Вишневые тауы

Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан тау массивы. Урта Урал тау системаһына ҡарай

Вишневые тауы (Сейәле тауҙар) — Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһенең төньяғында, Кәҫле районында урынлашҡан тау массивы. Урта Урал тау системаһына ҡарай (А. К. Матвеев буйынса).

Вишневые тауы
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекСиләбе өлкәһе[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек576 метр
Оҙонлоҡ10 km
Карта

Вишнёвые горы
Характеристики
Барлыҡҡа килгән ваҡытырифей[3] 
Оҙонлоғо10 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеВишнёвая 
Абсолют бейеклеге576[4] м
Урынлашыуы
55°57′31″ с. ш. 60°37′14″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Тау системаһыУрта Урал 
Рәсәй
Красная точка
Вишнёвые горы
Силәбе өлкәһе
Красная точка
Вишнёвые горы

Географияһы

Тауҙар меридиан йүнәлешендә һуҙылған һәм яҡынса 10 км-ға һуҙыла. Массив Урал аръяғы тигеҙлегенә килеп терәлгән көнсығыш тау алдары зонаһына ҡарай ҡарай. Вулкан атылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм метаморфик тау тоҡомдардарының 136 км-ға һуҙылған антиклиналь комплексының бер өлөшө, тап төньяҡ осо булып тора. Был антиклиналь Вишневые тауҙары районында көнсығышҡа табан эйелә биреп[5][6] төньяҡҡа ҡарай барып сума.

Массив көнбайышта Аракүл, Оло һәм Кесе Ҡаған күлдәре менән, көнсығышта —Илашты (Силач) , Һуңкүл ( рус. Сунгуль) Кирете (рус. Киреты ) күлдәре , төньяҡта — Вязовка һәм көньяҡта Мауыҡ (рус. Маук ) йылғалары менән сикләнә. Айырым тау түбәләренең үҙ атамалары бар, мәҫәлән Сейәле (Кобелиха), Булдым[7], Ҡарауай (Каравай), Еремиха[8]. Вишневые тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә ҡала тибындағы Вишневогорск[9] ҡасабаһы урынлашҡан

Геология

Тау массивының нигеҙен гнейстар, һәүерташтар, амфиболит һәм кварциттартарҙан торған ҡатламдар тәшкил итә . XX быуат башында уҡ урындағы нефелинсиениты быяла һәм керамика етештереү сығанағы булараҡ ҡарала башлай.

1926 йылда Курочкин үҙәнендә (Курочкин лог) тигән урында күпселек өлөшөн ялан шпаты тәшкил иткән ҡеүәтле миаскит пегматиты юлаҡтары табыла.

1929-31 йылдарҙа Рукавишников Ф.И. һәм Амеландов А.С. тарафынан табылған ялан шпаты ятҡылыҡтары 10 йыл самаһы дауамында ҡулланышҡа сығарыла.Аҙаҡ 1968 йылдан яңынан сығарыла башлай.

1940-сы йылдарҙа М. Г. Исакова һәм А.А.Иванов сәнәғәт ойошторорлыҡ күләмдә пирохлор ятҡылыҡтары асыла. Һөҙөмтәлә Вишневогорск руднигы барлыҡҡа килә. (артабан Вишневогорск руда етәкселеге, хәҙерге ваҡытта ОАО «Вишневогорский ГОК» тип атала).

Тауҙарҙа 130-ға яҡын минералдар табылған.Күбеһе шуға тиклем ғалимдарға бөтөнләй билдәле булмаған. Минералог В. И. Крыжановский Курочкин үҙәнендә табылған яңы минералға тау хөрмәтенә вишневит тигән атама бирә. Тау тоҡомдарында ике тиҫтәнән ашыу файҙалы ҡаҙылмалар төрө бар: вермикулит, ниобий, цирконий, гафний, һирәк ер элементтары , уран, торий, ильменит, ялан шпаты, нефелиндан, корунд, алтын һәм башҡалар.[10][11].

Атамаһы

Элек тау Вишенный тип аталған булған. . Н. К. Чупинаның һүҙлегендә тауҙың атамаһы ошолай тип нигеҙләй:

Сейәле тауҙың бөтә һөҙәклектәрен, башлыса урманһыҙ көньяҡ-көнсығыш ҡабаҡтарын бары тик ҡырағай сейәлектәр генә ҡапланған.Сейәлектәр саҡрымдарға һуҙыла... Бында август башынан йөҙҙәрсә, хатта меңәр бот емеш йыялар.

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат