Гражданлыҡ

Гражданлыҡ — физик шәхес менән дәүләттең үҙ-ара хоҡуҡтар һәм бурыстар бергәлегендә сағылдырылған тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше. Гражданлыҡ эйә булыу – шәхестең закон тарафынан танылған барлыҡ хоҡуҡтар һәм иректәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, ил эсендә, шул. уҡ унан ситтә уның яҡланыуы тәүшарты.

БАССР‑ҙа гражданлыҡ институты БАССР-ҙың 1937 (17-се статья) һәм 1978 (28-се статья) йылғы Конституцияларында нығытыла, улар буйынса БАССР-ҙың һәр гражданы РСФСР һәм СССР гражданы була. Гражданлыҡ алыу һәм юғалтыу нигеҙҙәре, тәртибе СССР-ҙың гражданлыҡ т-дағы законы менән билдәләнә. БССР-ҙың гражданлыҡ т-дағы законы нигеҙендә БССР-ҙың 1990 йыл 26 декабрь законы менән БССР Конституцияһына Гражданлыҡ мәсьәләләрен көйләүҙе билдәләүсе норма индерелә. Артабан, РФ-та гражданлыҡ уртаҡ булыу принцибына нигеҙләнеп, БР Конституцияһынан БР гражданлыҡ т‑дағы положениелар алып ташлана. РФ-тың 1993 йыл Конституцияһына (6-сы, 17–64-се статьялар) һәм 2002 йыл 31 майындағы «РФ гражданлығы тураһында» Федераль Законға ярашлы, гражданлыҡ бәйле бөтә мәсьәләләрҙе федераль ҡануниәт көйләй.

Әҙәбиәт

Сәмиғуллин В. К., тәрж. Ҡунафина Г. Ҡ. Гражданлыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары