Баҡса

Баҡса — ағастар, сәскәләр, ҡыуаҡтар һәм башҡа үҫемлектәр үҫтерә торған ер учаскаһы. Сәскәләргә һыу һибеү, сүп утау кеүек баҡсаны хәстәрләү эштәре баҡсасылыҡ тип атала.

Сан Франсиско баҡсаһы

Баҡса төрҙәре

Баҡсалар күп төрлө. Кешеләрҙең өйө янында бәләкәй генә шәхси баҡсалары бар. Ҡайһы бер баҡсалар сауҙа йорттары, ижтимаҡи биналар, оранжереялар эсендә булыуы мөмкин. Оранжереялар — үҫемлектәр үҫтереү өсөн махсус төҙөлгән биналар. Оранжереяларҙың түбәһе һәм стеналары ҡояш нурҙарын үткәрә торған пластик йәки быяла материалдан төҙөлә.

Декоратив бассейндарҙа һәм һыу ятҡылыҡтарында һыу үҫемлектәре үҫтерелә. Кешеләр һыу тонбойоҡтарын йәки башҡа һыу үҫемлектәрен үҫтерәләр.

Өй янындағы баҡсаларҙан башҡа ла баҡсалар була. Мәҫәлән, ҡала баҡсаһы, ботатик баҡса (үҫемлектәр үҫтерә торған урын), парк һәм баҡсаһы булған зоопарктар. Был баҡсаларҙы баҡсасылар хәстәрләй.

Баҡса менән крәҫтиән хужалығының айырмаһы

Баҡсаның крәҫтиән хужалығы (ауыл хужалығы) менән оҡшашлығы бар; икеһендә лә үҫемлектәр үҫтерелә. Әммә крәҫтиән хужалыҡтары баҡсаға ҡарағанда ҙурыраҡ. Унда йөҙҙәрсә квадрат километр майҙанда үҫемлектәр һәм иген үҫтерелә.

Крәҫтиән хужалыҡтары үҫтерелгән иген, еләк-емеш, йәшелсәләрҙе һатып аҡса эшләй.Ҡайһы бер баҡсаларға ингән өсөн аҡса йыялар. Ә шәхси баҡсаларҙы кешеләр буш ваҡытты үткәреү һәм ял итеү өсөн тоталар.

Баҡсаларҙың киләсәге

Ботаник баҡса күренеше, Куритаба (Көньяҡ Бразилия). Партер, сәскәләр, фонтандар, скульптуралар, оранжереялар ял итеү һәм флораны һаҡлау урыны.

Баҡсаларҙың үҫемлектәрҙән башҡа, таштар баҡсаһы, һыу ятҡылыҡтары, фонтандары, шарлауыҡтары булған ландшафт үҙенсәләктәре бар. Шулай уҡ ҡыйыҡ аҫтында һөйләшеп ултыра торған, ятып ял итеү өсөн гамак ҡуялар. Рим баҡсаларында, баҡсаның ҙурлығана, тәғәйенләнешенә ҡарап, колонналар, фонтандар, статуялар булыуы мөмкин. Япон баҡсаланың үҙ биҙәлеше, мөмкинлектәре бар.

Баҡсаларҙың роле

Ҡайһы бер осраҡта өй янындағы баҡсаны ғына түгел, бөтә ихатаны баҡса тип атайҙар (мәҫәлен, Бөйөк Британияла ихата урынына баҡса һүҙен ҡулланалар). Өйө янында ере булһа, был ерҙә кешеләр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Баҡса ултыртыу, үҫемлектәргә һыу һибеү, ғөмүмән баҡса тәрбиәләү — физик активлыҡ төрө тип иҫәпләнә.

Сәскәләрҙең хуш еҫе таралған баҡсаны күп кешеләр ял итеү урыны тип иҫәпләй. Рауза, бугенвиллея, ардидея сәскәләре баҡсаны биҙәй. Күп кешеләр баҡса ял итеү, күңел асыу урыны тип иҫәпләй. Баҡса шулай уҡ барбекю эҙерләү, китап уҡыу урыны ла.

Күп илдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә баҡса биҙәү сәнғәт тип иҫәпләнә. Японияла, мәҫәлән, Зен тәбиәғи таштар һәм материалдар ҡулланып шарлауыҡлы декоратив баҡса төҙөгән. Европала 1700 йылдарҙа король һәм королеваларҙың баҡсалары шартлы рәүештә булған (мәҫәлән, Францияла Версаль баҡсалары). Ҡытайҙа ҡытай баҡсалары барлыҡҡа килә. Хәҙерге көндә эшҡыуар кешеләр альтернатив, традицион һәм гомеопатик медицинала ҡулланылған дарыу үҫемлектәрен үҫтерә башланылар.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары