Бригитта Шведская

Шведская Бригитта, Биргитта (швед. Birgitta; 1303, Финст, Швеция — 23 июль 1373, Рим, Италия) — католик изгеләренән, бригитталар орденын нигеҙләүсе, Европаны яҡлаусы.

Бригитта Шведская
лат. Birgitta de Suecia
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ Швеция
Тыуған көнө1303[4][5]
Тыуған урыныФинста[d], Sjuhundra[d], Стокгольм[d], Швеция
Вафат булған көнө23 июль 1373[6][7]
Вафат булған урыныРим, Папская область[d][1]
Ерләнгән урыныВадстенский монастырь[d][8]
АтаһыBirger Persson[d]
ӘсәһеIngeborg Bengtsdotter[d]
Бер туғандарыKatarina Birgersdotter[d] һәм Israel Birgersson[d]
Хәләл ефетеUlf Gudmarsson[d]
БалаларыMärta Ulfsdotter[d], Karl Ulfsson[d], Birger Ulfsson[d], Екатерина Вадстенская[d] һәм Cecilia Ulvsdotter[d]
Һөнәр төрөяҙыусы, фәлсәфәсе, сәйәсмән, дин белгесе, мемуарист, мистик
Эшмәкәрлек төрөДин[9]
Монашеский орденБригиттки[d]
Статус канонизациисвятой[d] һәм католический святой[d]
Праздник святого23 июль[10] һәм 23 июль
Сәләмәтлек торошоБыума
Рәсми сайтbirgitta.vadstena.se
Тасуирлау биттәреnordicwomensliterature.net/…
Вики-проектProject Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Бригитта Шведская Викимилектә

Ғаиләһе

Бригитта 1303 йылда аристократ швед ғаиләһендә тыуған, уның атаһы Швецияның иң мөһим өлкәләренең береһе Уппландта лагман була. Әсәһе Ингеборг Бенгтсдоттер (вафат 1314) Фолькунг королдәр династияһынан сыҡҡан затлы ырыуҙан. Бригиттаны 13 йәштән бай дворян Ульф Гудмарссонға кейәүгә биргәндәр. Никахта уның 8 балаһы була, ҡыҙҙарының береһе, изге Бригитта, Швед Екатеринаһы булып дан ҡаҙана. Уның улы Карл Джованна Неаполитан король ҡатыны һарайында йәшәй. Карлға король ҡатының күҙе төшә һәм ул Карлды ҡатыны менән айырылышырға мәжбүр итә. Королева менән никахлашырға ла өлгөрмәйенсә, Карл вафат була. Бригитта һәм уның ғаиләһе Карлдың үлемендә королеваны ғәйепле һанай.

Биографияһы

Тормошҡа ҡараштары аристократтар араһында формалашыуға ҡарамаҫтан, Бригитта бай, матди ҡиммәттәрҙән рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирә, тирә-йүндең бөтә ярлыларына һәм ауырыуҙарына ярҙам ҡыла.

1335 йылда Бригитта король Магнус Эрикссон һарайында король ҡатыны Бланка Намюрскаяға хеҙмәт итә.

1341 йылда Сантьяго-де-Компостелға ире Ульф менән хаж ҡылғанда Бригиттаның күҙ алдына Дева Мария пәйҙә була. Сәйәхәттә Ульф ҡаты ауырып киткәс, ире һауыҡһа, үҙен Христосҡа ныҡлап хеҙмәт итеүгә бағышларға вәғәҙә биргән. Ире терелгәс, Бригитта ирен цистерциан монахы булырға күндерә, ә үҙе Альвастр монастырендә йәшәй башлай. Ульф 1344 йылда вафат була.

1346 йылда изге Бригитта Иисустан яңы монахтар орденына нигеҙ һалырға бойороҡ ала. Магнус Эрикссон был идеяларға риза була һәм Вадстендә буласаҡ орден монастыры өсөн ер бүлеп бирә. Әммә Авиньондан сыҡҡан рим папаһы Климент VI изге Бригиттаның был үтенесен кире ҡаға.

Эдуард III һәм Филипп VI адресына Бригитта «һеҙ һаран һәм ҡанлы палач» тип яҙа. Ике монарх араһындағы низағты, Эдуарда III һәм Валуа араһында династиялы никах төҙөп, Йөҙ йыллыҡ һуғышты тамамларға тәҡдим итә. Бригитта үлгәндән һуң, Ричард II Изабелла Валуаға, ә Генрих V һуңынан уның һеңлеһе Екатерина Валуаға өйләнә. Генрих V һәм уның ҡатыны бригитталар ордены өсөн уларға ер бүләк итә.

1350 йылда Бригитта Римгә күсеп китә һәм үҙе үлгәнсе, хаж ҡылған ваҡыттарынан башҡа, шунда йәшәй. Римдә ул шәфҡәтлелеге һәм үҙенең саф тормошо менән абруй ҡаҙана.

Шулай уҡ Бригитта авиньон папаларын әсирлеккә алыуҙы туҡтатыу һәм Изге Тәхетте Авиньондан Римгә ҡайтарыуға ҙур өлөш индерә. 1370 йылда, Римгә ваҡытлыса килгән папа Урбан V ниһайәт изге Бригиттаға яңы орден булдырырға һәм монастырь төҙөргә рөхсәт бирә. Һуңынан был яңы орден бригитталар ордены тип атала.

Вадстенда монастырь 1384 йылда төҙөлөп бөтә, әммә уға нигеҙ һалыусыһы ғына был көндө күрә алмай. Изге Бригитта 1373 йылда Римдә, Иерусалимға хаж ҡылып ҡайтҡандан һуң, вафат була. Уның мәйете аҙаҡ Вадстенда яңынан ерләнә.

Канонлаштырылыу

1391 йылда ул папа Илия IX Бонифаций IX тарафынан канонлаштырыла. 1999 йылда папа Иоанн Павел II тарафынан Европаның яҡлаусыһы итеп иғлан ителә. Католик сиркәүендә изге Бригиттаның хәтер көнө — 23 июль.

Әҫәрҙәре

Уның «Откровения» әҫәре, үҙе үлгәндән һуң күп тә үтмәй, Биргитта йәненең йомошсоһо Альфонсо Хаэнский тарафынан һигеҙ китап итеп латин телендә нәшер ителә. 1492 йылда беренсе баҫма версияһы Бартоломео Готан типографияһында баҫыла.

«Откровения» әҫәренән тыш, Биргиттаның «Малые труды» (Opera Minora): Salvatoris Regula — бригитталар ордены Уставы, Angelicus Sermo һәм Extravagantes — китаптары һигеҙ китапҡа инмәгән була.

Был китаптар һуңғараҡ сыҡҡан урта быуаттар дини текстарына ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ уның «Откровения» әҫәре мистик модерн дәүере яҙыусылары һәм мистиктарының, мәҫәлән, Гюисманстың, күҙ осонда тотола.

Урта быуаттарҙың һәм Иртә Яңы замандың күп кенә сәйәсмәндәре изге Бригитта китаптары персонаждарында үҙҙәрен таный һәм уның күрәҙәлегенә иҫтәре китә. Шундайҙарға Швеция тәхете өсөн көрәш алып барған Сигизмунд III индерергә мөмкин. «Откровения» китабын Германия императоры Карл IV бик яратып уҡыған.

Биргитта Шведская китаптарын уҡыусылар араһында скептиктар ҙа булған, мәҫәлән, Ж. Жерсон.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары