Үҙәк Европа

Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш Европа[2][3] араһында күрһәтелгән Европаның шартлы өлөшө

Үҙәк ЕвропаКөнбайыш Европа һәм Көнсығыш Европа[2][3] араһында күрһәтелгән Европаның шартлы өлөшө. Уның сиктәре тураһында мәсьәлә бәхәсле булып ҡала.

Үҙәк Европа
ЭтнохоронимMitteleuropäer һәм Mitteleuropäerin
Урынлашыу картаһы
Карта
 Үҙәк Европа Викимилектә

ЦРУ-ның Бөтә Донъя факттар китабына (2009)[1], Брокгауз Энциклопедияһына һәм Британ энциклопедияһына (1998) ярашлы Үҙәк Европа
П. Джонс (Лейбниц исемендәге Төбәк географияһы институты (Leibniz Institute for Regional Geography) буйынса Үҙәк Европа
Миттель-Европаruen

Үҙәк Европа дәүләттәре

Үҙәк Европа концепцияһы бәхәс предметы булып ҡала, хәйер, Вишеград төркөмөнә ингән илдәр һәр ваҡыт тиерлек де-факто Үҙәк Европа илдәре тип һанала[4]. Төрлө сығанаҡтарҙа Үҙәк Европа илдәренә төрлө илдәрҙе ҡараталар, әммә йыш ҡына Үҙәк Европа илдәренә түбәндәге илдәрҙе индерәләр:

Контекстҡа бәйле, Үҙәк Европа илдәрен йә Көнбайыш, йә көнсығыш Европаға ҡараталар[6][7][8][9]. Мәҫәлән, Австрияны йә Үҙәк Европа, йә Көнсығыш Европа, йә Көнбайыш Европа илдәренә индерәләр[10].

Башҡа илдәр

Шулай уҡ ҡайһы бер тикшеренеүселәр, тарихи, географик һәм/йәки мәҙәни бәйләнештәргә таянып, Үҙәк Европа илдәренә түбәндәге илдәрҙе индерәләр:

Географик яҡтан Төньяҡ Европала урынлашҡан Балтия илдәрен, был терминды немецтарса аңлатҡанда, Үҙәк Европаға йәғни Миттель-Европеrudeға индерәләр. Бенилюкс илдәрен европа күпселек осраҡта Үҙәк Европаға түгел, Көнбайыш Европаға ҡараталар. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың ҡайһы берҙәрен, тарихи, мәҙәни һәм тел бәйләнештәре яҡынлығы сәбәпле, Үҙәк Европа менән бергә телгә алалар.

Шулай уҡ ҡайһы берҙә түбәндәге дәүләттәрҙе Үҙәк Европаға индерәләр:

  • Италия (Көньяҡ Тироль, Триест, Тренто, Гориция, Фриули)
  • Украина (Карпат аръяғы[23], Галиция һәм төньяҡ Буковина[19])

Үҙәк Европа концепцияһы

Үҙәк Европа — географик ысынбарлыҡ ҡына түгел, тарихи, билдәле бер мәғәнәлә, тарихи-идеологик концепция.

Фридрих Науман Беренсе донъя һуғышы тоҡаныр алдынан бер үк атамалы китабында Mitteleuropa (нем. — Европа уртаһы) тигән концепция тәҡдим итә. Унда Үҙәк (дөрөҫөрәге, «Урта») Европа, Германия йоғонтоһона бирелгән, уның еңәсәген күҙаллауҙан һуң киңәйтелгәне тураһында, шуның менән бергә төбәк илдәре араһында хеҙмәттәшлек, тәү сиратта, үҙ-ара отошло иҡтисади нигеҙҙә хеҙмәттәшлек төҙөү кәрәклеге әйтеп үтелә.

1980-се йылдарҙа Үҙәк Европа концепцияһы яңы күренештә сағыштырмаса киң бәхәстәргә нигеҙ булып тора. Польша, Чехословакия, Венгрияның СССР йоғонтоһо өлкәһендә урынлашыуы был илдәрҙең элитаһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шунан сығып киләсәктә Көнбайыш Европаға тиңләштрелгән «Европаға ҡайтыу» кәрәклеге тураһындасғы концепция барлыҡҡа килә Нәҡ шул концепция сиктәрендә Милан Кундераның Рәсәй/СССР йөҙөндәге ят Көнсығыш тарафынан «урланған» Үҙәк Европаны тасуирлай.

Ғәмәлдә, Үҙәк Европа концепцияһын «легалләштереү» 1989 йылғы революциянан, коммунистик режимдар ҡолағандан һуң, башланды. Польша, Чехия, Венгрияла посткоммунистик үҙгәрештәр, элекке СССР-ға (Прибалтика илдәрен ҡыҫтырмайынса) һәм элекке Югославияға ҡарағанда, тиҙ бара. Шулай итеп, 1940—1980 йылдарҙа «оло» Көнсығыш Европа бер нисә төбәк булараҡ ҡарала башланы, һәм уларҙың береһе яңы танылған Үҙәк Европа була.

Үҙәк Европа Рәсәйҙең иҡтисади партнёры булараҡ

Үҙәк Европа илдәренең тышҡы сәйәси һәм тышҡы иҡтисади стратегияһында Рәсәйҙең иҡтисади урынын һәм ролен аңлатыуҙы ҡаршылыҡлы баһалау һәм Үҙәк Европа илдәренең яңы төбәк оҡшашлыҡтары формалашыуына бик күп ҡараш йәшәй[24].

Системалы әүерелеүе менән бәйле, постсоциалистик илдәрҙең иҡтисади көрсөккә тарыуы, постсовет киңлегендәге 1990-сы йылдарҙағы дезинтеграцион процестар СЭВ (Иҡтисади үҙ-ара ярҙам итеү Советы) сиктәрендә пошлинаһыҙ сауҙа итеүҙән иң уңайлы һәм яйлы режимға күсеүе элекке иҡтисади хеҙмәттәшлектең һүтелеүенә килтерҙе, шуның һөҙөмтәһендә Үҙәк Европа илдәренең тышҡы иҡтисади үҙгәрештәре бер яҡлы йүнәлешле тенденция характерын ҡабул итте[25].

Үҙәк Европала 1990-сы йылдарҙағы халыҡ-ара иҡтисади интеграция процестарының үҫеше тереү йылдан 2001 йылда Үҙәк Европа ЗСТ Ирекле сауҙа зонаһы, балтик Ирекле сауҙа зонаһы һәм Европа берлеге ЕС һәм Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы ЕАСТ ҡатнашыусылары араһында пошлинаһыҙ сауҙа зонаһы барлыҡҡа килтерә. Был процестарҙа ҡатнашмаған Рәсәйҙе изоляциялау Рәсәй һәм Үҙәк Европа илдәре араһында сауҙа-иҡтисади күләмдәрҙең артабан да кәмеүенә, уларҙың тышҡы сауҙа әйләнеше тауар структураһының деградацияһына килтерә.

Үҙәк Европа илдәренең Европа берлегенә ингәненән һәм Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ВТО инеүе менән бәйле, сауҙа режимы үҙгәреүен анализлау нигеҙендә, Европа берлегенең энергия сеймалы импорты сығанағының диверсификацияһы (етештереүҙе киңәйтеү яңы продукция үҙләштереү; экспортты төрләндереү) тураһындағы талаптары һәм ЕС-тың энергетика тармағында башҡа нормалары көсөнә инеүе менән бәйле,[25] энергия сығанаҡтары экспортёрҙарының көнәркәшлек һәләте насарая барасаҡ, тип раҫларға була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары