсеттә», «Тирәкле ауылында ҡыш» 2010 йыл һ. б картиналар — уның ижады.

Күргәҙмәләре

Һынлы сәнғәт оҫтаһының әҫәрҙәре 1990 йылдан республика һәм төбәк, Бөтә Рәсәй, 1991 йылдан — Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

1998 йылда — Германияла (г. Любек), 1999 йылда АҠШ-та (Чаттануга) төркөм күргәҙмәһендә ҡатнаша.

2003 йылда «Аймаҡ» Өфө картиналар галереяһында, 2005 йылда Атлантала (АҠШ), 2010 йылда Бөтә Рәсәй пленэрында (Орск), 2011 йылда «Мираҫ» Өфө картиналар галереяһында, 2014 йылда — Өфөлә шәхси күргәҙмәләре үтә.

Ғаиләһе

Ҡатыны Эльвира менән айырылышҡандар, 2009 йылғы ҡыҙы Софья бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары