Мордасова Мария Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 14 февраль 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) |
Тыуған урыны | Тамбовский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Коминтерновское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | йырсы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мордасова Мария Николаевна (1915 йыл—1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы, рус халыҡ йырҙарын һәм таҡмаҡтарын башҡарыусы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1981 йыл). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987 йыл).
Мария Николаевна Мордасова Түбәнге Мазовка ауылында 1915 йылдың 1 (14) февралендә (хәҙер — Тамбов өлкәһе Тамбов районының Черняное ауылы) күп балалы крәҫтиән Яркиндар ғаиләһендә тыуған.
Мәктәп хорында, аҙаҡ ауыл клубында йырлай. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ, һауынсы булып эшләп китә, ә мәктәпте тамамлағандан һуң «звеньевая» була. 1938 йылдарҙа Тамбовта художестволы үҙешмәкәр смотрҙарында ҡатнаша. Воронежға күсеп килгәс, тегеү фабрикаһында эшләй.
Курск музыка училищеһын тамамлай (хәҙер Г.В. Свиридов исемендәге музыкаль колледж)[1].
1943 —1972 йылдарҙа — Воронеж рус халыҡ хоры, һуңынан — Воронеж өлкә филармонияһы солисы. Үҙенсәлекле башҡарыусы, бик күп йырҙар, таҡмаҡтар йыйыусы һәм авторы (300-ҙән ашыу). Хорҙың таҡмаҡ төркөмө менән етәкселек итә[2].
СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөй
1997 йылдың 25 сентябрендә вафат була. Воронеждың Коминтерновский зыяратында ерләнгән.