Дим һөйләше

Дим һөйләше — башҡорт теленең Көньяҡ диалекты һөйләштәренең береһе.

Дим һөйләше
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Башҡортостан Республикаһының Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Нуриман, Өфө һәм Шишмә райондары

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрөк тармағы
Ҡыпсаҡ төркөмө
Волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһе

Таралыу ареалы

Дим һөйләше Башҡортостан Республикаһы Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Нуриман, Өфө һәм Шишмә райондары территорияһында таралған. Мең, көҙәй һәм ҡобау ырыуҙары, шулай уҡ өлөшлөтә — ҡаңлы һәм ҡаршин ырыуы башҡорттары Дим һөйләшендә аралаша.

Өйрәнеү тарихы һәм классификация

1920—1930 йылдарҙа башҡорт һөйләшеү телен планлы өйрәнеү башланған. ХХ быуаттың 1930 — 1950 йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — Башҡорт теленең Көнсығыш диалекты (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан, төньяҡ-көнбайыш диалекты (көнбайыш) һәм Көньяҡ диалекты (туғай, юрматы), шулай уҡ фонетик күрһәткес буйынса классификацияланған: ([һ]—[ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п]—[т]) ете һөйләш (һөйләшсәләр) билдәле[1]. Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Дмитриев Николай Константинович башҡорт телен өс диалектҡа бүлеү яҡлы булған[2]. Башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәрен системалы өйрәнеүгә бағышланған тәүге хеҙмәт булып Байышев Таһир Ғәлләм улының башҡорт телен өс территориаль диалектҡа һәм фонетик күрһәткес буйынса — 7 һөйләшкә бүлгән (шулай уҡ был классификация буйынса мең һәм ҡобау башҡорттарының телен көньяҡ диалектҡа һәм «ҫ» һөйләшсәһенә бүлгән) — «Башҡорт диалекттарының әҙәби телгә мөнәсәбәте» монографияһы тора[3][4].

Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы был һөйләште «дим-ҡариҙел» һөйләше тип билдәләгән[5]. Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы «Башҡорт теленең көньяҡ диалекты» хеҙмәтендә көньяҡ диалектын өс ҙур һөйләшкә — ыҡ-һаҡмар һөйләше, урта һәм дим һөйләштәренә бүлгән һәм ентекләп өйрәнәгән[6]. Н. X. Ишбулатов «Башҡорт теле һәм уның диалекттары» монографияһында[7] ул көньяҡ диалектының дим һөйләшенә относит язык башкир, которые проживают в бассейнах рек Дим, Өршәк йылғалары бассейнында һәм Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының түбәнге ағымында йәшәгән башҡорттарҙың, шулай уҡ Һамар һәм Һарытау Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының телен индерә. Шул уҡ ваҡытта диалектологтар Өршәк йылғаһы бассейны башҡорттарының телендә урта һәм ыҡ-һаҡмар һөйләштәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен күрһәтәләр, һәм уны айырым өршәк һөйләше тип билдәләйҙәр[8].

Дим һөйләшендә төньяҡ-көнсығыш (көҙәй) һәм көньяҡ-көнбайыш (кәмәлек һәм туҡ башҡорттары теле) һөйләшсәләре айырып күрһәтелә[9]. У. М. Яруллинаның «Дим һөйләше лексикаһы» хеҙмәтендә был һөйләштең лексикаһы ентекләп өйрәнелгән[10].

Лингвистик характеристика

Фонетика

Дим һөйләшенең характерлы фонетик үҙенсәлектәре булып[9] [6]:

  • дөйөм төрөк [с] һәм әҙәби башҡорт [һ], [ш] и [ҫ] урынына [ҫ] ҡулланыу: диал. [ҫ]ыу — әҙәбисә [һ]ыу (вода), диал. туҡ[ҫ]ан — әҙәбисә туҡ[һ]ан (девяносто), диал. я[ҫ]ау — әҙәбисә я[һ]ау (делать), диал. ба[ҫ]ыу — әҙәбисә ба[ҫ]ыу (вода), диал. [ҫ]ыйыҡ — әҙәбисә [ш]ыйыҡ (жидкий), диал. [ҫ]ү[ҫ] — әҙәбисә [с]ү[с] (волокно), диал. эрем[ҫ]ек — әҙәбисә эрем[с]ек (творог) һ.б.
  • беренсе ижектә лабиалләшкән [а°] ҡулланыу: диал. б[а°]бай — әҙәбисә б[а]бай (старик) , диал. [а°]птырау — әҙәбисә [а]птырау (удивляться), диал. [а°]лам — әҙәбисә [а]лам (беру) һ.б.
  • [ей] һәм [өй] ойоштомаларының һуҙынҡыға күсеүе [и], [ү]: диал. к[и]йәү — әҙәбисә к[ей]әү (зять), диал. т[и]йеү — әҙәбисә т[өй]өү (толочь), диал. [ү]рәнеү — әҙәбисә [өй]рәнеү (изучать) һ.б.
  • аффикстар һәм киҫәксәләр башында [л], [н], [д] урынына [ҙ] тартынҡыһын ҡулланыу: диал. ҡала[ҙ]ан — әҙәбисә ҡала[н]ан (из города), диал. һәммәҫе [ҙ]ә — әҙәбисә һәммәһе [л]ә (все) һ.б.
  • һүҙҙең абсолют башында һәм уртаһында көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көнсығыш диалектының ҡыҙыл һөйләштәрендә [з], [т], [д] урынына [ҙ]тартынҡыһын ҡулланыу: диал. [ҙ]ыйан — әҙәбисә [з]ыян (вред), диал. йа[ҙ]а — әҙәбисә я[з]а (наказание), диал. [ҙ]ары — әҙәбисә [т]ары (просо), диал. [ҙ]оға — әҙәбисә [д]оға (молитва) һ.б.
  • көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендәгесә [й] тартынҡыһының [з]-ға күсеүе [11]: диал. [з]уҡ — әҙәбисә [й]уҡ (нет), диал. [з]ил — әҙәбисә [й]ел (ветер), диал. [з]ыр — әҙәбисә [й]ыр (песня) һ.б.

Бынан тыш һөйләштең төньяҡ-көнсығыш (көҙәй) зонаһында (көнсығыш диалектының әй һөйләшендәге кеүек) [й] тартынҡыһының [ж]-ға күсеүе күҙәтелә[12]: диал. [ж]әй — әҙәбисә [й]әй (лето), диал. [ж]ыраҡ — әҙәбисә [й]ыраҡ (далеко) һ.б.

Морфология

Морфология өлкәһендә һөйләштең үҙенсәлеге түбәндәгесә[13]:

  • әҙәби телдәге һигеҙ вариантлы күплек ялғауҙары системаһы (-пар/-ләр, -дар/-дәр, -ҙар/-ҙәр, -тар/-тәр) урынына дүрт вариантлы система ҡулланыла (-лар/-ләр, -нар/-нәр).
  • әҙәби телдәге ике (-лы/-ле; -лыҡ/-лек) эйәлек аффиксы урынына дүрт формалы эйәлек аффикстары (-лы/-ле, -ны/-не; -лыҡ/-лек, -ныҡ/-нек) ҡулланыла.

Һөйләштә, дим һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәрендә исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү парадигмаһы тап килһә лә, килеш ялғауҙарын ҡулланыуҙың әҙәби телдән күпмелер айырымланыуы күҙәтелә[14].

ПадежДим һөйләшендә килеш менән үҙгәрешӘҙәби телдә килеш менән үҙгәреш
Төпбоҙай (пшеница)кеше (человек)ул (он)бойҙайкешеул
Эйәлекбоҙайның/боҙайнынкешенең/кешененаныңбойҙайҙыңкешенеңуның
Төбәүбоҙайғакешегәағабойҙайғакешегәуға
Төшөмбоҙайныкешенеаныбойҙайҙыкешенеуны
Урын-ваҡытбоҙайҙакешеҙәандабойҙайҙакешеләунда
Сығанаҡбоҙайҙанкешеҙәнананбойҙайҙанкешенәнунан

Әҙәби телдәге нимә (что) алмашына дим һөйләшендә түбәндәге формалар тура килә: ней, нәрҫә, нәҫтә, нейәҫтә, нейәрҫә. Ҡайҫы (который) алмашының — ҡай эйәлек аффиксы булмаған тулыландырылмаған (непроизводный) нигеҙле варианты бар. Һөйләштә күрһәтеү алмаштарының да шулай уҡ үҙенсәлекле формалары бар: диал. мына/менә — әҙәбисә бына (вот), диал. бу/бы — әҙәбисә был (это), диал. ошо/шошо/шушы — әҙәбисә ошо (вот это) һ.б.[15].

Утыр (сидеть) ҡылымының хәҙерге һәм киләсәк заманда үҙгәреше
Хәҙерге заманКиләсәк заман
БерлекКүплекБерлекКүплек
Затдиал.әҙәбисәдиал.әҙәбисәдиал.әҙәбисә
1-се затутырамын/утырамултырамутырабыҙултырабыҙутырамын/утырымынултырырмынутыр(а)рбыҙултырырбыҙ
2-се затутыраҫыңултыраһыңутыраҫыҙ/утыраҫығыҙултыраһығыҙутыры(а)рҫың/утырыҫыңултырырһыңутырарҫыҙ/утырырҫыҙултырырһығыҙ
3-сө затутыраултыраутыраларултыраларутыры(а)рултырырутырырлар/утырарларултырырҙар

Әҙәби телдәге күптән үткән заман формаһы -ғайны/-гәйне һөйләштәге -ғанейе/-ғаныйы/-гәнейе (һирәгерәк -ғайҙы/-гәйҙе) формаһына тура килә[16].

Лексика

Дим һөйләшенең һүҙ запасы нигеҙе бөтөн тематик кластар буйынса ла дөйөм башҡорт лексикаһынан тора. Һөйләштә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ошо диалектҡа һәм түбәнге-ыҡ һөйләше өсөн уртаҡ булған лексика ҡатламы күҙәтелә. Дим һөйләшендәге уртаҡ диалектизмдар төньяҡ-көбайыш диалектының ҡариҙел һөйләшендә, башҡорт теленең көньяҡ диалектының урта һәм ыҡ-һаҡмар һөйләштәрендә бар[17]. Мең ҡәбиләһе башҡорттары, һөйләшкәндә был һүҙҙәрҙе ҡулланғанлыҡтан, Өршәк һәм дим һөйләштәре лексикаһының бер-береһенә максималь үтеп инеүе күҙәтелә[8]. Көҙәй һөйләшсәһенең ҡайһы бер диалектизмдары уны башҡорт теленең көнсығыш диалекты менән берләштерә [18].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Азнагулов Р. Г. Языковые особенности башкир Оренбургской области. Дис… канд. филол. наук. — М., 1972. — 315 с.
  • Алсынбаева Р. Ш. Уршакский говор башкирского языка // Вестник Башкирского университета : журнал. — 2009. — № №2 (Т 14). — С. 510—512. — ISSN 1998-4812.
  • Баишев Тагир Галлямович. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — 112 с.
  • Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с.
  • Диалектологический словарь башкирского языка. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)
  • История башкирского литературного языка./ Ишбердин Эрнст Файзрахманович, Галяутдинов Ишмухамет Гильмутдинович, Халикова Раиса Халиловна.. — Уфа: Башк. изд-во «Китап», 1993. — 320 с. — ISBN 5-295-02098-3. (баш.)
  • Ишбулатов Нагим Хажгалиевич. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)
  • Максютова Нажиба Хаерзамановна. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996.
  • Максютова Нажиба Хаерзамановна. Восточный диалект башкирского языка. — М.: Наука, 1976. — 292 с.
  • Миржанова Сария Фазулловна. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4.
  • Миржанова Сария Фазулловна. Южный диалект башкирского языка. — М.: Наука, 1979.
  • Надергулов У. Ф. Иргизо-камеликские башкиры. — Уфа: Китап, 1996.
  • Словарь башкирских говоров. Южный диалект. Т. 2. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1970. — 327 с.  (баш.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б.  (баш.)
  • Шәкүров Рәшит Закир улы. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 250 с. (баш.)
  • Яруллина У. М. Лексика дёмского говора. — Уфа, 2002. — 168 с. — ISBN 978-5-91608-027-8.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат