Байназар

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше[1].

Ауыл
Байназар
Байназар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°17′39″ с. ш. 57°32′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 001

ОКТМО коды

80 619 410 101

Байназар (Рәсәй)
Байназар
Байназар
Байназар (Башҡортостан Республикаһы)
Байназар

Почта индексы — 453591, ОКТМО коды — 80619425.

Географик урыны

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан.

Ағиҙел йылғаһы аша аҫылма күпер

Тарихы

Байназар ауылы — Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.

1955 йылғы картала Байназар ауылы урынында Әбдрахман ауылы тора.

Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында Байназар ауылы утар булараҡ күрһәтелгән. Оло быуын кешеләре ауылдың атамаһы Байназар түгел, Байҙанар ине тип раҫлай.

1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 йылда — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә.

Байназар ауылына 1-се Асҡарҙан күсеп килгән Түңгәүер ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Бында шулай уҡ Әбделмәмбәттән, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҙа күсенгән.

Байназар ауылы 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә. Һуңынан уның урынына бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов килгән. Байназарҙың улдары күп булған. VII рәүиз мәғлүмәтенән: өлкән улы Иҫәнғолға 39 йәш, Ҡарағолға — 21 йәш, Сәйфелмөлөккә — 5.

Ауылда старшина Байназарҙан 33 йәшкә кесе булған 1785 йылғы Байназар Татлыбаев та (уның улы Ғәйнетдин) йәшәгән. Был исемдәрҙең күпселеге Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуында билдәләнгән.

Ауылдағы халыҡ һаны арта барған: 1816 йылда 39 хужалыҡта — 273, 1859 йылда 81 хужалыҡта — 528, 1920 йылда 274 хужалыҡта — 1152 кеше йәшәгән.

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан.

1850 йылда халыҡтың бер өлөшө Ҡағы йылғаһы буйына күсенеп киткән һәм 6 хужалыҡта 36 кеше йәшәгән утар барлыҡҡа килгән. Был утар үҙәге Әхмәт ауылында булған (Әбйәлил районы) Түңгәүер улусына ҡараған.

Ә төп ауыл — Байназар — үҙәге Билал ауылында (Баймаҡ районы) урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингән.

Байназарҙар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. 556 кеше йәшәгән 87 хужалыҡта 433 ат, 280 һыйыр, 232 һарыҡ, 39 кәзә булған. Әммә был мул тормош күрһәткесе түгел.

Малсылыҡ үҫеше түбәнгә тәгәрәгән, шуның өсөн халыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. XIX быуаттың 50-се йй. халыҡта 14 солоҡ һәм 9 умарта булған).

Ер эшкәртеүгә яңы ғына тотонғандар. 1842 й. бөтөн халыҡҡа ҡарата 16 бот ужым һәм 450 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Байназарҙарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы

1805—1807 йылдарҙа Рәсәй батшалығының создаштары Франция менән һуғышҡанда башҡорт полктары составында Байназарҙан Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов ҡатнашҡан.

1812 йылда Ватан һуғышында байназарҙарҙың ҡатнашыуы тураһында түбәндәге факттар һөйләй. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се башҡорт полкы составында үҙен аямай, батырҙарса зауряд-хорунжий Килдеғол Игелек улы Ибраһимов, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән рядоойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлейәров, Рәхмәтулла Мерәҫов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Наурыҙбаев һуғышҡан. Сирбай Байрамғол улы Әмиров яу ҡырында башын һалған.

Байназарҙан күсеп сыҡҡан халыҡ Лубаҙа-Тамаҡ йылғаһы буйында һәм Арастауҙа үҙҙәренең айырым утарҙарын үҙаллы ауыл дәрәжәһенә еткергән. Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары 1843—1847 йылдарҙа бына шулай барлыҡҡа килгән[2].

Байназар ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1786Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусыӨфө наместничествоһыЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1816-се йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт-се Башҡорт кантоны, өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт-се Башҡорт кантоны, өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895улусыөйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920улусыБөрйән-Түңгәүер кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926улусыБөрйән-Түңгәүер кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Байназар ауыл советыБөрйән районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Байназар ауыл советыБөрйән районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Байназар ауыл советыБөрйән районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

Байназарҙан Беренсе донъя һуғышында түбәндәге ир-егет ҡатнашҡан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шахнияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Маликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байназаров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Айытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б[3]

Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөрйән-Түңгәүер кантоны биләмәләренә инә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәте үҙәктәренең береһе (1920—1921 йй. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) булған. Байназар ауылы янында 1 мең кешенән торған баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт иткән. Ҡыҙылармеецтар ауылдың 18 кешеһен атып үлтергән[4].

1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай.

Халыҡ һаны

Бөрйән районы 35 ауыл араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше)Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
136114261313
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002)|мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар һаны 99 % тәшкил иткән[5]

Урамдары

Урам исемдәре [7]

  • Ағиҙел (урамы) (рус.  Агидель (улица))
  • Бельская урамы (рус. Бельская (улица))
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы ( улица))
  • Кәлтәгәү урамы (рус.  Калтагау (улица))
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира ( улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октября (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица))
  • Тирмән урамы (рус. Тирман (улица))
  • Туғай урамы (рус.  Тугай (улица))
  • Урал урамы (рус.  Уральская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

Әлибәкова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы (19 июль 1959 йыл) — Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Байназар ауылында уҡығандар

  • Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәһәҙей ауылында тыуа, ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан баласаҡ хыялы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғона ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу ғүмерен мәғәриф өлкәһенә арнай. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

Ер-һыу атамалары

Бөрйән районы. Ҡурыуҙы тауы

Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhына түбәндәгесә аңлатма бирелә:

Мәсем хандың ғаиләһен арыҫлан һәләк итә. Ҡайғынан башын юғалтҡан хан үҙенең һылыу ҡыҙын арыҫлан ҡолағын киҫеп алып килгән батырға кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бабсаҡ бей арыҫландың уң ҡолағын киҫеп алған. Әммә Ҡараҡөлөмбәт арыҫландың икенсе ҡолағын алдараҡ килтереп еткергән. Көнсөл Ҡараҡөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм дошманлашҡан ырыуҙың бөтөн кешеһен ҡырып бөтөрә. Тик «бер йән» (шунан: бөрйән һүҙе килеп сыҡҡан, тиҙәр), бер имсәк бала ғына тере ҡалған була. Ул бала, үҫеп ир-егет ҡорона ингәс, Күҫәк батыр булып таныла һәм үҙенең Бабсаҡ батырҙың улы икәнен белә. Ҡараҡөлөмбәттән ул бик ҡаты үс алған: Байназар ауылы янындағы тауҙа, дошманын ҙур ҡаҙанға һалып, тереләй ҡурырға бойорған. Шунан бирле был тау Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтөлә икән.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

«Ил саҡырғас, яуға киттек…»Байназар ауыл Советы буйынса бөтәһе 241 кеше фронтҡа китә, 139 яуҙа һәләк булалар, 102 еңеү менән ҡайталар (хәҙер улар ҙа мәрхүмдәр).

Байназар ауылынан булған яугирҙар исемлеге:

№ тәртип буйынсаБайназар ауылынан.

Фамилияһы, исеме атаһының исеме

Тыуған йылыһуғышҡа киткән йылыВафат булған йылы
1Аҙанғолов Мөхәмәтйән Дәүләткужа улы192319421942
2Аҙанғолов Мөхәррәм Дәүләтҡужа улы192119432006
3Алтынбаев (Вәлиев) Ғарифулла Хәлфетдин улы191819411942
4Алтынбаев Зекрийә Ҡәнифулла улы190419411942
5Алтынбаев Мәхмутдин Ҡәнифулла улы190719411942
6Алтынбаев Сабирйән Әбделвәхит улы190019411944
7Алтынбаев Фәтҡулла Ғибәт улы192419421943
8Айытҡолов Сәлмән Хәбир улы192419421973
9Айытҡолов Ғәфур Ширғәле улы190319421973
10Айытбаев Зекрийә Сафа улы192419431965
11Архипов Иван Осипович192519431965
12Байназаров Абдрахман Абдулла улы190519421943
13Байназаров Зайнулла Султангәрәй улы1907194-1943
14Байназаров Ильяс Хөсәйен улы191319411943
15Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы191919411945?
16Байназаров Мөхәмәтйән Сәғит улы190619421994
17Байназаров Мансур Сәғит улы192119411942
18Байназаров Мирсаяф Ғәлиастан улы19091941
19Байназаров Сахиулла Мөхәмәҙиә улы191819411945
20Байназаров Сәйетғәле Зөлфәр улы192219411945
21Байназаров Ағзам Мөхәмәт улы192119412003
22Байназаров Абдразаҡ Ғиниәт улы192319422003
23Байназаров Айытбай Ғиниәт улы192519441999
24Вәлиев Хәлфетдин Ғиләжетдин улы189819421944
25Вәлиев Хөснөтдин Хәлфетдин улы192319411944
26Вәлиев Ғилфан Ғиләжетдин улы191019411943
27Вәлиев Ханнан һаҙый улы19151941194?
28Ғайсин Юныс Яхия улы191119411974
29Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы190119411942
30Ғәлин Нуриәхмәт Хажиәхмәт улы190019411942
31Ғәйнуллин Басир Султан улы191919411942
32Ғәлимов Мөхәмәтғәле Ишмөхәмәт улы189619421968
33Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы190519411943
34Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы190219411943
35Зарипов Әбделхәй Зәкир улы191119411942
36Зарипов Рәхимйән Зәкир улы191619411982
37Зарипов Мансур Фәтих улы192519431944
38Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы190619421991
39Зәйнуллин Әхмәтулла Рәхмәтулла улы192519422009
40Зәйнуллин Әхмәҙиә Рәхмәтулла улы192619431994
41Зәйнуллин Шәрифулла Лотфулла улы190419421973
42Иманғолов Әбүзәр Мәхмүтдин улы190219421997
43Иманғолов Нәсибулла Хисаметдин улы190219421997
44Иманғолов Фазлетдин Ямалетдин улы190119421951
45Ибәтуллин Хәкимйән Сәхиулла улы192319421959
46Иҙәлин Мостафа Ширғәле улы189419421944
47Исламғолов Ғөбәйтулла Хөбитдин улы190619421942
48Исламғолов Ғәйнитдин Хәлфетдин улы191719411944
49Исламғолов Ғәлиән Хөснийән улы191719411944
50Исламғолов Әбүзәр Ғәлиәхмәт улы192519432000
51Исмаков Ғөбәйтулла Собханғол улы.189719421944
52Исмаков Фазулла Ғөбәйтулла улы192319421943
53Исмаков Ғәйзулла Ғөбәйтулла улы192619441994
54Иҫәнғәлин Әшрәф Шәкир улы190319421944
55Ишбулатов Сабитулла Хәйрулла улы189619421942
56Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы192419421990
57Ишемғолов Ғәлләметдин Сиражетдин улы191019411943
58Ишҡыуатов Солтангәрәй Илһам улы190219421943
59Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы191419411941
60Ишназаров Хәйетдин Хисаметдин улы189919421942
61Ҡарабулатов Зекрия Султан улы191319411942
62Ҡарабулатов Нурғәле Солтан улы191719412001
63Ҡарағолов Әбделхаҡ Даян улы191119411943
64Ҡарағолов Ғәлиулла Хәкимйән улы191119411943
65Ҡарағолов Зөбәйҙулла Хәкимйән улы191119411943
66Ҡарағолов Әшрәф Ғумәр улы19421980
67Ҡарағолов һаҙый Ғумәр улы190419411942
68Ҡарағолов Мансур Ғумәр улы190719421971
69Ҡарағолов Халимулла Хәкимйән улы190019431975
70Ҡарағолов Халиҡ Даян улы192119411984
71Ҡарағолов Фәхрәзе Нотрахман улы192619432001
72Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы191519412011
73Ҡасҡынов Сөнәғәт Мифтах улы190619411943
74Ҡасҡынов Абдулла Салауат улы192319421943
75Ҡасҡынов Фәсхетдин Хәйретдин улы192319421943
76Маликов Муса Мәхиән улы190719411943
77Маликов Зәки Рамаҙан улы192319422011
78Мәликова (Сөләймәнова) Факиһа Суфиян ҡыҙы192119422005
79Маликов Мөжәүир Суфиян улы192619442004
80Маликов Хәмзә Ғәлиәхмәт улы191819422007
81Маликов Ағзам Ғәйзулла улы190919421944
82Миндеғолов Хәйривара Шахнияз улы190319421990
83Мансуров Шәмсетдин Фәхретдин улы192619421944
84Мостафин Атаулла Ғөбәйҙулла улы190619411942

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Байназар ауылы уҡытыусылары

1.Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы (Байназаров Исмәғзам Мәхәмәт улы). Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1946 йылда демобилизациялана.

2. Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы. Байназар ауылынан. 1901 йылда тыуған. Рядовой. Һуғышта һәләк булған.

3.Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы. Байназар ауылынан . 1927 йылда тыуған. Гвардия сержанты. 1950 йылда демобилизациялана.

4.Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. Байназар ауылынан. 1924 йылда тыуған. Сержант. 1942 йылда демобилизациялана.

5.Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы. Байназар ауылынан. 1914 йылда тыуған.1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала.

6. Маликов Мөжәүир Суфиян улы — Байназар ауылынан.1926 йылдың тыуған йылы. Сержант. 1950 йылда демобилизациялана.

7.Маликова Факиһа Суфиян ҡыҙы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1945 йылда демобилизациялана.

8.Ҡарағолов Хәлик Даян улы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Беренсе лейтенант. 1942 йылда демобилизациялана.

9.Ҡарамышев Фаяз Шангәрәй улы. 1919 йылда тыуған. Лейтенант. 1946 йылда демобилизациялана.

Викидәреслектә мәҡәләләр

Байназар ауылы тураһында ваҡытлы матбуғат

Фотогалерия

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары