Арепа

АрепаКолумбия һәм Венесуэла аш-һыуында мөһим урын алып торған кукуруз ҡамырынан йәки кукуруз ононан йәймә[1].

Арепа
исп. arepa
Рәсем
 Арепа Викимилектә

Был илдәрҙә арепа көн һайын тиерлек ҡулланыла. Улар шулай уҡ яртылаш теленә һәм эслегенә сыр (queso), авокадо һ.б бирелә. Күләме, кукуруз ононоң төрө һәм өҫтәлә торған ингредиенттары менән айырыла. Арепаларҙы Панамала, Пуэрто-Рикола, Доминика Республикаһында, Триниадала һәм Тобагола һәм Канар утрауҙарында осратырға мөмкин[2]. Улар формаһы буйынса мексика гордит һәм сальвадор пупустарына оҡшаш.

Характеристика

Арепа — яҫы түңәрәк, кукуруз ононан сөсө йәймә. Әҙерләү ысулы буйынса ҡыҙҙырылған, бешерелгән, быҡтырылған булыуы мөмкин. Арепалар шулай уҡ төҫө, еҫе, эслеге һәм күләме менән төбәккә ярашлы айырылырға мөмкин. Арепалар ит, йомортҡа, помидор, салат, сыр, балыҡ йәки диңгеҙ ҡыҫалалары менән тултырылырға йәки ҡапланырға мөмкин.

Әҙерләнеүе

Кукуруз онон һыу һәм тоҙ менән, ҡайһы берҙә аҡ май, йомортҡа йәки һөт менән болғайҙар. Ҡатышманан котлет рәүешендә еңел генә йәймәләр формалаша. Арепа өсөн кукуруз әҙерләү никстамализацияһыҙ башҡарыла (бешереп йәки кукуруз орлоғон эзбиз йәки көо иретмәһендә бүрттереп). Был арепа өсөн ондо тортилиялар өсөн ҡулланылған ондан айырмалы итә[3].

Арепа әҙерләү өсөн һыуҙа бешерелгән һәм һуңынан киптерелгән махсус он шулай уҡ хальякас, больос, тамалес, эмпанадас һәм чича кеүек блюдоларҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Он masarepa, masa de arepa, masa al instante йәки harina precocidaалам тип атала. Арепа өсөн кукуруз ононоң бренды булып Венесуэлала Harina PAN, Harina Juana һәм , Колумбияла Areparina тора[4]

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары