Аҡ шыршы

ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты

Аҡ шыршы (лат. Abies) — ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Аҡ шыршыларҙың үҙенә генә хас үҙенсәлеге шунда: уларҙың тубырсыҡтары, ҡарағай ғаиләһенең башҡа ылыҫлыларынан айырмалы рәүештә, өҫкә ҡарай үҫә һәм ағастарҙа тарҡала, ә ылыҫы ялпаҡ.

Аҡ шыршы
Аҡ шыршы
Аҡ шыршыtypus.
Өлкән ағастың дөйөм күренеше. (Тюринген урманы, Германия)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Abies Mill.

Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18031
NCBI  3319
EOL  13998
GRIN  13
IPNI  31959-1

Тасуирлама

200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диам. 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы.

150—200 йыл йәшәй[1].

Таралышы

Аҡ шыршы урмандарының дөйөм майҙаны яҡынса 18 млн га[1]. Улар уртаса кимәлдә киң таралған, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта уйһыулыҡтарҙа ла (ҡайһы бер бейеклектәрҙә, атап әйткәндә, Нормандияла) тайга һәм субтайга зоналарынан ситтә, уларҙан көньяҡтараҡ (мәҫәлән, Көнбайыш һәм Үҙәк Европала аҡ шыршы), Төньяҡ ярымшарҙың субтропик һәм тропик райондарында, шул иҫәптән Мексика, Гватемала, Гондурас һәм Сальвадорҙа таралған[2][3][4].

Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер аҡ шыршыһы үҫә.

Ағиҙел—Кама йылғалары араһында, Өфө яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре менән ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә.

Ҡулланылышы

Үҙағасы аҡ төҫтә, үҙәге юҡ, һарғылт төҫтә, ыҫмала юлдары юҡ, кипһә — еңел, еңел ярыла һәм эшкәртелә[5].

Төҙөлөштә, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәтендә һәм музыка ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Утыны һәм күмер сифатһыҙ[5].

Ҡабағынан шыршы бальзамы, ә энәләренән шыршы майы алына. Орлоҡтарының 30 % -ҡа тиклем майлы булыуы лактар етештереүгә мөмкинлек бирә.

Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла[6]. Интродуценттар араһында аҡ шыршы бәлзәме айырыуса сыҙамлы.

Йәшелләндереүҙә ҡулланыла. Атмосфераның бысраныуына һиҙгер булыуы сәбәпле, аҡ шыршы фабрика һәм заводтар эргәһендә, автомагистралдәр буйлап һ.б. үрсетеү өсөн яраҡһыҙ. Аҡ шыршы урмандары климатты көйләүсе, һыу көйләүсе, һыу һаҡлау һәм тупраҡты һаҡлаусы әһәмиәткә эйә[1].

Төркөмләү

60-ҡа яҡын төрө бар{sfn|Баландин|2014}}[7], 10 төркөмсәгә бүленә[3][8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары