Абзай (Ҡыйғы районы)

Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл

Абзай (Уртауыл, рус. Абзаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2].Почта индексы — ?, ОКАТО коды — 80236805001.

Ауыл
Абзаево
башҡ. Абзай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Абзай ауыл Советы

Координаталар

55°35′52″ с. ш. 58°41′05″ в. д.HGЯO

Халҡы

558[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452505

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 236 805 001

Код ОКТМО

80 636 405 101

Номер в ГКГН

0520756

Абзаево (Рәсәй)
Абзаево
Абзаево
Абзай (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абзаево

Географик урыны

Юл оҙонлоғо:[3]

Абзай ауылы Ҡыйғы йылғаһы бассейнына ҡараған Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан төньяҡҡа 34 километрҙа һәм Һилейә тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 77 километрҙа урынлашҡан[4].

Тарихы

Абзай ауылына Троицк өйәҙе Дыуан улусы (ҡатай ырыуы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуат аҙағынан билдәле. Йөҙ башы Абзай уҙаман исеме менән аталған. Боронораҡ шулай уҡ Мәсетле булараҡ та билдәле булған.

1842 йылда 222 кешегә 115 сирек ужым, 248 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Өс баҫыулыҡ өҫтөнлөк алған. Һабан — игенселектең төп ҡоралы. Ауылда 3 елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Абзайҙа 300 ат, 200 һыйыр, 60 һарыҡ, 40 кәзә аҫырала. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 10 умарта һәм 25 солоҡ була[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1816-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1834-се йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1847-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1859-се йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1895Дыуан улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй Империяһы
1920Дыуан-Ҡошсо улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Үрге Ҡыйғы улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Абзай ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Абзай ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Абзай ауыл СоветыҠыйғы районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Ауылда Абзай исемле тағы бер ир-егет — 1752 йылда Дүшәмбикә ауылына нигеҙ һалған мишәрҙәр менән керҙәшлек төҙөгән Баймөхәмәтов Абзай ҙа булған.1865 йылда 57 хужалыҡта 377 кеше йәшәгән.Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне була.XIX быуат аҙағында 2 сауҙа кибете иҫәпкә алына[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1906 йылда мәсет, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[7].

Әлеге ваҡытта Абзайҙа урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй[8].

Халҡы

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл754
1920 йыл 26 август1037
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар858
1959 йыл 15 ғинуар637
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар578
2002 йыл 9 октябрь568
2010 йыл 14 октябрь55826928948,251,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбенә ярашлы, башҡорттар һаны 96 %тәшкил итә[9].

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Уҡытыусылар урамы (рус.  Учителей (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октября (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы — (рус.  Заречна(улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)[16]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары