Айҙаҡай

Айҙаҡа́й (рус. Айдака́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Ҡарлыхан ауыл Советы соствына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 336 кеше[2]. Почта индексы — 452592, ОКАТО коды — 80210813002.

Ауыл
Айдакаево
башҡ. Айҙаҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Ҡарлыхан ауыл Советы

Координаталар

55°54′29″ с. ш. 58°43′14″ в. д.HGЯO

Халҡы

336[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452592

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 813 002

ОКТМО коды

80 610 413 106

Айдакаево (Рәсәй)
Айдакаево
Айдакаево
Айҙаҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Айдакаево

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 38 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡарлыхан): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 74 км

Айҙаҡай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 38 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Айҙаҡай ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

1795 йылда 25 йортта 170 кеше йәшәй. Ауылда тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. Уның улдары — 1771 йылғы Хәбибулла, 1773 йылғы Хәби, 1795 йылғы Дусмөхәмәт Айҙаҡаевтар тураһында мөғлүмәт бар. Хәбибулланың улы — Абдулғәзе, Абдулғәзенең улдары — Ғөбәйҙулла, Ғәлиулла, Мөхәмәтғәәни. Хәбиҙең улдары — Динмөхәмәт, Фәтҡулла, Кәлимулла. Дусмөхәмәттең улы Бикмөхәмәт[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Ҡошсо улусыСебер даруғаһыЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Дыуан улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡарлыхан ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Ҡарлыхан ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Ҡарлыхан ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Ҡарлыхан ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Ҡарлыхан ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Айҙаҡай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

1834 йылда — 37 йортта 229, 1859 йылда - 26 йортта 311, 1865 йылда 55 йортта 336 кешк йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, училище булған. 1870 йылда - 55 йортта 336, 1895 йылда - 79 йортта 422 кеше донъя көткән.

XIX быуатта игенселек системаһыҙ алып барылған. Ике атлы ағас һабан менән ер һөргәндәр. 2-шәр һуҡҡыс һәм елгәргес, дегет етештереү оҫтаханаһы булған. Мәсет эргәһендә мәктәп эшләгән[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

Айҙаҡай ауылында 1920 йылда - 117 йортта 629 кеше йәшәгән[6].

Әлеге ваҡытта ауылда төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].

Халыҡ һаны

Айҙаҡай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август629
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар485
1959 йыл 15 ғинуар439
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар28414214250,0 %50,0 %
2002 йыл 9 октябрь33816417448,5 %51,5 %
2010 йыл 14 октябрь33616417248,8 %51,2 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл, Балаҡатай районы, Монас ауылы — 6 ғинуар 1993 йыл, Балаҡатай районы, Айҙаҡай ауылы) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).

Урамдары

  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Фәнил Байышев урамы (рус.  Фаниля Баишева (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Нәжип Моғафин урамы (рус.  Нажипа Мугафина (улица)
  • Шайморатов урамы (рус.  Шаймуратова (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары