Әй (йылға)

Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы.

Әй — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы. Силәбе өлкәһенең Ҡуса һәм Һатҡы, Башҡортостан Республикаһының Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға.

Әй
Әй аша кисеү
Әй аша кисеү
Характеристика
Оҙонлоғо549 км
Бассейн15 000 км²
Һыу сығымы84 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
ИнешеУралтау итәге (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар54°39′11″ с. ш. 59°06′41″ в. д.HGЯO
ТамағыҠариҙел
 · Бейеклеге160 м
 · Координаталар56°07′41″ с. ш. 57°40′40″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РегионСиләбе өлкәһе, Башҡортостан
РДҺР10010201012111100021467
Әй (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Әй Викимилектә

Этимология

Башҡорт һәм ҡайһы бер урыҫ ғалимдарының фаразлауы буйынса исеме этноним, йылға буйын төбөк иткән Әйле ырыуы башҡорттары, менән бәйле[1],[2].

В. Н. Татищевтың XVIII быуаттағы фаразлауына нигеҙләнеп урыҫ ғалимдары йылғаның исемен Ай менән бәйләй — «ай кеүек яҡты», «ай кеүек матур», «яҡты», «ай»[3].

География

Инеше Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сигендә, Көньяҡ Уралдың Уралтау итәге, Әүәләк һыртында урынлашҡан Көртмәле һаҙлығында башлана.

Оҙонлоғо — 549 км, шул иҫәптән: 271 км Силәбе өлкәһеһенә, 278 км Башҡортостан Республикаһына тура килә. Бассейн майҙаны — 15 мең км², дөйөм түбәнәйеүе — 714 м. Уртаса һарҡыулығы инештән 4,3 % алып Лаҡлы ауылы янында 2,2 % тиклем, артабан түбәнге өлөшөнә 1,3 % тиклем түбәнәйә. Йылға бассейны физик георграфия шарттарына ярашлы таулы һәм тигеҙлек өлөшкә бүленә. Таулы өлөшө инешенән алып Салауат районы Лаҡлы ауылына тиклем, артабан тамағына тиклем тигеҙлек өлөшө булып иҫәпләнә.

Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә Ҡариҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Әй тамағы Ҡариҙел тамағынан 392 км алыҫлыҡта.

Әй йылғаһы буйында Силәбе өлкәһенең Златоуст, Ҡуҫа, Межевой ҡалалары, Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт һәм Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтымаҡ ауылдары урынлашҡан.

Гидрология

Башлыса ҡар һыуы менән тулылана. Златоуст ҡалаһы янында йыллыҡ аҡманың 67,1 % яҙғы (апрель—июнь), 25,6 % — йәйге-көҙгө (июль — ноябрь), 7,3 % — ҡышҡы (декабрь — март) осорҙарға тура килә. Ҡариҙелгә ҡойған ерендә яҙғы аҡма 62,6 % тиклем түбәнәйә, йәйге-көҙгө 27,4 %, ҡышҡы — 10 % тиклем арта. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы Златоуст ҡалаһы янында 8,6 м³/с, Салауат районы Лаҡлы янында — 48,2 м³/с, тамағында — 84,0 м³/с. Октябрь аҙағы — декабрь башында боҙ туңа, апреле — мая башында боҙҙан асыла. Һал ағыҙыу мөмкинлеге бар.

Күперҙәр

Әй йылғаһы аша күперҙәр Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары янында, Дыуан районы Мәсәғүт ауылында һәм янында, Салауат районы Лаҡлы ауылында, Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Яңы Пристань ауылында, Ҡуҫа ҡалаһында тимер юлы һәм автомобиль, Златоуст ҡалаһы янында М5 федераль трассала, тағы икәү Веселовка ауылы янында төҙөлгән.

Ҡушылдыҡтар

Төп ҡушылдыҡтары, уңдан: Ҡуса, Оло Арша, Ҡыйғы, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, һулдан: Оло Һатҡы, Ләмәҙ, Мәләкәҫ.

Әй ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә тиклем).

Йылғалар Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе[4] биләмәләренә тура килә.

  • Исемлек Әй йылғаһының тамағы башланған еренә табан ҡаратып төҙөлгән.
  • Исемлек Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре[5] буйынса төҙөлдө.
  • Шулай уҡ 1:100000 масштаблы картала тикшереп сығылды. Ҡайһы бер ҡушылдыҡтар һәм ҡушылдыҡтар ҡушылдыҡтары федераль дәүләт һыу реестрына инмәгәнлеге асыҡланды.
  • Карталар теҙмәһен Һылтанмалар бүлегендә ҡарарға була.
Һыу сығанағы коды 100102010121111000 + түбәндәге 5 һанҠойған урыны, Әй тамағынан алыҫлыҡ (км)Ҡушылған ярыҠушылдыҡ исемеТөрөОҙонлоғо (км)Һыу йыйыу майҙаны (км²)1:100000 масштаблы карталаҠушылдыҡ ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә табан)Иҫкәрмә
уң яҡтанКесе МәтәуллаТамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанОло МәтәуллаТамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанКесе КәрзәТамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанОло КәрзәТамағыФедераль реестрға инмәгән
2274716һул яҡтанЙүгеҙЙылға160Тамағы, ИнешеБәләкәй генә 9 ҡушылдығы бар, өсәүһенең исеме картала теркәлгән: уңдан — Шишмә ҡул, Уҫаҡ йылға (рус.  Осиновая речка), һулдан — Ыҙан ҡул (рус.  Межевой лог)
уң яҡтанҠайынлы ҡулТамағыФедераль реестрға инмәгән
Һул яҡтанЦивильский ҡулТамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанВәрғәт ҡулТамағыФедераль реестрға инмәгән
2273043һул яҡтанМәләкәҫЙылға53499Тамағы, ИнешеУң яҡтан — Ҡара шишмә, Яраҫтау, Черношарка, Суханка, һул яҡтан — Балантыҡ, Саладья, Ҡайбаш, Оло ҡул, Кушея, Ҡамышлы.
2272352уң яҡтанТәүрәЙылға180Тамағы, ИнешеУңдан — Леснушка, һулдан — Изенер.
уң яҡтанСухоязТамағы һәм ИнешеФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанТөңгөлдәТамағы һәм ИнешеФедераль реестрға инмәгән
2255692уң яҡтанЫйыҡЙылға1022390Тамағы, ИнешеФедераль һыу сығанаҡтары реестрында йылғаның исемен хаталы, Ыҡтың Аҡа ҡушылдығын Әйгә ҡоя тип, яҙғандар.
һул яҡтанБуртаҡтамағыФедераль реестрға инмәгән
Һул яҡтанҺабанаҡ ҡултамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанКалмиятамағыФедераль реестрға инмәгән
22549113һул яҡтанЛәмәҙЙылға220тамағыһул яҡтан — Таштыҡул, Отмечаль (Дуло), Ләмәҙсыҡ
уң яҡтанУрман ҡултамағыФедераль реестрға инмәгән
һул яҡтанСейәле ҡултамағыФедераль реестрға инмәгән
һул яҡтанОло ҡултамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанТаҡтатамағыФедераль реестрға инмәгән
22396138уң яҡтанОло ЫҡЙылға1081460тамағы
уң яҡтанКөршәлетамағыФедераль реестрға инмәгән
22389159һул яҡтанЙыланышЙылға120
22365168һул яҡтанҠушҡаяҡЙылға170
22273170уң яҡтанҠыйғыЙылға871370
уң яҡтанШығалтамағыФедераль реестрға инмәгән
22266182уң яҡтанТәндәкЙылға100
һул яҡтанТашлы ҡултамағыФедераль реестрға инмәгән
22259200һул яҡтанҺикияҙЙылға100Һикияҙ (шишмә) һәм Һикияҙ (йылға) мәғлүмәттәре буталған булыуы мөмкин
22242211уң яҡтанӘнйәкЙылға130Әнйәк (Ҡушҡаяҡ ҡушылдығы) менән бутамағыҙ
һул яҡтанТорналытамағыФедераль реестрға инмәгән
22235217уң яҡтанИшмәнЙылға120тамағы
22228239уң яҡтанСунғаЙылға120[1]
22218251һул яҡтанШәрәкШишмә100[2]
уң яҡтанВәкиәртамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанЙыланлытамағыФедераль реестрға инмәгән
22204265һул яҡтанЛаҡлыЙылға160тамағы
22195276һул яҡтанҺикияҙЙылға2889тамағы
22184281һул яҡтанИсемһеҙ ҡаранҠаран00[3]
22129282һул яҡтанОлоерЙылға38327[4]
22115283һул яҡтанӘлексәй ҡараныҠаран00[5]
22092288уң яҡтанБеренсе Күлмәт ҡараныҠаран00[6]
22108288уң яҡтанИкенсе Күлмәт ҡараныҠаран00[7]
22054295уң яҡтанКесе Ҡурғаҙаҡ ҡараныҠаран00[8]
22044295һул яҡтанКаменкаЙылға1863,2тамағы һәм инеше
уң яҡтанЫҙантамағыФедераль реестрға инмәгән
22023296уң яҡтанЫҙан ҡараныҠаран00[9]
21979302һул яҡтанОло ҠутырҡаҠаран1390,9[10]
22009302һул яҡтанБеренсе Шумиха ҡараныҠаран00[11]
22016302һул яҡтанИкенсе Шумиха ҡараныҠаран00[12]
21958307уң яҡтанҠаратай ҡараныҠаран00[13]
уң яҡтанБиятамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанШулемкатамағыФедераль реестрға инмәгән
21948321һул яҡтанИструтьЙылға11тамағы һәм инеше
21849339һул яҡтанОло ҺатҡыЙылға881340тамағы
21818341уң яҡтанАлйылғаЙылға48330тамағы
һул яҡтанТеректатамағыФедераль реестрға инмәгән
21801354уң яҡтанБәйҙеЙылға29тамағы
21696370уң яҡтанОло АршаЙылға56910тамағы
21672376һул яҡтанОло БағрашЙылға140тамағы
21597388уң яҡтанҠуҫаЙылға59тамағы
уң яҡтанКоноплянкатамағыФедераль реестрға инмәгән
21580397һул яҡтанКисеганкаЙылға110тамағы
21573414һул яҡтанТундушкаЙылға150тамағы
21559419һул яҡтанҠувашЙылға41312тамағы
уң яҡтанОло АртяштамағыФедераль реестрға инмәгән
һул яҡтанПередовкатамағыФедераль реестрға инмәгән
21542433уң яҡтанГубёнкаЙылға120
21535434һул яҡтанБерезоваяЙылға130
һул яҡтанСолтанкатамағыФедераль реестрға инмәгән
21511451уң яҡтанТесьмаЙылға18147тамағы
21504455уң яҡтанЧернаяЙылға1237тамағы
уң яҡтанБалашихатамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанИзвестковаятамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанМаршаловкатамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанБожегиткатамағыФедераль реестрға инмәгән
21498490уң яҡтанВеселкаЙылға140
уң яҡтанСемибраткатамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанИстоктамағыФедераль реестрға инмәгән
21481522һул яҡтанЙөрәкЙылға150
21474530уң яҡтанХуторкаЙылға100
уң яҡтанБанный КлючтамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанБезимяный КлючтамағыФедераль реестрға инмәгән
уң яҡтанЧернаятамағыФедераль реестрға инмәгән
һул яҡтанЩаптамағыФедераль реестрға инмәгән

Галерея

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары