Гиральда

Гиральда (исп. Giralda; рус. Хиральда — «флюгер») — иҫтәлекле урын, Севильяның символы.Севилья соборының дүрт мөйөшлө ҡыңғырау манараһы, донъяла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған сиркәү, готик һәм барокко архитектура стилдәренең иң яҡшы үрнәктәренең береһе. Башняның бейеклеге яҡынса 98 м.[1]. Манараның өстән ике өлөшө — Әлмөхәдтәр осороноң иҫке манараһы, ҡалған өстән бере (өҫкө өлөшө) — Испания Яңырыу архитектураһы.

Гиральда
Рәсем
КультураӘлмөхәдтәр[d]
Дәүләт Испания
Административ-территориаль берәмекСевилья һәм Ishbiliya[d]
Әҫәр заказсыһыАбу Якуб Юсуф[d]
Архитектура стилеготик архитектура[d], art of Almoravides and Almohades[d] һәм испано-мавританское искусство[d]
Вид в ночное время
Категория Викисклада для интерьера элементаCategory:Interior of the Giralda[d]
Был объекттан күренештәр категорияһыCategory:Views from Giralda[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Giralda[d]
Карта
 Гиральда Викимилектә

Тарихы

Гиральданың прототибы булып Марракештағы (Марокко)[2]Әл-Көтөбиә мәсете манараһы хеҙмәт итә Төҙөлөш Андалусияла мавритан сәнғәтенең сәскә атҡан осоронда, Яҡуп әл-Мансур идаралыҡ иткән ваҡытта 1184 йылда архитектор Әхмәт бен Бәнү проекты буйынса башланған, ә 1198 йылда Ғәли әл-Ғүмәр тамамлап ҡуя[3]. Манара Севильяның Ҙур мәсетендә төҙөлгән булған. Ғәрәп хакимлығы осоронда Гиральданы алтын ялатылған дүрт баҡыр шар ослай. Король Аҡыл Эйәһе Альфонсоның йылъяҙмаһында шарҙарҙы ҡояш яҡтыртҡанда уларҙың ялтырауы ҡалаға бер көнлөк юл алыҫлығынан күренеп тора, тип яҙылған. Манараның яҫы ҡыйығы Гиральданы ул ваҡытта Европала иң ҙурҙарҙан һаналған обсерватория итеп ҡулланырға мөмкинлек бирә.

1248 йылдан, Фердинандо III Севильяны яулап алғандан һуң, мәсетте собор итеп файҙаланалар, һуңғараҡ готика стилендә үҙгәртеп ҡорола. Әммә манара үҙенең тәүге формаһын һаҡлап ҡала һәм Севилья соборының ҡыңғырауҙар манараһы сифатында ҡулланыла башлай.

Манара башында табылған баҡыр глобус 1365 йылда ер тетрәүҙә ауып төшә. Христиандар тәре һәм ҡыңғырауҙар өҫтәп, кире урынлаштыралар.

Гиральда — Реконкиста ваҡытында христиандар Севильяны 16 айлыҡ ҡамауҙа тотҡанда емерелмәй ҡалған берҙән-бер мосолман ҡоролмаһы. Күҙәтеү майҙансығынан Севильяға күркәм күренеш асыла.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Волкова Г. И. Giralda // Учебный испанско-русский лингвострановедческий словарь-справочник. — М.: Высш. шк., 2006. — С. 295. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 5-06-004248-0.
  • Никитюк О.Д. Кордова Гранада Севилья (древние центры Андалусии) / Редактор Л.М.Азарова, художественный редактор Л.А.Иванова. — М.: Искусство, 1972. — 190 с. — (Города и музеи мира). — 50 000 экз.
  • Гнедич П.П. История искусств (живопись, скульптура, архитектура) / Ответственный редактор Н.Арановская. — М.: ЭКСМО, 2004. — 848 с. — 5000 экз.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары