Ботвинник Михаил Моисеевич

Михаил Моисеевич Ботвинник (4 (17) август 1911 йыл — 5 май 1995) — совет шахматсыһы, 6-й тарихы шахмат тарихында 6-сы һәм 1-се совет донъя чемпионы (1948—1957, 1958—1960, 1961—1963). СССР гроссмейстеры (1935), халыҡ-ара гроссмейстер (1950) һәм шахмат композицияһы буйынса арбитр (1956); СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1945), алты тапҡыр СССР чемпионы (1931, 1933, 1939, 1944, 1945, 1952), СССР-ҙың абсолют чемпионы (1941). Мәскәү чемпионы (1943/44). СССР командаһы составында алты тапҡыр шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (ике тапҡыр шәхси зачетта еңеүсе). Совет шахмат мәктәбе «патриархы». Бөтә Союз Шахмат секцияһы (1938—1939) һәм «СССР — Нидерланд» йәмғиәте идараһы рәйесе (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991). Техник фәндәр докторы, профессор.

Ботвинник Михаил Моисеевич
рус. Михаи́л Моисе́евич Ботви́нник
Рәсем
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай СССР
Тыуған көнө17 август 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыныРепино[d][4]
Вафат булған көнө5 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][5][2][…] (83 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй[1]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәберак поджелудочной железы[d]
Ерләнгән урыныНоводевичье зыяраты[d]
Хәләл ефетеГаяне Давидовна Ананова[d]
Һөнәр төрөшахматсы, шахматный тренер, инженер, яҙыусы, инженер-электрик, шахматный композитор
Шахматный титулгроссмейстер[d], шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d] һәм международный арбитр по шахматной композиции[d]
Уҡыу йортоСанкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Ғилми дәрәжәтехник фәндәр докторы[d]
Кемдә уҡығанИльин-Женевский, Александр Фёдорович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт төрөшахмат
ҠатнашыусыШахматная олимпиада 1954[d][6], Шахматная олимпиада 1956[d][6], Шахматная олимпиада 1958[d][6], Шахматная олимпиада 1960[d][6], Шахматная олимпиада 1962[d][6] һәм Шахматная олимпиада 1964[d][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ботвинник Михаил Моисеевич Викимилектә

Биографияһы

Шахматтар менән танышыу һәм мастер исемен яулау

1927 йылда

Михаил Моисеевич Ботвинник 1911 йылдың 17 авгусында Рәсәй империяһы Фин Бөйөк кенәзлеге Выборг губернаһының Куоккала Куоккала дача ҡасабаһында (хәҙер — Репино (Санкт-Петербург) йәһүд ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе — теш технигы Моисей Гиршович (Лейбович) Ботвинник (1878—1931) һәм теш табибы Шифра Самойловна Рабинович (1879—1952)[7][8].

1923 йылдың сентябрендә 12 йәшендә шахмат менән таныша һәм шул йылда уҡ беренсе тапҡыр мәктәп турнирында ҡатнаша[9]. Артабан китаптар буйынса шөғөлләнә башлай, улар араһында 1876—1877 йылдар өсөн «Шахматный листок» (М. Чигорин) була. Һуңыраҡ Н. Грековтың һәм В. Ненароковтың дебюттар дәреслеге китабын ала][10]. Э. Ласкер Ленниградҡа гастролдәре ваҡытында уның партияларын үҙенең комментарийҙары менән яҙып бара. Икенсе йылдың яҙында мәктәп чемпионатында еңеүгә өлгәшә. Шунан һуң ҡаланың шахмат йыйылышына йөрөй һәм ағза була, бының өсөн үҙенә йәш өҫтәй[11].

"Шахматный листок"тың 1924 йылғы 19-сы һанында Михаил Ботвинник беренсе тапҡыр категориянан тыш турнир еңеүсеһе тип телгә алына. Йыл дауамында Михаил Ленинград шахматсылары араһында билдәлелек яулай, бик тиҙ квалификация баҫҡыстарын үтә. 1925 йылда беренсе категориялағы өс турнирҙа еңеү яулай[12].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Я. Г. Рохлин На шахматном Олимпе. — Москва: Знание, 1961.
  • Ҡалып:Книга:Шахматный словарь
  • Левин К. Я. Михаил Ботвинник. — Москва: Физкультура и спорт, 1951. — 147 с.
  • Батуринский, В. Д Шахматное творчество Ботвинника. — Москва: Физкультура и спорт, Т. 1—3, 1965—1968
  • Ҡалып:Книга:Шахматы. Энциклопедический словарь;
  • Каспаров Г. К. Мои великие предшественники: Т. 2. От Эйве до Таля. — Москва: РИПОЛ классик, 2003, ISBN 5-7905-2239-4
  • Линдер И. М., Линдер В. И. Михаил Ботвинник: жизнь и игра. — Москва: Астрель [и др.], 2007, 344 с. (Энциклопедия шахматного Олимпа), ISBN 5-17-039878-6. ISBN 5-271-14993-5. ISBN 5-9762-2353-2.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары