Герой пионерҙар

Герой пионерҙар —совет власының үҫеш һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында батырлыҡ ҡылған совет пионерҙары.

Герой пионерҙар
Модель элементыМарат Иванович Казей[d]
 Герой пионерҙар Викимилектә
СССР маркаһы. Герой пионерҙар Леня Голиков һәм Валя Котик

Герой пионерҙарҙың образдары совет пропагандаһында юғары әхлаҡи өлгөһө булараҡ бик әүҙем ҡулланыла. Герой пионерҙарҙың рәсми исемлеге В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабын төҙөгән саҡта 1954 йылда булдырыла[1]; уға урындағы пионер ойошмаларҙың Почёт китаптары ҡушыла.

Икенсе Бөтә донъя һуғышына тиклемге герой пионерҙар

Тольятти ҡалаһы эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышының герой пионерҙарына мемориал, элекке пионер лагеры «Ал елкән» (уңдан һулға: Цариков Боря, Марат Казей, Зинаида Портнова, Леня Голиков, Валя Котик һәм Володя Дубинин).
Шура Коберға һәм Витя Хоменкоға Һәйкәл, Николаев ҡалаһы

Герой пионерҙар тураһында 1920-се йылдар аҙағында телгә алына башлай. Матбуғатта «синфи дошман менән көрәш» алып барған үҫмерҙәр тураһында гәзит материалдары сыға башлай; 1930-сы йылдар уртаһында йәш геройҙарға (барыһынан элек Павлик Морозовҡа) бағышланған брошюралар сығарыла. 1954 йылғы ВЛКСМ-дың XII съезында «В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабы» булдырыла. 1-се һанлы исемлеккә Павлик Морозов индерелә, ул рәсми фараз буйынса Совет власына ҡаршы торған кулактарҙың енәйәттәрен фашлай һәм улар тарафынан үлтерелә, 2-се һанлы — шулай уҡ синфи дошмандар тарафынан үлтерелгән Коля Мяготин. Бөтә Союз Почёт китабына индерелгәндәрҙән тыш урындарҙа ла Почёт китаптары барлыҡҡа килә. Бынан һуң уларҙың профессиональ яҙыусылар тарафынан эшкәртелгән биографиялары ҙур тираждар менән баҫтырыла башлай. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер герой пионерҙарҙың тәржемәи хәле, мәҫәлән, Павлик Морозовтың[2], Гриша Акопяндың[3] һәм 1941 йылға тиклем «В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабы»на индерелгән башҡа ҡайһы берҙәрҙең, реаль тормош ысынбарлығына тап килеүендә шикләнеү бар. Мәҫәлән, был Павлик Морозовҡа ҡағыла, Ю. Дружников раҫлауынса, ул бер ҡасан да пионер булмаған[2], һәм 1930-сы йылдарҙың башҡа синфи дошмандар тарафынан үлтерелгән геройҙарға ҡағыла: Коля Мяготин[4], Гриша Акопян (тулыһынса уйлап сығарылған персонаж)[3][5].

Герой пионерҙар Бөйөк Ватан һуғышында

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Брест ҡәлғәһен яҡлауҙа музыка взводы тәрбиәләнеүсеһе 14 йәшлек Петя Клыпа батырлыҡ күрһәтә[6]. Күп кенә пионерҙар партизан отрядтарында ҡатнаша, унда улар йыш ҡына развечиктар һәм диверсанттар сифатында файҙаланалар, шулай уҡ йәшерен эшмәкәрлектә; йәш партизандарҙан айырыуса билдәлеләр Марат Казей, Володя Дубинин, Зина Портнова, Леня Голиков һәм Валя Котик, улар барыһы ла (Володя Дубининдан башҡа — ул минала шартлай), алыштарҙа һәләк булалар; Зина Портнова һәм Леня Голиковтан башҡаларына 13-14 йәш була). Йыш ҡына мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашалар («Полк улдары һәм ҡыҙҙары» атамаһы — Валентин Катаевтың «Полк улы» повесы билдәле).

Йыш ҡына йәш патриоттар дошман менән партизан отрядтары составында һуғышҡан. 15 йәшлек Чекмак Вилорүҙ ғүмере хаҡына Севастополь партизан отрядын ҡотҡара. Сирле йөрәгенә һәм йәш булыуына ҡарамаҫтан Вилор 1941 йылдың авгусында партизандар менән урманға китә. 10 ноябрҙә, дозорҙа булған саҡта, карателдәр отряды яҡынлашыуын тәүге булып күреп ҡала. Ракетница менән Вилор отрядты иҫкәртә һәм күп һанлы фашистар менән һуғышҡа инә. Патрондары бөткәс, Вилор дошмандарҙы үҙенә яҡыныраҡ ебәрә һәм немецтарҙы граната менән шартлата, улар менән бергә үҙе лә батырҙарса һәләк була. .Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары зыяратында Севастополь тирәһендәге Дергачи ҡасабаһында ерләнгән.

Пионерҙар хәрби караптарҙа юнгалар булалар: совет тылында, һуғышҡа киткән өлкәндәрҙе алмаштырып, заводтарҙа эшләйҙәр, шулай граждан оборонаһында ҡатнашалар

Витебск өлкәһенең Оболь станцияһында ойошторолған «Йәш кенәселдәр» йәшерен комсомол ойошмаһы составында пионерка Зина Портнова була, ул подпольела ВЛКСМ сафтарына инә, немецтар тарафынан язалап үлтерелә һәм үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Тиҫтәләрсә мең бала һәм пионер хәрби ҡаҙаныштары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән:

  • Ленин орденына лайыҡ булалар — Толя Шумов, Володя Казначеев, Александр Чекалин, Леня Голиков;
  • Ҡыҙыл Байраҡ Ордены — Володя Дубинин, Юлий Кантемиров, Андрей Макарихин, Аркадий Каманин, Костя Кравчук;
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — Петя Клыпа, Валерий Волков, Саша Ковалев;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — Володя Саморуха, Шура Ефремов, Ваня Андрианов, Вита Коваленко, Леня Анкинович, Аркадий Каманин (ике тапҡыр).
  • Йөҙәрләгән пионер «Бөйөк Ватан һуғышының партизанына» миҙалы менән бүләкләнә, 15 000 ашыу — «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы, 20 000 ашыу «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
  • Биш герой пионер Советтар СоюзыГгеройы исеменә лайыҡ була: Леня Голиков, Марат Казей, Валя Котик, Зина Портнова[7], Александр Чекалин. Чекалин — 1942 йылдың 4 февралендә, Голиков — 1944 йылдың 2 апрелендә, ҡалғандары һуғыштан һуң.

Һуғышта ҡатнашҡан күп кенә үҫмерҙәр алыштарҙа һәләк була йәки немецтар тарафынан үлтерелә. Ҡайһы бер балалар «герой пионер» рангыһында «В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабы»на индерелгән.

Һуғыштан һуңғы изгеләр рәтенә индереү һәм әҙәбиәттә телгә алыу

Бөйөк Ватан һуғышынан һәм ил тыныс шарттарҙа йәшәй башлағандан һуң пионер-геройҙарҙың исемлеге тулыһынса формалаша. . Артабан уларҙың күп тираждарҙа баҫтырылған хуждожестволы биографиялары совет граждандарының йәш быуынын әхләҡи яҡтан тәрбиәләү өсөн ҡулланыла. Ҡайһы бер геройҙар тураһындағы әҫәрҙәр мотлаҡ мәктәп программаларына индерелә, пионерҙарҙың батырлыҡтары тураһында ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә һәм улар мәктәп кинозалдарында күрһәтелә.

Пионерҙар — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме ике пионерға бирелә: Тажик ССР-ынан Турсунали Матказимовҡа (1948 йылғы) һәм Грузин ССР-ынан Нателла Челебадзеға (1949 йылғы)[8]:

  • Турсунали Мәткәзимовтың пионер дружинаһына мәктәп биләмәһендә мамыҡ үҫтереү һәм уңышты йыйыу йөкмәтелә. Әммә ҡырау һуғыу сәбәпле хәлдәр киҫкенләшә. Пионер Мәткәзимов тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштора: дуҫтары менән бергәләп ҡағыҙҙан калпаҡтар эшләйҙәр һәм шулар менән мамыҡ ҡыуаҡтарын ябып сығалар, шулай уҡ сәсеүлектәр янында ут яғалар. Пионерҙарҙың отҡорлоғо арҡаһында, уңыштың күп өлөшө ҡотҡарыла[9].
  • Сәй плантацияһында эшләгән Нателла Челебидзе йыйыусыларҙың эше ырамһыҙ икәнен һиҙеп ҡала: беренсенән, йыйыу бер ҡул менән атҡарыла, икенсенән, сәйҙе сортлау бөтә йыйылған сәйҙе ҡуптарыуҙы талап итә. Ул әсәһенән муйынға элә торған бер нисә кеҫәле сумка тегеүҙе һорай һәм сәйҙе ике ҡуллап йыя башлай, шул уҡ ваҡытта уны сорттарға бүлеп төрлө кеҫәгә һала. Нателла бер үҙе рекордлы 5 тонна сәй уңышы йыйыуға өлгәшә[9].

Герой пионерҙар тураһында хәтер

. Дондағы Ростовта мемориаль таҡтаташ
  • Каменск-Шахтинский ҡалаһында Герой пионерҙар урамы бар (1973, элекке Линейная урамы).
  • Вилор Чекмак 20 декабрҙә тыуған һәм уның тыуған көнө Севастополь йәш һаҡлаусылар көнө итеп билдәләнә.

Герой-пионерҙар әҙәбиәттә

Герой пионерҙарҙың художестволы биографиялары барлыҡҡа килә һәм 1950-се йылдарҙың уртаһынан киң ҡулланышҡа инә. Иң тәүге жанр өлгөһө 1949 йылда яҙыла (). Филология фәндәре кандидаты С. Г. Маслинская (Леонтьева)[10] "герой пионерҙарҙың " биографияларында шаблон билдәләрен таба һәм уларҙа христиан агиографик әҙәбиәте менән оҡшашлыҡ күрә, айырыуса уларҙың бала сағын тасуирлауҙа һәм ғазаплы үлеме тураһындағы деталдәрҙә[11]. Герой күп төрлө изгелекле эштәр башҡара; айырыуса яҡшы уҡыуына иғтибар бирелә; ғәҙәттә ул тиҫтерҙәрен алға әйҙәүсе, өгөт-нәсихәт өләшеүсе лидер була; әммә шул уҡ ваҡытта уның «ябайлығы» һыҙыҡ өҫтөнә алына. Герой «юғары аңлылыҡ» менән айырыла, әлбиттә ул пионер ойошмаһы ағзаһы була. Икенсе яҡтан, геройҙың «балалығы» күрһәтелә, әммә бала булыуына ҡарамаҫтан герой пионер өлкәндәргә үрнәк күрһәтә ала[12]. Юрий Корольковтың китабындағы Леня Голиков бәләкәй бала итеп күрһәтелә: «Офицер әйләнеп ҡарай һәм артынан йүгереп килгән малайҙы күреп ҡала. Уларҙы йәнәш ҡуйһаң, малай буйы менән уның ярты кәүҙәһендәй генә булыр ине»[13]. Леня үлтергән немец генералы кителенең еңдәре уның тубығынан түбән һәленеп тора һәм башҡалар .[13]. Шул уҡ ваҡытта, тасуирланған ваҡиғалар 1942 йылдың август айында булған[13], йәғни Леняға 16 йәш булғанда (1926 йылда тыуған.)[14].Морфологик яҡтан С. Г. Маслинская (Леонтьева) алты сюжет тибын айыра:

  • герой дошманды идея яғынан еңә;
  • герой дошманды юҡ итә;
  • геройҙың еңеүе — дошман енәйәттәштеренең үсе һәм геройҙың һәләк булыуы — геройҙың көрәштәренең үсе;
  • геройҙың һәләк булыуы — геройҙың көрәштәренең үсе;
  • герой дошманды икенсе маташыуҙан юҡ итә;
  • герой дошманды икенсе маташыуҙан юҡ итә — дошман енәйәттәштере үс ала һәм герой һәләк була.

Геройҙың ғаҙаплы үлемен һүрәтләүҙә ғәҙәттә натуралистик язалау деталдәре ҡулланыла, С Г. Маслинская (Леонтьева) фекеренсә, бының менән йәш тамашасының «ҡурҡыныс» һәм «ҡанлы» сюжеттарға ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә (ул ваҡыттағы балалар әҙәбиәтенең башҡа жанрҙарында был тема ябыҡ була[15]).

Герой пионерҙар кинола

Герой пионерҙар тураһындағы фильмдар:

  • «Был Донбасста булды» («Это было в Донбассе») — 1945 йылда төшөрөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда оккупанттарға ҡаршы көрәш алып барған Донбасстың йәш һаҡсылары тураһында.
  • «Орлёнок» — 1957 йылда төшөрөлгән. Йәш партизан Котко Валяға (прототибы Советтар Союзы Геройы Валя Котик) арналған.
  • «Кесе улым урамы» («Улица младшего сына») — 1962 йылда төшөрөлгән. Лев Кассиль һәм Макс Поляновскийҙың ошо уҡ исемдәге романын экранизациялау, герой пионер Володя дубининға бағышланған.
  • «„Трясогузка“ армияһы» («Армия „Трясогузки“) — 1964 йылда төшөрөлгән. Колчак поезы аврияһы урынында аҡгвардиясылар „Трясогузка“ армияһы тип яҙылған бәләкәй флаг табалар (ошо исем менән үҙҙәрен Латвиялағы Гржадандар һуғышының йәш ҡатнашыусылары нарыҡлаған)
  • «Биш ҡыйыу» («Пятёрка отважных») — 1970 йылда төшөрөлгән. Һуғыш ялмаған Белоруссиялағы йәш партизандарҙың ҡаһарманлығы тураһында.
  • „Йәшел сылбырҙар“ („Зелёные цепочки“) — Ленфильмда 1970 йылда төшөрөлгән. Ҡамауҙа ҡалған Ленинградта пионерҙар чекистарға немец агенттарын фашлауҙа ярҙам итәләр.
  • „Пуля батырҙан ҡурҡа, йәки Мишка һуғышҡа инә“ («Смелого пуля боится, или Мишка принимает бой») 1970 йылда төшөрөлгән — пионер лагерында, һуғыштың тәүге көндәренән немец баҫып ала, үҙе ярҙам совет танкист прорубить.
  • „Һыбайлылар“ („Всадники“) Одесса киностудияһында 1972 йылда төшөрөлгән. Йәш үҫмерҙәр башта тоҡомло юртаҡтарҙы ҡотҡаралар, ә һуңынан Өҡамауҙа ҡалғандарғаӨ ярҙам итәләр.
  • „Ун бишенсе яҙ“ („Пятнадцатая весна“) — 1972 йылда төшөрөлгән. Саша Чекалин батырлығына арналған.
  • „Иҫке ҡәлғә“ („Старая крепость“) — 1973 йылда төшөрөлгән. Совет сик буйы Каменец-Подольский ҡалаһы үҫмерҙәре тураһында. Владимир Беляев романы буйынса ҡуйылған.
  • „Теге алыҫ йәйҙә“ („В то далёкое лето“) — 1974 йылда төшөрөлгән. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында батырлыҡ күрһәткән Ленинград партизанкаһы Лариса Михеенко тураһында.
  • „Минең бала саҡ икмәге“ („Хлеб детства моего“) — 1977 йылда төшөрөлә. Һуғыш балалары тураһында. 1943 йылда немецтарҙан азат ителгән ауыл үҫмерҙәре арыш ядланын миналарҙан таҙартлар һәм ауылдаштарына сәсеүлек үткәреүгә мөмкинлек бирәләр.
  • „Казак-юлбаҫаҙар“ („Казаки-разбойники“) — 1979 йылда төшөрөлгән. Уҡыу тураһында, Һуғыштан һуңғы беренсе йылда милицияға ҡурҡыныс енәйәтселәр төркөмөн фашлауҙа ярҙам итәләр.
  • „Был хәл разведкала була“ (Это было в разведке») — 1982 йылда төшөрөлгән, армия разведкаһына килеп эләккән 13 йәшлек малайҙың батырлығы тураһында, разведчиктың ысын прототибы Константин Покровский.
  • «Йөҙ ҙә беренсе» («Сто первый») — 1982 йылда төшөрөлгән. «Полк улы» Вова Диденко тураһында.
  • «Оҙайлы хәтер» («Долгая память») — 1985 йылда төшөрөлгән. Разведчик герой пионер Володя Дубинин тураһында.
  • «Брест ҡәлғәһе» («Брестская крепость») — 2010 йылда төшөрөлгән. Төп герой — Саша Акимов, уның прототибы — Петя Клыпа.
  • «Беренсе отряд» («Первый отряд») — 2009 төшөрөлгән. Бер ниндәй реаль ваҡиғалар менән бәйле булмаған фантастик йәнһүрәт. Бында герой пионерҙар Аненербе ордены менән көрәш алып баралар.

Герой пионерҙар исемлеге (тулы исемлек)

  • Аксён Тимонин
  • Алёша Голосевич
  • Алёша Кузнецов[16]
  • Альберт Купша
  • Аркадий Каманин (лётчик)
  • Боря Немченко
  • Боря Цариков
  • Боря Кулешин
  • Валерий Волков
  • Валерий Лямин
  • Валя Зенкина
  • Валя Котик
  • Валя Ценнин
  • Ваня Андрианов
  • Ваня Васильченко
  • Ваня Гриценко
  • Ваня Климентьев
  • Вася Коробко
  • Ваня Савинов
  • Вася Шишковский
  • Вилор Чекмак
  • Вася Курка (снайпер)[17][18]
  • Витя Коваленко
  • Витя Коробков
  • Витя Новицкий[19]
  • Витя Хоменко
  • Витя Чаленко
  • Витя Черевичкин
  • Володя Буряк
  • Володя Дубинин
  • Володя Казначеев
  • Володя Колядов
  • Володя Саморуха
  • Володя Щербацевич
  • Володя Попов
  • Галя Комлева
  • Гриша Акопян
  • Гриша Михайлов
  • Дима Потапенко
  • Евгений Барабаш[19]
  • Женя Попов[20][21]
  • Зина Портнова
  • Камилия Шага
  • Киря Баев[22]
  • Коля Мяготин
  • Коля Рыжов[23]
  • Костя Кравчук
  • Леонид Кузубов
  • Костя Янин
  • Лара Михеенко
  • Лёня Анкинович
  • Лёня Голиков
  • Лида Вашкевич
  • Лида Матвеева[24][25]
  • Люся Герасименко[26]
  • Марат Казей
  • Мария Мухина
  • Маркс Кротов[23]
  • Миша Гаврилов[27]
  • Муся Пинкензон
  • Надя Богданова[28]
  • Николай Ткач[19]
  • Нина Куковерова
  • Нина Сагайдак
  • Павлик Морозов
  • Павлуша Андреев
  • Пётр Зайченко
  • Пётр Клыпа
  • Саша Бородулин
  • Саша Ковалёв
  • Саша Колесников[29]
  • Саша Чекалин
  • Саша Кондратьев
  • Саша Чебанов[30]
  • Тихон Баран
  • Толя Шумов
  • Толя Масалов[19]
  • Трофим Прушинский
  • Шура Кобер[31]
  • Шура Ефремов
  • Юта Бондаровская
  • Ованес Кохликян


Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Полк улы
  • балалар йәмәғәт берләшмәһе
  • Пионер хәрәкәте

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Рәсми совет материалдары

Совет йылдарынан һуңғы культурологический анализ

Ҡалып:Пионер хәрәкәте

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары