Эстәлеккә күсергә

Артамонов Игорь Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артамонов Игорь Георгиевич
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө14 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыныБудённовск, Ставрополь крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөсәйәсмән, иҡтисадсы
Уҡыу йортоГ. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Юғары иҡтисад мәктәбе
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыБерҙәм Рәсәй
Дәүләт Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы орден Александра Невского
 Артамонов Игорь Георгиевич Викимилектә

Артамонов Игорь Георгиевич (14 март 1967, Будённовск, Ставрополь крайы, РСФСР, СССР) — Рәсәй сәйәсмәне, иҡтисадсы. 2019 йылдың 13 сентябренән Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы (2018 йылдың 2 октябренән 2019 йылдың 13 сентябренә тиклем Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы)[1].

Биографияһысығанаҡты үҙгәртеү

1967 йылдың 14 мартында Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһында тыуған. Бәләкәй ғаиләлә үҫкән. Игорь бала сағында атаһы вафат була. Уны әсәһе һәм өлкән апаһы тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың береһе лә хәҙер тере түгел. Һәр ваҡыт яҡшы уҡый, мәктәптә математиканы һәм шахмат уйынын ярата, шахмат ярыштарында ҡатнаша. Спорт менән мауыға, футбол һәм волейбол менән шөғөлләнә[2].

Финляндия сигендә Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ-Көнбайыш сик буйы округы Реболь сик буйы отрядының «Вента» заставаһында хеҙмәт итә. 1987 йылда сержант булып ялға сыға[3].

1990 йылда Г. В. Плеханов исемндәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлай[2].

«МВА-Финанс» программаһы буйынса «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетында идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында уҡый[2][4]..

1992 йылдан — Рәсәй Һаҡлыҡ банкы Буденновск бүлексәһенең кредитлау һәм иҡтисади эш бүлеге мөдире, 1994 йылдан — бүлексә идарасыһы урынбаҫары[4].

1996 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкы 1812-се Будённовск бүлексәһе идарасыһы итеп тәғәйенләнә[4].

2000 йылдан алып — Рәсәйҙең Сбербанк Ставрополь банкының<[2], артабан Төньяҡ-Кавказ һаҡлыҡ банкының клиенттар менән эште ойоштороу идараһы директоры. Банк Идараһы составына инә<[4].

2001 йылда Рәсәй Сбербанкы Төньяҡ-Кавказ банкының кредитлау бүлеген етәкләй[2], 2004 йылда идара рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4].

2003—2004 йылдарҙа Рәсәй Сбербанкының Алыҫ Көнсығыш банкы менән идара итеү буйынса ваҡытлы хәкимиәтендә эшләй.

2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Сбербанкы Көнбайыш Себер банкын етәкләй[4][2].

2011 йылдың июненән Рәсәй Сбербанкы Идараһы Рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй<[2].

2013 йылдың 7 июнендә Рәсәй Сбербанкы Вице-президенты — Урта Рәсәй банкы Рәйесе итеп тәғәйенләнә[2][4]. Был вазифаларҙа йыл ярым эшләү дәүерендә Урта Рәсәй банкы Сбербанк системаһының территориаль бүлексәләре рейтингының һуңғы позицияларынан беренсе баҫҡысҡа күтәрелә[5].

2018 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында кадрҙар резервын үҫтереү программаһы буйынса уҡый[6].

2018 йылдың 2 октябрендә Липецк өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[2]. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында» указға ҡул ҡуя. Липецк өлкәһе хакимиәте башлығын һайланғанға тиклем Игорь Артамоновты Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй[7].

Берҙәм тауыш биреү көнөндә, 2019 йылдың 8 сентябрендә, Липецк өлкәһе хакимиәте башлығын һайлауҙың беренсе турында ул 67,29 % һөҙөмтәһе менән еңеп сыға. Уның вәкәләтлек мөҙҙәте 2024 йылда тамамланасаҡ[8]. Вазифаға инеү13 сентябргә тәғәйенләнә[9].

Ғаиләһесығанаҡты үҙгәртеү

Өйләнгән, ике балаһы бар[10].

  • Улы элек Сбербанкта эшләгән, 2019 йылдан биотехнологиялар менән шөғөлләнә[11][12].
  • Ҡыҙы (2019 йылға ҡарата) мәктәп уҡыусыһы[11][12].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәресығанаҡты үҙгәртеү

Милке һәм килемесығанаҡты үҙгәртеү

2017 йылда иғлан ителгән йыллыҡ килеме 131 миллион 130 мең һум тәшкил итә[14], 2018 йылда — 195 млн 813 мең 856 һум. 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата милке: фатир майҙаны 150,1 м², парковка урыны 16,9 м², дача участкаһы 2500 м², торлаҡ йорт 346,2 м², шулай уҡ Porsche Panamera автомобиле[15].

Иҫкәрмәләрсығанаҡты үҙгәртеү

Әҙәбиәтсығанаҡты үҙгәртеү

Һылтанмаларсығанаҡты үҙгәртеү

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары