Архангел районы

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Архангел районы — Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә, Өфөнән көньяҡ.-көнсығыш, Инйәр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Район үҙәге Архангель ауылы, Өфөнән 88 км алыҫлыҡта.

Архангел районы
Архангел районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы20 август 1930
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкАрхангел[1]
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны18 514 кеше (2010)[2][3]
Административ рәүештә бүленәАрхангел ауыл Советы (Архангел районы), Абҙан ауыл Советы (Архангел районы), Арх-Латыш ауыл Советы, Баҡалды ауыл Советы (Архангел районы), Инйәр ауыл Советы (Архангел районы), Ырныҡшы ауыл Советы (Архангел районы), Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Краснокуртовка ауыл советы, Липовка ауыл советы, Орловка ауыл советы, Тәүәкәс ауыл Советы (Архангел районы) һәм Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек114 метр
СиктәшҠырмыҫҡалы районы, Белорет районы, Иглин районы, Ғафури районы һәм Силәбе өлкәһе
Майҙан2422 км²
Рәсми сайтarhangel.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Архангел районы Викимилектә

Географияһы

Район территоряһының көнбайыш яртыһы тау алды тигеҙлеген, Көнсығыш Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыштағы алғы һырттарын үҙ эсенә ала. Тупраҡ-климат шарттары һәм үҫемлек япмаһы ер өҫтө төҙөлөшө формаһы менән бәйләнгән. Тигеҙ өлөшөнә — йылы, бер аҙ ҡоро климат, асыҡ һоро урман ландшафты һәм көлһыу ҡара тупраҡлы урман-дала ландшафты, таулы өлөшөнә яуым-төшөм муллығы, һыуыҡ климат, ҙур майҙандарҙың урмандар менән ҡапланыуы (урыны менән 70 % тиклем һәм унан да күберәк), асыҡ һоро таулы урман тупрағы өҫтөнлөк итеүе хас. Район территорияһы буйлап ҡушылдыҡтары менән Инйәр һәм Ләмәҙ йылғалары аға. Райондың төньяҡ-көнбайыш ситенән — Эҫем, көнбайыш — Ағиҙел, көньяҡ-көнбайыш — Еҙем йылғалары ағып үтә. Тәбиғи ландшафты туризм һәм ял ойоштороуҙы үҫтереү өсөн уңайлы. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы, Орловка ауылы эргәһендәге Мүк еләге һаҙлығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Һыу ҡоштарын ҡурсыу буйынса Архангель дәүләт заказнигы ойошторолған.

Район территоряһының төп өлөшө Урал алды бөгөлө сиктәрендә ятауылы Нефттең (Архангель, Карташевка, Малышевка), кирбес сеймалының (Аҙау, Князево балсығы), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ғәйфулла, Воробьёвка), ҡырсынташ (Баҫыу, Подгорский), эзбизгә яндырыу өсөн эзбизташ (Кинтерле), агрономик рудаларҙың (Сикйылға) һ.б. бәләкәйерәк ятҡылыҡтары асылды.

Билдәле шәхестәре

Пстыго Иван Иванович (10.04.1918—23.02.2009), хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Волгоград ҡалаһының почётлы гражданы. Сухополь ауылынан.

Саевич Тимофей Александрович (23.02.1919—26.11.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан совет хәрби хеҙмәткәре, осоусы, разведка авиация полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Сухополь ауылынан.

  • Брянцева Людмила Ивановна фәнни эшмәкәрлеген урыҫ халҡының йыр фольклорын өйрәнеүгә бағышлай. «Башҡортостандың Архангел районындағы урыҫ йыр традицияһы» йыйынтығының (2006) йыр текстары һәм нота эшкәртмәләре авторы. 19972006 йылдарҙа Рәсәй халыҡтары фольклоры буйынса йыйынтыҡ әҙерләүҙә әүҙем эшләгән яуаплы мөхәррир була. Башҡортостан радиоһында урыҫ фольклорына арналған «Малахит ҡумта» тип аталған махсус тапшырыуҙар циклын әҙерләү авторҙашы булып сығыш яһай. «Таусень» урыҫ халыҡ фольклор ансамбленең ғилми консультанты[4].
  • Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.03.1949), ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры. Ҡыҙылъяр ауылынан[5].
  • Анохин Виктор Фёдорович (18.07.1951), совет спортсыһы. 1976 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—79). Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Ырныҡшы ауылынан[6].
  • Фәтих Иҡсанов (1.09.1935—19.10.1992), актёр, режиссёр. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Йәдкәр» фольклор төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Тирәкле ауылынан[7].
  • Йосопова Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы (5.01.1949), педагог, журналист, йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа Абҙан урта мәктәбе директоры, 2003—2009 йылдарҙа «Инйәр» район гәзите мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Райондың почётлы гражданы[8].
  • Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң). Ҡыҙыл Еҙем ауылынан[9].
  • Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (5.12.1968), ғилми хеҙмәткәр. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» автономиялы дәүләт ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары. Башҡортостандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты. Максим Горький ауылынан[10].
  • Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22.01.1939), ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
193949 233[11][3]
195935 545[12][3]
ЙылХалыҡ һаны
197028 725[13][3]
197924 688[14][3]
ЙылХалыҡ һаны
198920 603[15][3]
200220 165[16][3]
ЙылХалыҡ һаны
201018 514[2][3]
201917 441[17]
Халыҡ иҫәбе
2002[18]2008[19]2009[20]2010[21]2012[22]2013[23]
20 16520 02619 91318 51418 29218 215
2014[24]2015[25]2016[26]
18 01917 80117 674


5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
2010
2016
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 45,4 %, урыҫтар — 38,5 %, татарҙар — 10,6 %, сыуаштар — 2,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 3,1 %[27].

Арх-Латыш ауыл Советы биләмәһендә латыштар йәшәй.

Иҡтисад

Архангел районы — аграр-урман сәнәғәте районы. Ауыл хужалығы ерҙәре — 65,0 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр 35,4 мең га майҙанды биләй. Район ауыл хужалығы производствоһы махсуслашыуының ике зонаһына инә. Улар — Төньяҡ урман-дала (тигеҙ өлөшө) һәм тау-урман (тау өлөшө) зоналары. Тигеҙ өлөшөндә сәселгән төп культуралар — яҙғы бойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө, тау өлөшөндә — ужым арышы һәм һоло. Һөт-ит тоҡомло һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ һәм йылҡы үрсетәләр. Умартасылыҡ алға киткән.Урмандар 163 мең га ерҙе биләй. Ағас запасы 21918 мең м³, шуларҙың 8791 мең м³ өлгөргән һәм ҡартайған ағастар иҫәбенә инә.

Архангел леспромхозы байтаҡ күләмдә ағас әҙерләй. Ағас эшкәртеү предприятиелары араһында Архангел ағастан йәшник эшләү заводы айырылып тора, ул Нефть ятҡылығы «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланыла.

Район территорияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы һәм Булгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы киҫеп үтә.

Районда 50 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта; музыка мәктәбе һәм һөнәрселек училищеһы, 24 китапхана, 35 клуб учреждениеһы, 2 дауахана бар. Урыҫ телендә «Архангельский вестник», башҡорт телендә «Инйәр» гәзиттәре сыға.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары