Абрамичева Кристина Игоревна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 сентябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (46 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | мөхәррир, йәмғиәт эшмәкәре, куратор |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Абрамичева Кристина Игоревна Викимилектә |
Абрамичева Кристина Игоревна (8 сентябрь 1977 йыл) — Рәсәй кураторы, арт-тәнҡитсе, экскурсовод, йәмәғәтсе.
Кристина Игоревна Абрамичева 1977 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.
2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын (әҙәби мөхәррир бүлеге), 2010 йылда — «сәнғәт фәне» һөнәре буйынса Урал дәүләт университетын тамамлай.
2000 йылдан шәхси нәшриәттәрҙә әҙәби мөхәррир булып эшләй, мәҡәләләр, очерктар[1], рецензиялар яҙа. 2004 йылдан «Гипертекст» журналын, 2011 йылдан — уның «Персонаж: тексты о текстах» әҙәби ҡушымтаһын сығара башлай[2]. 2005 йылдан алып шәхси музей менән хеҙмәттәшлек итә, башҡа күргәҙмәләр кураторлығы һәм башҡа мәҙәни саралар менән шөғөлләнә[3]. 2008 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем —"Х-МАХ" актуаль сәнғәт галереяһы кураторы[4]. 2016 йылдан — Совет көнкүреше музейы директоры[5]. Рәсәй сәнғәт фәне белгестәре ассоциацияһы ағзаһы. 2012 йылдан — «Өфө Архһаҡлау» ижтимағи хәрәкәттәркоординаторҙарының береһе[6], БР мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса Идаралыҡ янында Йәмәғәт советына инә. 2013 йылдан — ЛГБТ (лесбиянка, гейҙар, бисексуалдар һәм трансгендер кешеләр) тиң хоҡуҡлы Гетерсексуалдар альянсының башҡорт бүлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.)[7], 2016 йылдан «Башҡортостанда феминизм» хәрәкәте әүҙемсеһе[8]. 2019 йылдан башлап — Яблоко фирҡәһе ағзаһы, гендер фракцияһы рәйесе[9]. 2019 йылдан — республика башлығы Радий Хәбиров янында кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы[10]. 2020 йылдан — Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлауҙың Башҡортостан бүлеге ағзаһы.