Донъя иҡтисады

Донъя иҡтисады (интериҡтисад) – хужалыҡ итеүҙең күп кимәлле, глобаль ҡоролошо, ул донъя илдәренең милли иҡтисадтарын халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр ярҙамында халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше нигеҙендә берләштерә. 

Донъя хужалығы субъекттары

Донъя хужалыҡ мөнәсәбәттәре субъекттары түбәндәгеләр:

  • Халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар (ХВФ һәм ХРҮБ);
  • Трансмилли корпорациялар (ТМК) һәм уларҙың оҙайлы альянстары;
  • Трансмилли банктар;
  • Финанс-сәнәғәт төркөмдәре —  ТМК һәм ТМБ берләшмәләре;
  • Биржалар (айырыуса эреләре);
  • Эре эшҡыуарҙар;
  • Дәүләттәр, уларға тиңләштерелгән территориялар, шулай уҡ был дәүләттәр һәм территорияларҙың административ берәмектәре;
  • Донъя финанс һәм иҡтисад ойошмалары (эре инвесторҙарҙы һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙы контролендә тотҡан ойошмалар һәм берекмәләр, төбәк эсендә илдәр берләшмәләре  — БДБ).

Донъя иҡтисады  Ер географияһы, тарихы һәм  экологияһы менән ныҡлы бәйләнгән. 2011 йыл уртаһында Ерҙә 6,9 миллиард самаһы кеше йәшәй ине.

Донъя иҡтисадының үҫеш күрһәткестәре

  •  2005 йылда донъя иҡтисады үҫеше 4,4 % булды. 2005 йыл аҙағына бөтә илдәрҙең  ЭТП-һы  43,07 трлн. долл. тәшкил итте. 1970-се йылдар башынан донъя ЭТП-һы үҫеше аҡрыная бара [1]. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда донъя ЭТП-һы күләме 73,5 трлн. долл. тәшкил итте.
  • 2007 йылда ЭТП-ла донъя иҡтисадының беренсел секторы өлөшө (ауыл хужалығы) — 4%, икенсел секторҙыҡы (сәнәғәт) — 32%, хеҙмәттәр секторы өлөшө (нигеҙҙә, финанс хеҙмәттәре) 64% булды (Бөтә донъя факттар китабы мәғлүмәттәре буйынса).
  • Донъя иҡтисадында номиналь сағылыштағы күрһәткес буйынса беренсе урынды Америка Ҡушма Штаттары, һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса Ҡытай биләй. [2]
  • Әле донъяла 30 меңләп трансмилли корпорация һәм уларҙың 300 меңләп филиалы бар. 

Сығанаҡтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Баҫмалар

Журнал «Мировое и национальное хозяйство»

Журнал «Международная экономика» 2009 йыл 25 ноябрь архивланған.

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары